Тәүге мөхәббәтем ине ул минең. Әле Себерҙә эшләй. Иремә әйтәм, һин дә бар, тим. Юҡ, ыжламай ҙа! Барлыҡ нәмәбеҙ ҙә бар бит, ти. Хәҙер ике балабыҙ ҙа ситтә, үҙебеҙгә генә иркен йорт. Әммә тегеләрҙең ике ҡатлы өйө менән машинаһы тынғылыҡ бирмәй. Хәҙер бисәләр ҙә Себергә китә бит. Әллә үҙем сығып китәйемме икән аҡса эшләргә?..
Фото:stat.uz