-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
26 Февраль , 12:00

ӨҪТӘЛДӘРЕ ӘЛҮМИН...

Яратам спектаклдәргә, концерт­тарға йөрөргә, яратам, и все!.. Тик яратыу менән генә эш бөтмәй шул, күп ваҡыт иҫәпкә хисап тап килмәй. Инде барырға йыйынһам, йә бер нәмәһе килеп сыға, йә көнө буйы эштән арып, бәҫһеҙ булып урыныма йығылам. Аҡса яғын да уйлайһың, ун биш меңгә артыҡ шикауат итеп булмай шул, айына бер-икене барһаң, артың тыр-р-р... тиер. Тағы бер етди сәбәбе, культура үҙәге алыҫ ҡына, өс-дүрт саҡырымдай булыр, машина йөрөтә белмәйем, йәйәү тыпылдатам ғына.

ӨҪТӘЛДӘРЕ ӘЛҮМИН...
ӨҪТӘЛДӘРЕ ӘЛҮМИН...

Кис ҡыуана-ҡыуана барам да ул, үҙемде йыуатам әле ищщу, кеше скандинав таяҡтарын тотоп йөрөй, миңә лә прогулка булыр, йоҡо алдынан саф һауа һулармын, бары файҙаға ғына, йәнәһе. Тик бына төндә ҡайтыуы, бөжләңкерәйем әй, ҡараңғы квартал араларын үткәндә тирә яғыма ҡараштырғылайым, күпер аҫты күләгә, тигән булып йырлап үтһәм дә, күләгәһе лә шомландыра шул төндә күпер эргәһенән үткәндә. Бабай тәүге йылдары ихлас алып барып, алып ҡайтып йөрөнө, хәҙер йыбанды, теләгәс үҙең йөрө, миңә бәләңде һалма, ти. Ысын, шулай тине, иларҙай булдым, мин дә тактиканы үҙгәрттем, хәҙер үҙен минең менән барырға өгөтләйем. Ул әртисте маҡтайым, быныһын күккә күтәрәм, һағышланып үҙемсә йырҙарын башҡарам, ыңғайламай. Ишетеп ҡалдым бер көндө шәп спектакль була, рекламаһын күрһәтәм, маҡ­таған комментарийҙарын уҡыйым, донъялағы иң матур, иң күркәм мөғжизәле тамаша икәнлеген ауыҙым күпергәнсе һөйләйем, тик минең менән барһын ғына. Театр залдарын, сәхнәһен, хатта кассир, гардеробщицаһын күккә күтәрәм, ризалашты, ниһайәт. Дөрөҫөн әйткәндә, уның өсөн тырышмайым да, тик мине алып барып, алып ҡайтһын.
Барҙыҡ, уның алдында дәрәжәмде юғалтмаҫҡа тырышып кейендем, биҙәндем, уйлаһын кемде ҡултыҡлап йөрөй, бер ҙә кешенән кәм түгел әле, тиһен. Кәүҙә тура, эйәк күтәрелгән, түш кирелгән, сәбәләнмәҫкә тырышам, бер һыҙыҡтан мәртәбәле атла әбей, был һиңә баҡсала тауыҡ баҫтырыу түгел, эргәңдә бабайың һине башҡалар менән сағыштыра.
Тә-әк, подиумды үткәндә һынатманыҡ, урындарға урынлаштыҡ, спектакль башланды...
Шә-ә-әп, онотолғанмын, ихласлап ҡул сабам, рәхәтләнеп көләм, тыйыла алмай илайым, эргәмдә ултырған бабайғынамды сәпсим онотҡанмын. Тамашаның иң-иң ҡыҙғаныслы мәлендә һаҡ ҡына ҡулдарыма ҡағыла, ул да сәхнәләге тамашаға йәне-тәне менән бирелгәндер, оҡшаған, тигән уйҙа күҙ йәштәремде һөртә-һөртә уға ҡарайым.
– Иғтибар ит әле сәхнәләге өҫтәлгә, тояғын әллә алюминдән эшләнеләрме икән, еңел генә күсерәләр, бәлки бөкләнәлер ҙә әле өҫтәлдәре, уңайлы.
– Ә-ә-ә?..
Хәҙер инде сәхнәләге тамашаға түгел, ә үҙемде үҙем йәлләп илай башланым...

Гөлдәр КӘЛИМУЛЛИНА.

Фото: bashdram.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас