

Иптәштәремә әйткән инем, үҙемдән ике йәшкә олораҡ, Әсхәл исемле дуҫым:
-Әйҙә килтер, кереп ҡарайыҡ! - тигәс, йәһәт кенә йортобоҙға ҡайтып килдем.
Уты һүнгән, шығырым тулы залда халыҡ рәхәтләнеп кино ҡарай. Ишекте асып, зал эсенә индек. Иҫкереп бөткән, яртыһы ғына ҡалған, ҡағыҙ аҡсаны Әсхәл бер - нисәгә бөкләп, билет һатыусы Сайма әбейгә һондо.
Уныһы, ишекте яртылаш асып, тышта янған лампочканан төшкән яҡтылыҡҡа ышанып, аҡсаны асып ҡарамай, сумкаһына һалды һәм тинлектәр менән иҫәпләп сдача бирҙе. Беҙ, кассир әбейҙе еңел генә оттоҡ, тип ҡыуанышып, кино ҡарарға ултырҙыҡ.
Бер ярты сәғәттән, кинәт кино күрһәтеүҙе туҡтаттылар, залда ут ҡабынды. Халыҡ ҡәнәғәтһеҙ шаулаша башланы.
-Ну ка, алдаҡсылар, халыҡҡа йөҙөгөҙҙө күрһәтегеҙ әле! - тип эргәбеҙгә асыулы ҡараштарын һирпеп, Сайма әбей килеп баҫты.
Йәһәт кенә сдачаны кире бирегеҙ, йыртыҡ аҡса менән кемде алдарға булдығыҙ, оятһыҙҙар! - тип беҙҙе әрләп ташламаһынмы. Ҡыҙарып - бүртенеп, бөтә халыҡ алдында оятҡа ҡалып, клубтан ҡыуылып сыҡтыҡ.
...Инде олоғайып, белеп - белмәй ҡылған гонаһтарға батып, тормош һурпаларын эсеп йөрөгән саҡ. Бер көн килеп Хоҙай Тәғәлә үҙе:
- Ул бысранып, йыртылып бөткән намыҫың менән, бында оялмайынса нимә эшләп йөрөйһөң?! - тип яҡты донъяларҙан ҡыуып сығарыр кеүек.
Рамай ҠАҺИРОВ.
Фото: