Утыҙ йәшенә инде машинаһы ла арыуыраҡ, йәшәгән урыны ла мәмерйә түгел, бөтә уңайлыҡтары булған күркәм йорт йәки фатир, ә эргәһендә сибәр тормош иптәше! Берәм-берәм балалары донъяға килә һәм барыһы ла яңынан башлана. Бына улар тиҙҙән күлдәк, ыштан, сандалий кереп йөрөй башлайҙар, үҫкәс, өйләнәләр, йорт, машина һатып алалар.
Шулай итеп, кеше донъяға үҙенең вариҫтарын ҡалдырып китер өсөн тыуа. Үҙеңә мөхәббәт – тормошто алға этәреүсе көс ул. Һәр кем был планетала үҙе хаҡында матур иҫтәлек ҡалдырырға теләй. Ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшкән һайын тормошо ла уңышлыраҡ була.
Борон вафат булғандарҙы теге донъяла кәрәк булыуы ихтимал әйберҙәре менән бергә ерләгәндәр. Рыцарҙарҙың эргәһенә ҡылыстарын һалғандар, тегеләре кәрәк саҡта әхирәттә үҙҙәрен яҡлай алһын, йәнәһе. Ә бына боронғо гректарҙың күҙ ҡабағын, үлектәр донъяһында иҫәпләшеү өсөн, тәңкә менән ҡаплағандар. Мысыр фирғәүендәренең теге донъялағы тормошон хәстәрләп, ҡатындарын һәм яратҡан ҡолдарын да ҡорбан иткәндәр. Боронғо ҡытайҙар императорҙарын ерләгәндә тотош армияны уның артынан “оҙатҡандар”. Бай скифтарҙың ҡәберлектәре шау алтын-көмөштән ғибәрәт.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡапыл байыусыларҙы ерләгәнде хәтерләйем. Алтын ялатылған табуттар, “ҡыҙыл” костюмдар, йәшел аҡсалар, хатта ҡиммәтле кеҫә телефондары... Кем белә, бәлки, теге донъяла кемгәлер шылтыратыу мохтажлығы тыуыр.
Тик ваҡыт ағын һыуҙай аға бирә. Йәшерен миллионерҙарҙы долларлы олигархтар, йылғыр бандиттарҙы матур тормошҡа әүәҫ бандиттар алыштырҙы. Эйе, берәүҙәр йәшәй, икенселәр маташа ғына. “Кемгә Рәсәйҙә йәшәүе рәхәт, Кипрҙа ла хөрт түгел”.
Кипрҙа рәхәт, әлбиттә. Йылы диңгеҙ ҙә, ҡайнар ҡояш та, вилла ла, пальмалар ҙа эргәлә. Утрау ғына Рәсәй өсөн бәләкәйерәк, барыһына ла етмәй.
Ниңә масштабты хәтергә төшөрҙөм әле? Сөнки тормош яҡшыра бара. Ә традициялар менән нишләргә? Йәғни, тапҡан-таянғаныңды үҙең менән бергә теге донъяға алып китеүҙе әйтәм. Унда барғас, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәҫ өсөн.
Бына, мәҫәлән, һин ғүмер буйы эшләһәң дә завод-фабрикалар хужаһы була алмағанһың, хатта миллионер түгелһең. Һиңә ҡәберҙе лә икегә-ике итеп, уның рәшәткәһен дә тәпәш кенә ҡуйырҙар. Арыу кешеләргә тирә-яҡ менән хозурланырға ҡамасауламаһын өсөн.
Ә бына арыу ғына урында ултырған булһаң, ҡәберҙе лә киңерәк, һәйкәлен дә бейегерәк ҡуйырҙар. Матур киләсәккә көләс йөҙ менән бағыусы бюсыңды ла эшләрҙәр.
Тормошоңа ике “бишле” ҡуйырлыҡ булһа, бөтөнләй хөрриәт! Боронғо гректарҙы, ҡытайҙарҙы хәтергә төшөрәйек әле. Улар ғүмер буйы йыйған мөлкәтте үҙҙәре менән бергә алып китер ине.
Был хыялды тормошҡа ашырырға теләһәң, баҫып торған урыныңдан күҙ күреме еткән ергә тиклем карьер ҡаҙырға тура килер ине. Тәрәнлеген һүрәтләр өсөн бер генә миҫал килтерәм: биш ҡатлы йорт дәүмәлендәге “БеЛАЗ”дар был карьер төбөндә күҙгә лә салынмаҫ ине. Унда йорттар, яхталар, самолеттар, заводтар, пароходтар, гипермаркеттарҙы тултырырҙар. Был кратерҙар йыһандан да күренер ине, буғай.
Эйе, цивилизациялар булған. Мин, уйға ҡалып, йәнә тәҙрәгә ҡарайым. Өҫтә меңәрләгән йондоҙҙар йымылдаша. Ай яҡтыһында ҡаланың бихисап йорттары, төрлө биналары күренә. Айҙағы материктарҙы һәм диңгеҙҙәрҙе лә күргәндәй булаһың. Унда ҙур һәм бәләкәй кратерҙарҙы айырым-асыҡ шәйләргә мөмкин. Ә бит Ерҙә беҙгә тиклем дә бик күп цивилизациялар булған. Улар, бәлки, сит планеталарға ла сәйәхәт иткәндер. Айҙағы кратерҙар! Кратерҙар! Булмаҫ! Булыуы мөмкин түгел!