— Кто кататься? Бесплатно, бесплатно! — тип руссалап ҡысҡырҙы малай. Шуны ғына көткәндәй, төрлө яҡтан туристар уны һырып алды. Бөтәһен дә төртөп бер ҡатын алға үрелде. Дөйәгә ултырғас, ҡәнәғәтлектән ауыҙы йырылды. Малай дөйәһен йүгәненән тотоп, тегеләй йөҙ метр барҙы ла, инде беҙҙең яҡҡа боролдо. Хайуаны туҡтағас, ҡатын төшөргә итте, тик хужаһы быны эшләргә ашыҡманы. Мут йылмайып, аҡса бир тигәндәй, бармаҡтары менән уйнатып күрһәтте.
Ҡатындың кәйефе боҙолдо. Отолғанына йәне көйөп тиргәнергә тотондо.
— Вы сказали бесплатно! Мошенник какой...
Рәсәй туристары күп булғас, урындағылар русса ла әҙ-мәҙ һөйләргә өйрәнгән:
— Кататься бесплатно. Слезать платно! — тине ул.
Ә дөйә бейек, ат ише генә түгел. Унан былай ғына төшөрмөн тимә. Хужаһы бойороҡ бирмәһә, хайуаны сүгәләмәй. Алданған ҡатынға түләүҙән башҡа әмәл ҡалманы. “Бушлай ҡапҡанда ғына була”, тиҙәр бит урыҫтар. Инереңдән алда сығырыңды уйла, тиҙәр беҙҙә.