Шиксел Шәрифәне эйәртеп, һарай яғына ыңғайлауҙан башҡа сара ҡалманы. Тиҙерәк ҡараһын да тынысланһын, тип уйлайым.
Һарай алдындағы иркен ялан кәртәлә берәүҙәре ем сүпләгән, икенселәре борхолдап тупраҡҡа ҡойонған, өсөнсөләре ҡоҡолдап һарайға бер инеп, бер сыҡҡан, дүртенселәре һарай эсенән “Ҡыт-ҡытаҡ! Йомортҡа һалдым ап-аҡ!” тип һөрән һалған тауыҡтарға оҙаҡ текләп торҙо Шәрифә күршем.
– Бигерәк күп күренәләр. Нисә тауығың бар? – тип һорай был тәфтишсе кеүек.
– Шөкөр, ҡырҡ ике генә, – тием.
– Ана-а-а, анау ҡыҙыл тауыҡ минекенә оҡшаған. Ай-һай, беҙҙеке шикелле ул. Бынауы ағы ла оҡшап тора!
– Нисек оҡшап тора?
– Күҙе, ә юҡ, ҡарашы хас та минең тауыҡтыҡы!
– Нисек инде ҡарашы? Бөтә тауыҡтың да ҡарашы бер иштер ул, – был хәбәрҙән көлкөм килә, әммә күршенең һөмһөҙлөгө йәнемде көйҙөрә башланы.
– Юҡ, анау тауыҡтар тушны минеке! Хәҙер үк алып сығып бир!
– Юҡ, нишләп мин һиңә күрәләтә тауыҡ тоттороп ебәрәйем?
– Әйҙә, һанайыҡ!
– Һана һуң!
Күрше ялан кәртәгә инеп, унда-бында һибелгән тауыҡтарҙы әллә нисә тапҡыр һанап та, арттарынан өйөрөп ҡыуып та ҡараны, әммә осона сыға алманы. Арманһыҙ булып арыны. Үҙе бер туҡтауһыҙ әллә тауыҡтарҙы, әллә кемделер әрләне, йәне көйөп миңә лә арҡыс-торҡос һүҙҙәр ташланы. Былай ҙа йәнем көйөп торған мин дә яуапһыҙ ҡалманым. Икәү-ара әйтеш тиҙҙән юғарыраҡ тонға күсеп, арыу уҡ һүҙ көрәштереүгә, дөрөҫөрәге ирешкә әйләнде. Шулай ҙа, бер тауығымды ла бирмәй, еңеүсе ҡиәфәттә тороп ҡалдым. Шиксел Шәрифә, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, аушаңлап сығып китте.
Тауыҡ мажараһы шуның менән онотолдо икән тиһәм, улай булмай сыҡты. Тағы өс көн самаһы ваҡыт үтеүгә ҡаршы өйҙә йәшәгән Мәйсәрә апай менән урамда осрашып, арыу уҡ һөйләшеп торҙоҡ. Был күршемде яратам, шул тиклем ипле, матур холоҡло ҡатын. Минән байтаҡҡа олораҡ, шулай булһа ла, хәбәребеҙ берегә.
Һүҙ артынан һүҙ сығып, был күршем әйтә ҡуйҙы:
– Мөнирә, тауыҡтарыңды иртәрәк теүәлләп яп, ҡош-ҡорт тейеп ҡуймаһын. Бер көнө кискә табан күл буйынан өйрәктәремде алып ҡайтып килһәм, һинең ете тауығың эргәгеҙҙәге аралыҡта, ҡойма буйында төнәп ята. Көн кисләгән ине инде. Эт-фәлән тәләфләп ҡуймаһын тип, тегеләрҙе берәмләп тотоп, ҡоймаң аша эскә төшөрөп киттем...
– Ай Аллам, Мәйсәрә апай, ҡылғанһың бит ҡылыҡты! – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Минең тауыштан апай үҙе генә түгел, эргәһендә әлһерәп ятҡан эте лә тертләп ҡуйҙы.
Күршемә теге хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләргә тура килде. Мин һөйләгән хәбәрҙән ул да албырғап китте. Унан икәүләп эйәртенешеп беҙҙең һарайға инеп, тауыҡ һанарға тотондоҡ. Был эш еңелдән булманы. Ахырҙа, һәр бер тотҡан тауығыбыҙҙы һарайҙың икенсе бүлмәһенә яба барҙыҡ. Ысынлап та, ҡырҡ ике урынына ҡырҡ туғыҙ тауыҡ йәшәп ята икән һарайымда! Ә мин ни уларҙы һанағаным да юҡ. Эш менән өй араһында сабып йөрөп донъя көткәс ни... Ир ҡырҙа эштә, балалар айырым йәшәй.
“Хәҙер нимә эшләргә инде?” тигән ҡиәфәттә Мәйсәрә апайға ҡарайым.
– Инәһең инде күршеңә. Эйелгән башты ҡылыс сапмай, тиҙәр бит. Матур итеп һөйлә, моғайын, аңлар. Тауыҡтарығыҙ бер иш булғанға, һин уларҙы һанамай аҫрағанға бер кем дә ғәйепле түгел бит. Үҙең инеп, ҡайһыһын теләйһең, һайлап ал тиген, – тип аҡыллы кәңәшен бирҙе сабыр холоҡло күршем.
Бик үк теләмәһәм дә, аяғым тартмаһа ла, киттем инде Шәрифә күршегә. Кеше тауығы миңә нимәгә? Үҙемдекеләр һау булһын.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.