-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
2 Март , 14:14

ФИЛОЛОГ-ПРЕЗИДЕНТ

Илдә ғәҙел һәм демократик һайлауҙар уҙа башлау менән Президент итеп филолог һайланды. Йәмғиәттә йылдам рәүештә гуманизация башланды. Иң башта һәр ҡала һәм район үҙәктәрендә китап кибеттәре асылды. Ауылдарҙағы һәр магазин һәм киоскыларҙа китап һатыу мөйөшө булдырылды. Уларҙы тикшереп тороу өсөн санитар һәм һалым хеҙмәттәренә иптәшкә “Китап хеҙмәте” булдырылды. Йәмәғәт транспортына, поезд һәм электричкалар, хатта самолеттарға ла китап кәштәләре ҡуйылды. Халыҡ рухи байый барған һайын әҙәплерәк, инсафлыраҡ, тәрбиәлерәк була барҙы.

ФИЛОЛОГ-ПРЕЗИДЕНТ
ФИЛОЛОГ-ПРЕЗИДЕНТ

Һөҙөмтәлә һәр ике кешегә бер баш тура килгән полиция ҡыҫҡартылып, ҡалғандары халыҡтың китап бысратыу, йыртып ташлау кеүек тәртип боҙоуҙарға ҡаршы көрәшкә баҫты. Шағир һәм яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа халыҡ мәҙәниәт һарайҙарына ғына һыймай башлағас, саралар спорт һарайҙарында уҙа башланы. Ләкин уларға ла һыйыу ауырлашҡас, спорт сараларынан да ҙурырак итеп Китап һарайҙары төҙөү башланды.
Миллиондар түгеп сит илдәрҙән футбол, хоккей спортсылары һатып алыу урынына яҙыусы һәм шағирҙар, әҙәбиәт белгестәре алынды. Ләкин спортҡа ҡараш насарайманы. Китап уҡып аңдары үҫешкән етәкселәр спортсыларҙы илдә лә үҫтереп булыуын аңланылар. Һәр ауылда футбол, хоккей төркөмдәре ойошторолдо. Район һәм ҡала буйынса ярыштар уҙғарылды. Спортҡа һәләтле балалар өсөн район үҙәктәрендә спорт мәктәптәре булдырылды. Иң булдыҡлылар субъект баш ҡалаларындағы спорт интернаттарында тороп уҡыны. Һөҙөмтәлә ил спортта донъялағы иң ҡеүәтле дәүләткә әйләнде. Китап уҡыу арҡаһында белем туплаған етәкселәр ауыл хужалығында, сәнәғәттә һәм башҡа тармаҡтарҙа ла юғары күрһәткестәргә һәм уңыштарға иреште.
Яҙыусы һәм шағирҙар илдәге иң абруйлы һөнәр эйәләренә әйләнде. Китап сауҙаһы нефть һәм газ сауҙаһынан күпкә файҙалы һәм табышлы тармаҡ булып китте. Китаплы халыҡ донъялағы иң ҡеүәтле илгә, белем һәм рухи байлыҡ иң ҙур ҡоралға әйләнде. Илдәр араһында китап менән тәьмин итеү һәм ғилем-мәғариф араһында көндәшлек һәм ярыш башланды. Астрологтар һәм күрәҙәселәр рухи һәм фәнни үҫешкән илдәр араһында йәнә “һалҡын һуғыш” башланмағайы тип шикләнде. Ләкин йәмғиәт аҡылланған һайын, ил сиктәре һәм дәүләт ҡоролоштары юҡҡа сығып, ер шарындағы барлыҡ халыҡ тулы бер ғаилә булып йәшәй башланы. Ер үҙенең иң юғары үҫеш стадияһына етте...

Мөнир ВАФИН.

Автор:
Читайте нас