Уны тыңлап ирәйеп киттем, күҙ ҡырыйы менән генә ҡатынға күҙ һалам, ишеттеңме, йәнәһе, иреңдең кемлеген. Бына һатыусы ҡатыныма ла комплименттар яуҙыра башланы. Баҡһаң, ундай сибәрҙәрҙе ожмахта ғына булалыр, тип уйлап йөрөгән икән. Ҡыҫҡаһы, ул ҡатыныма утыҙ йыл йәшәп минән ишетмәгән һүҙҙәрҙе биш минутта әйтеп өлгөрҙө. Йөҙө ҡыуаныстан алһыуланып киткән ҡатынҡайым матур тышлы сәйҙе ҡулына алды.
– Был сәй йәшәртә, йөрәккә бик файҙалы, уны, ғәҙәттә, 15 долларға һатам, һеҙгә 10-ға ғына бирәм, – тип ихлас йылмая һатыусы.
Алдыҡ, ҡыуанышып сығып киттек. Ҡайтышлай үҙебеҙҙең ҡунаҡхана янындағы бутикка керһәк, ни күрәбеҙ – беҙ алған сәй бында бер долларға һатыла!
М. Хәсәнов.
Фото: voombu.ru