+31 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
9 Апреля , 09:05

СӘЙӘХӘТСЕ ДУҪ

(тормош күренештәре) Ермаловкала көтмәгәндә йәш саҡтағы дуҫымды осраттым. Башҡортостандың алыҫ бер районында йәшәй ул.- Ниндәй елдәр ташланы беҙҙең яҡтарға? - тип ҡыҙыҡһынам.- Сәйәхәт итеп йөрөйөм, донъя күреп.- Ошондай көҙгө бысраҡтамы?- Ниндәй бысраҡ булһын, асфальттан елдереп кенә килеп еттем.- Ҡайһы яҡтарға юл тотмаҡсыһың?- Мине арҙаҡлы шәхестәр күп сыҡҡан Яҡшымбәт, Таймаҫ ауылдары ҡыҙыҡһындыра.

СӘЙӘХӘТСЕ ДУҪСӘЙӘХӘТСЕ ДУҪ
СӘЙӘХӘТСЕ ДУҪ

- Ә-ә.
- Ул яҡтарҙа ла ялтырап ятҡан асфальттыр инде?
- Барғас үҙең күрерһең. Ҡайтышлай беҙгә мотлаҡ ин. Ҡунаҡ булып, минең дә донъямды күреп сығырһың, - тип телефон номерымды бирҙем.
Ун минуттан был миңә шылтырата:
- Асфальт бөттө, бында үтерлек түгел дә ул, юлда ҙур таштар күп, шуларға бәрелә, төртөлә торғас, машинамдың бамберы килеп төштө.
- Әҙерәк барһаң, тәгәрмәсең дә килеп төшөр әле.
Һөйләшеү өҙөлдө. Беләм, ул тирәлә бәйләнеш насар.
Ярты көндән һуң был йәнә шылтырата:
- Яҡшымбәтте, ана үлдем, бына ҡалдым тигәндәй, барып күрҙем. Хәҙер Таймаҫҡа китеп барам. Асфальт бөткәйне, машинам ҡыҙыл балсыҡҡа буялып бөттө. Бер ерҙә батҡайным, машинамды ярай Белорус һөйрәп сығарҙы. Трос тағып йөрөгән арала үҙем ҡыҙыл балсыҡҡа бысранып бөттөм. Шулай ҙа барып етеп ҡайтам инде. Ай-һай, бигерәк тормоштарығыҙ ауыр икән, нисек сыҙап йәшәйһегеҙ ул?
- Түҙмәй ҡайҙа бараһың, тыуған ер бит...

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

А. Василов һүрәте.

Автор:
Читайте нас