

– Бер ҙә ғәжәп түгел, – тине Зөлфирә инәй, алдында тикшереүсе түгел икәненә ышаныр-ышанмаҫ. – Бер тауығыбыҙ гел ике һарылы йомортҡа һала. Яңылыш эләккәндер инде, уныҡын өйҙә ҡалдыра торғайным.
– Ғәжәп шул, – тине Рөстәм, һүҙҙең бәйләнеп китеүенә шатланып. – Ни эшләп шулай икән ул, белмәйһегеҙме? Барса тауыҡтар ҙа шулай һалһа, илгә ниндәй табыш булыр ине, эйеме? Зоотехникка әйтеп ҡараманығыҙмы?
– Ҡайҙан алаһың ул зоотехникты? Колхоздар ябылғас, барыһы ла юҡҡа сыҡты. Хәйер, ана береһе тора. – Зөлфирә инәй, өҫтөнә ямғыр эләкмәҫлек япмалы, матур итеп эшләнгән ҙур ғына һатыу итеү урынын күрһәтте. – Элек төпкөл ауылда зоотехник ине, хәҙер бисәләр өсөн эс кейеме һата. Машина алды, район үҙәгендә йорт һала башлаған.
Рөстәм ул һатыусыны бер килке ҡарап торҙо, ниңәлер оҡшатманы, шикелле.
– Минең бер танышым аграр университет тамамлаған, уға әйтәйем әле. – Йәһәт кенә велосипедына атланды. – Беҙ тағы килербеҙ. – Уйы тиҙ генә йомортҡа дефицитын еңеү тураһында мәҡәлә яҙып, район гәзитенә генә түгел, үргәрәк тә ебәреү ине.
Алдағы баҙарҙа Рөстәм ике иптәшен эйәртеп килде.
– Минең дуҫ һарыҡ белгесе икән, эҙләй торғас, тауыҡтыҡын да таптыҡ. Таныш булығыҙ, икеһе лә Рөстәм исемле.
– Өс Рөстәмгә бер күкәй, – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ла Зөлфирә инәй, өҫтәлгә ҙур ғына ап-аҡ йоморо тауарын сығарып һалды.
– Инәй, күкәй тип әйтмәгеҙ, йомортҡа бит ул, – тине тауыҡ белгесе Рөстәм. – Беҙҙе уҡытҡан ағай шулай тип өйрәтә торғайны. Хатта башҡортса аңламаған студенттар ҙә уны "йомортҡа бабай" тип йөрөттө.
Барыһы ла рәхәтләнеп көлөшөп алдылар.
– Уның ҡарауы, бына бында дөрөҫ яҙылған, – һарыҡ белгесе таҙа итеп йыуылған бер өйөмгә күрһәтте. – Маркуф, илле һум.
– Бабай шулай ҡуша, – Зөлфирә инәй йәштәр алдында үҙен иркен тота башланы. Ейәндәр кеүек бит улар, һөйләшеүҙәре лә ихлас. – Ул уҡытыусы ине. Йәш ваҡытында, йәшелсәләр тураһында дәрес үткәргән саҡта, уға иҫкәртеү яһағандар, әҙәби телде ҡулланмай ғына, «маркуф» тип әйтергә ҡушҡандар.
Күмәкләшеп тағы көлөшөп алдылар.
– Һүҙҙе ситкә ебәрмәйек әле. Нәмә ашатаһығыҙ ул тауығығыҙға?
– Нәмә тип, барыһы ла бер төрлө ашай инде. Ошо баҙарҙан комбикорм алабыҙ, үҙебеҙҙән артып ҡалған бутҡа, бәрәңге лә уларға китә. Беҙҙең ауылда элек Мәхүбә исемле бер әбей йәшәй ине, ул тауыҡтарына йомортҡа бешереп ашата торғайны. Тауыҡ ите лә ашаманы, ваҡыты еткәс, күршеләренә өләште. Мин уны саҡ ҡына хәтерләйем, бик изге күңелле кеше ине. – Зөлфирә инәй ирекһеҙҙән сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды. – Уның өйө хәҙер юҡ инде, урынына беҙ йорт һалып индек.
Йомортҡа ашап йәшәгән тауыҡтар йәштәргә бик ҡыҙыҡ тойолдо.
– Ә ул тауыҡтар ниндәй йомортҡа һалды икән? Өс һарылы түгелме? Бәлки, дүрт һарылынылыр?
Шаярып ҡына башлаған һүҙ ҡуйырып китте.
– Һарыҡ та бит өс, хатта дүрт бәрәс килтергәне бар, – икенсе Рөстәм дә үҙенең юҡҡа ғына килмәгәнлеген белдереп ҡуйҙы. – Һәр хәлдә был факт иғтибарға лайыҡ, уны өйрәнергә кәрәк.
Шулай һүҙ ҡуйышып таралыштылар.
Гәзиттә беренсе Рөстәмдең мәҡәләһе баҫылып сыҡҡас, районға ҙур делегация килеп төштө. Улар араһында бер нисә журналист, ғалим һәм студент бар ине. Илдә йомортҡа етешмәү сәбәпле, был мәсьәләне хәл итеү өсөн бик күп аҡса бүленгән икән. Ямғыр яуып торғанға, ауылға барып етмәнеләр, иномаркалар үтә алмай, Зөлфирә инәйҙең үҙен саҡырттылар. Әбей кеше, өйрәнеп бөткән, ун биш саҡрым араны йәйәүләп килеп тә етте. Өҫтәүенә, көс еткеһеҙ итеп тейәнеп, күстәнәстәрен дә алып килгән. Журналистар фотоға төшөрҙө, студенттар тәмле-татлы ризыҡтарҙы “юҡ итеү” менән булды, ә ғалимдар төпсөнөп-төпсөнөп, был сыбар тауыҡтың башҡаларынан нәмәһе менән айырылыуын асыҡларға тырышты. Фәнни тел менән әйткәндә, сыбар тауыҡтың психологик портретен төҙөнө. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ахырҙа, шул мәғлүм булды: был тауыҡ, үҙ аҙбарын хушһынмай, йышыраҡ күршеләр яғына сығып китә икән, уларҙың әтәсе менән дуҫлашып алған. Быны ишеткәс, бәхәс тағы көсәйҙе. Әтәстең бында ни ҡыҫылышы бар тигән йәш ғалимды туҡмай яҙҙылар. Һүҙҙе икенсе көндә лә дауам итергә булдылар. Ғалимдар һәм журналистар – ресторанға, унан аҙаҡ район үҙәгендәге берҙән-бер ҡунаҡханаға йүнәлде, студенттарға мәктәптән бер нисә палатка бирелде. Зөлфирә инәйҙе, иртәгә тағы килергә ҡушып, ҡайтарып ебәрҙеләр. Ямғыр көсәйеп торһа ла, тағы бер ҙур йомортҡа кәрәк тигәс, риза булды инде.
Икенсе көн һүҙ күберәк бүленгән аҡсаны нисек тотоноу тураһында барҙы. Егерме йыллыҡ перспектив план төҙөлдө. Район үҙәгендә фәнни лаборатория ойоштороуҙы кәрәк тип таптылар, уның йүнәлеше "ҙур йомортҡа һалыуҙа әтәстең роле" тип аталып, штатына илле кеше керетелде. Зөлфирә инәйҙең тауығын район үҙәгенә күсереп, уға ун әтәс беркетергә булдылар. Әллә нисә биттән торған план дүрт һарылы йомортҡа һалыусы тауыҡтар иҫәбен бер миллионға еткереү менән тамамлана ине. Йомортҡаларҙың ниндәй илдәргә һатылыуы, күпме табыш алынасағы тиненә тиклем иҫәпләп сығарылды.
Әбейҙең бер һүҙен дә ҡолаҡҡа элмәгәстәр, ул шым ғына сығып, ауылына йүнәлде. Ул ҡайтып еткәндә күршеләренең эте, бәйҙән ысҡынып китеп, сыбар тауыҡтың ғүмерен өҙгәйне.