+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
30 Марта , 05:40

Тәжрибә

Баш мөхәррир кабинеты. Сәғәт киске алты. Бөтәһе лә өйөнә таралыша. Ә беҙҙә – оперативка. Мөхәррир – тос кәүҙәле, ауыр ҡарашлы кеше. Урынбаҫары – эт инде, әсе телле, биш минут эсендә иң игелекле кешене лә үҙенән биҙҙерә торған, ҡоро планға, мөхәррирҙең һәр һүҙенә генә табынған әҙәм. Ҡалғандар уның өсөн – сүп. Мин, диплом алыуыма бер ай ҙа тулмаған йәш белгес, ҡулымдағы ҡалын блокнотымды арыҡ ҡына иңдәремә һалып, етәксемдең һәр һүҙен яҙып маташам.– Салауат! – тине ул миңә һөҙөп ҡарап. – Иртәгә иртәнсәк номерға вахтасылар тормошо тураһында материал кәрәк. Әйберең йәнле, үткер, уҡыусының йөрәгенә барып етерлек булһын! Бит ярымдан артмаһын!

ТәжрибәТәжрибә
Тәжрибә

Урынбаҫар миңә ашарҙай итеп ҡараны ла, ап-аҡ ҡағыҙ бите һондо:
– Әгәр иртәгә туғыҙға материалың өҫтәлемдә булмаһа, ошо ҡағыҙға ғаризаңды яҙ ҙа, ауылыңа ҡайтып кит. Журналистикала йомшаҡ күңелле кешеләргә урын юҡ! Мөхәррир ҙә шулай ти.
Коридорға сыҡтым. Күҙ алдымда – ауылдағы ата-әсәйемдең өмөтлө ҡараштары, күңелдә – беренсе еңелеү көйөгө. Бөттө баш. Селпәрәмә килде хыялдарым. Компьютерым артына барып ултырҙым. Күҙҙәрем алдында томан.
Шул саҡ мөйөштәге иҫке өҫтәл артында иҫке генә пинжәктә яңы гәзит уҡып ултырған журналистика ветераны Хәйҙәр ағайым телгә килде:
– Ни эшләй, ҡустым? Йәнеңде ҡайыралармы?
– Әллә инде, – тип кенә әйтә алдым.
Хәйҙәр ағай һүҙһеҙ генә тороп баҫты ла, шкаф эсенән саң баҫҡан иҫке бер папканы тартып сығарып тотторҙо.
– Мә, уҡы. Егерме йыл элек бер вахтасы ир яҙған хат... Был материал элек сыҡты, уны яңыртып биргәндә лә булыр ул.
Уҡый башланым. Бәй, үҙемдең атайым яҙған тип торам! Атайым да бит – вахтасы! Ана, шул уҡ ауырлыҡтар, һаулығы ҡаҡшауы! Ғаиләһен күрмәй зарығыуҙар һәм һағынышлы осрашыуҙар. Юлда һәм эштә үткән ғүмер. Хат оҙон түгел. Аҙағында, уныһы тәбиғи, атайымдың түгел, икенсе кешенең исем-шәрифе.
Мәҡәләне яҙырға ултырҙым. Атайым һымаҡ миллионлаған ағайҙар һәм ҡустылар тураһында ине ул мәҡәлә. Яҙып ултырам, яҙып ултырам, уларҙы уйлап, күҙ йәштәремә быуылып ултырам. Атайһыҙ үҫкән балалар, ирһеҙ ғүмер кисергән ҡатындар... Тиҙҙән мәҡәләм әҙер булды. Күптән ҡайтып киткән Хәйҙәр ағайға интернеттан ғына ебәреп, уҡытып алдым. Ул “яҡшы” тигән билдә ҡуйып, күңелемде ҡанатландырҙы.
Иртәнге туғыҙ. Туп-тура баш мөхәррир кабинетына килеп инмәһәмме!
– Яҙҙым, – тинем мин, үҙемдең батырлығыма үҙем хайран ҡалып.
Ул уҡый башланы. Йөҙө таштай ҡатып ҡалды. Бер заман күҙлеген өҫтәленә һалып, еүешләнгән күҙ төптәрен ап-аҡ ҡулъяулығы менән һөртөп алды.
– Был... Быны үҙең яҙҙыңмы?
– Эйе, – тинем мин, – минең атайым – вахтасы.
– Яҙа алаһың бит, тырышһаң! Афарин, ҡустым! – тине ул.
Коридорҙа ҡаршыма урынбаҫар осраны. Хәҙер эләгә инде, тип торам. Ә ул... ике ҡуллап минең менән күрешергә итә.
– Шәпме, ҡустым! Әйбереңде уҡыным, Хәйҙәр ағай кисә кис үк ебәргәйне. Булдыраһың икән! Күңелең ҡатмаған әле, ҡустым, ошо ихласлығыңды мөмкин тиклем оҙағыраҡ һаҡларға тырыш, йәме! Кеше күңелен иретер журналистар кәрәк ул беҙгә! – Ул бөрсөк-бөрсөк килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырҙы ла, ағайҙарса арҡамдаң ҡаҡты. – Журналистикала йомшаҡ күңелле кешеләргә барлыҡ юлдар асыҡ!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас