+10 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
23 Апрель , 08:45

Ауылда йәшәү арзан

Ғүмер буйы ҡалала йәшәгән бер өлкән генә ағай ауылда туғандарын табып ҡунаҡҡа барып ҡайтҡан. - Ай тирәһе күренмәнең, әллә ял йортонда булдыңмы? - тип һорай икән подъездаштары ул ҡайтҡас.

Ауылда йәшәү арзанАуылда йәшәү арзан
Ауылда йәшәү арзан

- Ниндәй ял йорто ти, ул тиклем аҡса туҙҙырырға мин миллионермы ни, ауылда туғандарҙа булдым. Ауылға йәшәргә күсергә уйлайым әле. Унда йәшәү арзан, анһат. Ай буйы 16 һумға ғына йәшәнем. Келәттәренә инһәң бау-бау һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт ите - йәнең теләгәнен бешер. Баҙға төшһәң тоҡ-тоҡ картуф, сөгөлдөр, кишер, банка-банка үәринйә, тоҙло-моҙлоһо, өйҙә һыуытҡысты асһаң һөтө-майы, ҡаймаҡ-ҡатығы тулып ултыра, - тип һөйләй икән ағай кеше.
Мөгәрәптәр тулған, ҡош-ҡорттар йолҡолған. Һуғымдар һуйып эләһе генә ҡалды инде, эйеме? Һыуыҡтар төшөп, ҡар ҙа яуып ебәрһә, улары ла һәләт һуйып эленер әле, ибет. Унан ҡырын төшөп, арзан ит-май ашап ҡына ҡыш үткәрербеҙ, Аллаһ бирһә.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-39367561_110940

Автор:
Читайте нас