– Әгәр бейей белмәһәң, һине институттың да, музейҙың да тупһаһынан уҡ бороп сығаралар. Мин әйтте тиген!
– Атай, һин мине аңламайһың шикелле. Әгәр музей, институтта миңә тигән урын ҡалмаһа, ул белем менән китапханала, хатта архивта ла эшләргә мөмкин.
– Ай-ай-й-й, уларҙа ла һәләтһеҙҙе алмаҫтар шул.
– Нисек инде? – улым аптырашта ҡалды. – Филармония һиңә заказ биргәйнеме әллә? Улай тиһәң, ҡасан ҡарама, концерт. Үҙҙәренең артистары етәрлек.
– Юҡ шул, улым. Хәҙер һәр артистың үҙ урыны. Дөрөҫөрәге – һәр урындың үҙ артисы. Мин табип булһам да, күрәһең бит, көн дә эшкә гармунымды алып барам. Иртәгә әсәйеңде эйәртеп алып китәйем тип торам. Йәш саҡта бик матур йырлай торғайны. Йырлап, кеше күреп, үҙен күрһәтеп ҡайтыр. Шунһыҙ булмай.
– Һы...
– Бына шулай: көн һайын эш башлар алдынан, больницала үҙҙәре дауаланып һауыҡҡан, йәки уларҙың танышы, туғаны, күршеһе дауаланып үлеп ҡалған берәй билдәле кешене саҡырып, коллектив менән шулар алдында концерт ҡуйырға кәрәк. Шунһыҙ ярамай. Беҙ генә түгел, барыһы ла – музеймы, мәктәпме, китапханамы, архивмы, редакциямы, медпунктмы, балалар баҡсаһымы, магазинмы, театрмы, фермамы-фирмамы, – бөтәһе лә шулай итә хәҙер. Кем әйтмешләй, заман талабы. Эшкә алғанда, уҡытыусымы, врачмы, шофёрмы, трактористмы, урам һепереүсеме, һауынсымы, иҙән йыуыусымы, тағы әллә кем бул – иң тәүҙә һәләттәреңде һорайҙар. Әгәр йырсы, йә бейеүсе икәнһең, бүтән оҫталығың булмаһа ла, һиңә бөтә ерҙә ишек асыҡ.
– Улайһа, паталогоанатом булам, атай. Бер ҙә генә ижади һәләтем юҡ бит. Үлгәндәр алдында концерт ҡуйыу кәрәкмәҫ, моғайын.