+31 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
23 Апреля , 07:10

ПРОКУРОР БУЛҺАМ...

Әллә ниңә халыҡ шуның ижадын яратҡан була, иҫ-аҡылың китер! Тыуған көнө етһә, «Әҙәбиәт» сайтына шиғырҙарын ҡуйып, эй, тотоналар маҡтап комментарийҙар яҙырға. Ҡуйған “лайыҡ”тары ғына дүрт йөҙҙән ашып китә!Ә ниңә һуң бына беҙгә, баш ҡалала йәшәп гәзит-журнал редакцияларында эшләүсе журналист-әҙиптәргә, шундай баһа бирмәйҙәр икән?! Ни тиһәң дә, күпселегебеҙ йә атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йә – матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исемен ғорур күтәреп йөрөүсе билдәле әҙиптәр бит!

ПРОКУРОР БУЛҺАМ...ПРОКУРОР БУЛҺАМ...
ПРОКУРОР БУЛҺАМ...

Ә уның берәй маҡтаулы исеме бармы? Маҡтанырлыҡ әйбере лә юҡ уның! Кем һуң ул, шул хәтлем, күтәрергә? Йәш сағында, яңылышып, енәйәт ҡылып, төрмәлә ултырып сыҡҡан бер алдаҡсы, жулик инде! Шул замандың яҙыусы, шағирҙарына аптырайым мин: ошо йылғыр аферистың ялған шиғри һүҙҙәренә ышанып, Мәскәүҙең үҙенә тиклем ярлыҡау һорап яҙып, дүрт йыл алдан, хөкөмөн “шартлы”ға үҙгәрттереп, иреккә сығарырға өлгәшкәндәр бит, әй! Етмәһә, йүгереп йөрөп, рекомендациялар яҙып, Яҙыусылар союзына ағза итеп алғандар, әллә күпме китаптарын сығарышҡандар!
Бахыр, шиғриәткә ышыҡланып, иреккә сыҡты ла, йөрөй хәҙер арабыҙҙа, түш киреп, әллә кем булып, беҙҙең ҡыйыш-мыйыштарҙан көлөп, юмористик хикәйә яҙып. Тереләй һуя бит, әй, тереләй үлтерә – үткер һүҙҙәре менән!
...Тоталар ҙа, Ҡамай Заһир, тип шуның ижадын данлайҙар. Йәнәһе, халыҡ араһынан сыҡҡан “самородок”. Етәкселәр менән һөйләшеп, Союздан ҡыуҙыртам мин уны, биллаһи! Торғаны бер аферист, бунтарь бит ул! Иһ, прокурор түгелмен, әгәр прокурор булһам, кире төрмәгә яптырыр инем, биш-алты йыл өҫтәр инем мин уға! Әйҙә, ултырһын шунда, “ирек” тиеп набат ҡағып!

Рамай ҠАҺИР.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас