+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
21 Апреля , 11:30

Заһиҙә МУСИНА

– Эт, хайуан, “бесталкоуый”, – тип төкөрөнә-төкөрөнә енләнеп йөрөйөм. Йомошомдо йомошлай алмай, был ойошманың тупһаһын нисә тапаным! Етәксе тейеш кеше йә ауырый, йә – командировкала, йә – йыйылышта, йә – ялда... Ярты йыл шулай боралар ҙа сығаралар, боралар ҙа сығаралар. “Эшкинмәгән! Мыҫҡыл итә, – тип көйәләнеп ҡабат барырға булдым. – Һанға һуҡмай мине! Кәнишне, түрә туған-дуҫтарым да юҡ, үҙем дә шытып барғандарҙан түгел. Иреш-талаш ҡуптарып йөрөгән кешеләрҙән булһам, күптән ҡабул итерҙәр ине... Мәңге этелеп-төртөлөп йәшәлде. Ю-у-уҡ, былай бармай! Күрһәтермен мин уларға!”

Заһиҙә МУСИНАЗаһиҙә МУСИНА
Заһиҙә МУСИНА

– Фәрит Мөхтәровичты күрмәйенсә, сыҡмайым! – тинем ҡабул итеү бүлмәһенә ингәс тә. – Ярты йыл йөрөттөгөҙ, ывсё, етәр! Бөгөн күрмәһәм, министрлыҡҡа ялыу яҙам!
“Дөрөҫө шул бит, – тип уйлап, ҡабул итеү бүлмәһенең диванына лапайып ултырып алдым. – Уллыҡҡа яраҡлы малай-шалай мине кеше тип белмәй! Быға тиклем үҙе йүгереп килеп һаулыҡ һорашып, хәлдәрҙе белешә ине, хужа булғайны, әллә кем булып китте...”
– Уның әле онлайн-йыйылышы бара, – тине ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған ҡыҙ.
– Нисауа. Тамамланғанын көтәм. Етәксегеҙҙе күрмәйенсә, китмәйем, тинем бит!
Ҡаты итеп яуап бирҙем дә диванға уңайлыраҡ ултырып алдым. “Бер сәғәт булһынмы, ике сәғәтме, әммә көтәм! Фәрит Мөхтәровичты күреп, йомошомдо йомошламаһам, мин мин булмайым”, – секунд һайын асыуым ҡабарҙы ғына.
Ун биш минуттан ҡыҙ түрә кабинетына инеп юғалды. Бер аҙҙан кире сығып, миңә:
– Фәрит Мөхтәрович һеҙҙе көтә, үтегеҙ, – тип йылмайҙы.
“Көтә, имеш, – тип уйланым. – Ошонда ныҡышып ултырмаһам, тағы, сәбәп табып, ҡыуып сығарырҙар ине инде... Хәҙер кәрәген бирәм, ярты йыл йәнемә тейҙеләр, тетмәһен тетәм мин уның... Түрә тип ҡарап тормаҫмын ”.
Шарт-шорт баҫып, кабинетына индем. Ауыҙ асып өлгөрмәнем, Фәрит Мөхтәрович, урынынан һикереп торҙо:
– Һа-ай, Гөлшат апай! – тип ике ҡулын йәйеп ебәрҙе лә миңә табан атланы. – Хәлдәрегеҙ нисек? Ауырымайһығыҙмы?
Был мине ҡосаҡлап алды. Шунда уҡ ҡулымдағы ауыр моҡсайҙарымды алып, ултырғысҡа ҡуйҙы.
– Әйҙә, әйҙә, Гөлшат апай, ултыр, – тип үҙемде диванға ҡунаҡлатты. – Күптән күрешкән юҡ бит һеҙҙең менән. Йә, һөйләгеҙ, ни яңылыҡтар?
– Һаумыһығыҙ, Фәрит Мөхтәрович...
– Ҡуйығыҙсы әле, мин һеҙгә ниндәй Фәрит Мөхтәрович булам ти? Фәрит ҡусты тип кенә әйтегеҙ!
– Әллә инде, хужа кешегә улай тип өндәшеү килешмәҫ. Нисәнсегә килеп, яңы инә алдым үҙеңә, Фәрит Мөхтәрович...
– Юҡ-юҡ, Гөлшат апай, ишеткем дә килмәй! Һеҙ миңә – апай, мин һеҙгә – ҡусты, килештекме?.. Ни хәлдәһегеҙ?
– Ярай-ярай, килештек. Хәлдәр ни, шул, ҡарттарса...
– Китегеҙ, һеҙме ни ҡартая торған кеше? Йәп-йәшһегеҙ! Тфү-тфү! Йүгереп йөрөйһөгөҙ.
– Эй, ҡуйсы әле, – тинем ҡыҙарып. – Йүгерәһең инде. Әлеге лә баяғы, йомош йүгертә, – әйтеп бөтөрмәнем, түрә бүлдерҙе:
– Үәт, мин – иҫәүән! Исмаһам, һеҙгә сәй ҙә тәҡдим итмәнем.
– Юҡ, сәй эсергә килмәнем. Йомошомдо ғына әйтәм дә, атыу ярты йыл...
– Отказ ҡабул итмәйем, апай, – тип тыңлап та бөтмәй һикереп урынынан торҙо ла секретарь ҡыҙға сәй яһарға ҡушты. Уныһы йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне.
Хәҙер сәй эсеп ултырабыҙ.
– Эй, Гөлшат апай, белһәгеҙ инде, ошолай рәхәтләнеп сәй эсеүҙәр нисек һағындырғанын. Етәксе булғас, бушап та булмай. Ярамһаҡланырға ғына киләләр. Һеҙҙең кеүек ихластар һирәк.
Килеп тороп уңайһыҙ булып китте, мин дә бит шул уҡ һоранып килгәнмен. Ә Фәрит ҡустым ихласлап хәлемде һораша, балаларымды белешә, ейәндәремде исемләп белә, яҡын күреп, сәй эсергә ултыртты. Ана бит, хужа булыуына ҡарамаҫтан, үҙе йүгереп йөрөп сәй өҫтәп тора... “Оят булырға тейеш миңә! Эй, әрләгән булам, ә ул элекке кеүек ябай булып ҡалған”.
– Һиңә, ҡустым, ауырҙыр инде. Түрә кешенең эше рәхәт түгел шул: инеп-сығып йөрөүсөләр өҙөлмәй, һәр береһе мыжый, һәр береһе әрләшә... Һай-һай-һай, сабырлыҡ теләйем һиңә, ҡустым, сабырлыҡ, – тип үҙем йомшарып киттем.
– Эйе шу-ул, – тип һуҙҙы ул. – Күпме ярҙам итһәм дә рәхмәтен ишеткән юҡ. Бына һеҙҙең кеүектәр гел килһә ине лә ул, йырлап эшләр инем!
– Эй, ҡуйсы әле. Мин дә шул йомош менән йөрөйөм инде. Булмаған ваҡытыңды алып, эшеңдән бүлеп...
– Гөлшат апай, улай тимәгеҙ! Һеҙгә мин һәр саҡ шатмын, гел ярҙам итергә әҙермен, – тип тупылдатып арҡамдан һөйөп тә алды.
– Рәхмәт-рәхмәт, ҡустым! Юҡ, ярай, башыңды бутап тормайым, һинһеҙ ҙә йомошланыр. Былай ҙа ваҡытыңды алдым бит.
– Юҡҡа килмәгәнһегеҙҙер. Һөйләгеҙ! Теге рәхмәтһеҙ бисураларға гел ярҙам иткәнсе, һеҙҙе бер ҡыуандырайым. Әйтәм бит, апай, һеҙҙәй алсаҡ, изге кешеләр аҙ хәҙер, бигерәк аҙ! Әйтегеҙ, йомошоғоҙҙо, зинһар, – ике ҡулымдан тотоп ҡыҫты. Ундай йылы һүҙҙәр ишетеүемә ҡыҙарып киттем. Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, Фәрит туғанымдың ике ҡулын нығыраҡ ҡыҫып, сәй эсеп ултырған еремдән ырғып торҙом:
– Юҡ, ҡустым, юҡ, борсомайым тигәс, борсомайым, – тинем ауыҙым ҡолағыма етеп. – Белеп торам, һин бер әйтһәң, эшләйһең. Сәйең өсөн рәхмәт! Һинең кеүек һәйбәт түрәләр күберәк булһа ине лә ул!
– Гөлшат апай, һеҙгә рәхмәт! Һәр кем шулай, һеҙҙең кеүек, аңлы, аҡыллы булһа ине. Һеҙ бит психолог һымаҡ: күңел торошон үтәнән-үтә күрәһегеҙ. Шуға ла һеҙҙе һәр ҡайҙа хөрмәт итәләр! Ҙур рәхмәт килгәнегеҙгә! Һау булығыҙ, апай, үҙегеҙҙе һаҡлап йөрөгөҙ!
Бындай матур һүҙҙәргә һөйөнөп, осоноп, оялып, Фәриттең кабинетынан ҡабул итеү бүлмәһенә сыҡҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ҡустым һаубуллаша башлағас ҡына иғтибар иттем. Фәрит мине шулай ҡултыҡлап коридорға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Иң аҙаҡ һыға ҡосаҡланы ла ҡабул итеү бүлмәһенә инеп секретарға:
– Сәйҙе ҡабаттан ҡайнат, хәҙер тағы бер кеше килә, – тине лә кабинетына инеп юғалды.
Ә мин: “Һа-ай, афарин, ҡустым! Шул тиклем һәйбәт түрә”, – тип уйлай-уйлай ҡайтыу яғына сыҡтым...

Автор:
Читайте нас