– Нисек телең әйләнә ул миңә улай тип әйтергә? Белеп тораһың бит, ни өсөн һимергәнемде! – Был һүҙҙәренә асыуым ҡабарҙы. – Приемныйҙа ултырыуы анһат тиһеңме?! Һинең кеүек төҙөлөштә эшләһәм, сыбыҡтай булыр инем. Ә мин унда көнө-төнө компьютер артында ултырам. Ул бөтмәҫ хаттарҙы яҙып өлгөрөп булмай. Етмәһә, министрлыҡтан төшкән бер әмер – срочный! Ә мин стресты нисек үткәргәнде беләһең – нимәлер сәйнәргә кәрәк. Өҫтәлемә ингән кешеләр өсөн кәнфиттәр ҡуйыу – минең идея түгел, начальник ҡушты! Стресс арҡаһында шул кәнфиттәрҙе үҙемә ашарға тура килә. Срочно ла срочно тип ҡыуаламаһалар, шул арзан нәмәләрҙе ауыҙға ла алмаҫ инем... – Иремә асыуланғандан асыуландым. - Улары, ярай! Әммә ниндәйҙер иҫәр ҡасандыр секретарға шоколад ташырға кәрәк тигәнде уйлап тапҡан, ҡәһәр һуҡҡыры! Ингән бере шоколад тота ла килә, тота ла килә. Уларҙы ташла, тип әйтмәксеһеңме?! Елгә аҡса осороу ғәҙәтем юҡ минең. Кеше бит мине уйлап тотоп килгән...
– Һуң, коллегаларың менән бүлешер инең, – тине ирем баҙнатһыҙ ғына итеп.
– Бү-ле-шер-гә? Бәлки, коллегалар менән эш хаҡы менән дә бүлешәйемдер? Нисек инде, мин эшләйем дә, документтарын тултырайым да, шунан миңә тигән һыйҙы кабинеттарында ыштан туҙҙырып ултырған әҙәмдәргә тотторайым?! Аҙыраҡ ҡына уйлап һөйлә! – тип өҫтәлгә шап һуғып алдым. – Мин бит бар күңелемде һалып эшләйем. Ингән бер кешегә сәй яһап эсерәм. Улар уңайһыҙланып ултырмаһын тип, үҙемә лә бергә ашарға тура килә. Минән ингән кешенең йөҙө яҡтырып сыға, сөнки мин һәйбәт –специалист, белдеш! Ҡайһы берәүҙәре хатта күстәнәстәрен тотоп минең менән сәй эсергә генә килә. Ышанаһыңмы, юҡмы, туҡ булһам да ҡапҡылап ултырам. Үпкәләткем килмәй, кешенең күңелен уйлайым!
Һимергәнһең, имеш! Тфү һиңә, битһеҙ... Шулай аҡыллы булғас, минең урында үҙең эшләп ҡара! Ҡарарбыҙ, күрербеҙ кем нисек һимерер!
А. Сәләхова.