

Кире шылтырата
-Алло, дочка послушай, у меня каналы не показывают звезда, спорт, матч тв... Подожди, дочка! Слушай когда взрослый человек говорит! Эт нәмә , эшкинмәгән, сволочь!
Тағы ҡабатлана, үҙе ҡаратырыш бит әле
- Алло, дочка моя хорошая, помоги дедушке, у меня .... Эйййй, кәкре тояҡ, эшкинмәгән, йүгереп барып к@теңде әйләндерә тибеүсе юҡ!
Шунан ҡөһөр миңә төшә
-Килен! Кил тиҙ бул! Ана, мине тыңлап та бөтмәй, вы позвонили в спутниковое телевидение "Телекарта" тей ҙә, үҙенекен һөйләп , нажмите один, нажмите два тип ҡаңғырып ала ла китә. Я плохо вижу, нажать не могу, тип тә ҡарайым, я смогла Вам помочь, тей, нет, нет тиһәм дә , спасиба тип һала ла ҡуя ,-тип ошаҡлай башлай - Эшкинмәгән, йүнләп һөйләшә лә белмәгән нәмәне унда нимә ҡаратып ултыртып ҡуйғандар икән , бер ҫәпрәне... Ауыҙын йырып әрләнем. Увольняйся раз не можешь работать, тип әйттем, -тип довольный ғына ултыра, автоответчикты еңеп
- Ҡайным ул автоответчик бит ул, ул һине ишетмәй ҙә, аңламай ҙа,- тейем.
-Юк, аңлай, мәрйә, теге юлы матурлап һөйләште бит, һораша, яуап бирә,- тип һаман үҙенекен һөйләй
Мин шылтыратам. Гудок барҙы. Алды.
- Здравствуйте! Вас приветствует спутниковое телевидение "Телекарта", оставайтесь на линии.... ( музыка )
Ҡайным тыпырсынып эргәлә тора:
- Нимә тине? Әйт, ваш клиент Тагиров, тигән... Мине өйрәтеп йонсой
-Ярай, хәҙер, көтөп тор тей, пока музыка тора!
- Мәсекәй, сәй эсәләрҙер күп булһа, сәй эсер булһалар музыка ҡуя ла ҡуялар!
-Эээ,- тигән булам
- Спасибо за ожидание! Для прямого соединения с оператором нажмите один ....
-Нимә тей?
- Нажмите один, -тине.
- Хәҙер шулай тей ҙә, ыспасиба, дасвиданья тей ҙә ҡуя ул.....өмөтөн өҙҙө ҡайны- ҡартым
-Пока все операторы заняты...
-Нимә тей?
-Пока все операторы заняты ти,- тейем.
-Уй бирән ҡорһаҡтар, күмәкләшеп сәй һуғып ултыраларҙыр инде баяғы музыка ҡуйған бисә менән, мәсекәйҙәр!
Ниһайәт, оператор менән тоташып, йомошто йомошланыҡ. Ҡайным әбейе янына инеп китте һайрарға:
-Килендең эргәһендә тороп өйрәтеп биргәйнем, һөйләште. Булды. Хәҙер күрһәтә, тине....
Бына шулай, ул өйрәтеп бирмәһә торор инем әле ыңҡылдап һөйләшә лә алмай.
Зөлфирә ТАҺИРОВА.