+31 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
12 Май , 05:35

Рәшиҙә РӘИС Үәт, шилма!

9 май иртәһе. Телевизорҙан Кремль парадын ашҡынып көтөп ултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөнир ҡарттың йорто ҡунаҡтар менән тулы. Балалары, ейәндәре, бүләсәләре иртә менән килеп уны ҡотлайҙар ҙа,ҡартты кейәү егетеләй ҡупшылап кейендереп, орден-миҙалдарын тағып түргә ултыртып ҡуялар. Унан йүгереп йөрөп йортон ипкә килтерә һәм байрам өҫтәле әҙерләй башлайҙар.

Рәшиҙә РӘИС Үәт, шилма!Рәшиҙә РӘИС Үәт, шилма!
Рәшиҙә РӘИС Үәт, шилма!

Сөнки тиҙҙән район хәкимиәте үҙе яраҙамсылары менән, ҡала хәкимиәтенән бер-нисә делегат, эшләгән урынынан тағы бер-нисә абруйлы кеше (әйткәндәй, ул Башҡортостандың иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһендә 14 йыл ректор булып эшләгән кеше), ул хәбәрселәр тиһеңме, ул яҙыусылар тиһеңме, ҡартыбыҙҙы хөрмәтләп ҡотларға киләсәктәр. Бындай хәл йыл да булмаһа ла, Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылы мотлаҡ рәүештә үткәрелә. Ә ҡартыбыҙҙың үҙенә быйыл, Аллаһ бирһә, 95 йәш тула, көҙ еткәс.
Шулай, бүлә-бүләсәләр, ейән-ейәнсәрҙәр ҡартатайҙары янында урала, уның менән Башҡортостан парадын ҡарайҙар. Унда бөртөкләп кенә ҡалған ветерандарҙың тормошон, өйҙәре алдында концерт номерҙары ҡуйыуҙарын күрһәтәләр. Бына, шундай матур итеп ауыл ерендә йәшәгән ветеран бабайҙы әбейе менән төшөрөп алғандар. Улары матур ғына итеп, парланышып йылмайышып ултыралар. Мөнир ҡарттың күҙҙәре һағышланып китә, әлбиттә. Бына тиҫтә йыл инде уның яңғыҙ ҡалыуына.
Һәм ниһайәт, сәғәте етеп, Кремль парады ла башлана. Мөнир ҡарт алға эйелә бирерберәк, яҡшыраҡ күрер өсөн, күрмәгән күҙҙе ҡыҫыбыраҡ мөкиббән китте. Телевизорҙың тауышы көсәйтелде, өй эсендәге тауыш үҙенән-үҙе кәмене, аш бүлмәһенән башҡа өй эсендә хәрәкәт тә әкренәйҙе. Был ғаиләнең ҡанына һеңгән ҡартатайҙарына, шул уҡ кимәлдә Бөйөк Еңеүгә хөрмәт икәнлеген күрһәтә. Ҡартты иң ҡыҙыҡһындырғаны парад ваҡытында ил юлбашсыһының янында кемдәрҙең булыуы. Оло ветерандарҙың ҡайһы берҙәрен танып та ҡуя, танымағанын һораша һала. Ҡайһы ил вәкилдәре булыуы, ниндәй хәрби көстәрҙең парадта ҡатнашыуын күҙәтә. Ул арала ейәндәрҙең шуғырағы телевизорҙың пультенә баҫып Башҡортостан каналына ла күҙ һалып өлгөрә. Унда, нәҡ шул мәлдә, теге бабайҙы әбейе менән яҡындан ғына күрһәтеп алалар. Еңеү байрамында ауылда митингта ултыралар йылмайышып. Шул арала канал тағы кире Мәскәүгә күсерелә, Мөнир ҡарт һиҙмәгәндә генә. Унда Путиндең парадты күҙәтеүен күрһәтәләр. Каналдарҙың үҙгәргәнен һиҙмәй ҡалған ветеран:
-Үәт, шилма! Ҡарағыҙ әле, теге икәү Мәскәүгә лә барып еткән бит, ә - тип өй тултырып ҡысҡырып та ебәрә.

Фото: sputnik.by

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас