+16 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
20 Мая , 09:45

"Тауыҡтарығыҙ хәләл күкәй һаламы?

Э-й-й, был Илһөйә Бәҙретдинова  социаль йырҙары менән генә түгел,  үҙе лә бик үткер һәм ҡыҙыҡ кеше бит ул. Теле телгә йоҡмай, фекерҙәрен дә бик ҡыйыу белдерә. Сәхифәһенә яҙылыусыларҙың көндән-көн артыуы ла тиккә түгелдер.

"Тауыҡтарығыҙ хәләл күкәй һаламы?"Тауыҡтарығыҙ хәләл күкәй һаламы?
"Тауыҡтарығыҙ хәләл күкәй һаламы?
Бына сираттағы яҙмаһы йәнә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, хатта ҙур ғына бәхәс тә уятты. Уны һеҙ ҙә уҡып ҡараҡыҙ әле.
 
“Минең был посты нимәгә кәрәкмәгәнде "тырнай инде”, тип ҡабул итмәгеҙ. Ысынлап та, ҡайһы бер нимәләрҙе аңламағанға яҙам. Бик сетерекле темаға ҡағылам... алдан уҡ әйтәм, бер кемде лә үпкәләтергә теләмәйем!
Бер нисә ерҙә ҡорбан ашында булырға тура килде. Төрлө урында - төрлөсә йола...
Бер ҡатын өҫтәлгә ҡуйылған ҡыяр менән помидорға бәйләнде. Имеш, был “закуска” дини байрам табынына ҡуйылырға тейеш түгел. Икенсеһе “мосолмандарға балыҡ ашарға ярамай” ти... Cөнки ул салынмаған. Өсөнсөһө әйтеүенсә, өҫтәлдә бөтә ризыҡ та хәләл кибеттән алынған булырға тейеш.
 
Ғөмүмән, аңлатығыҙ әле мин йүләргә, хәләл кибеттән алынған йомортҡа менән баҙарҙан алынғаны араһында ниндәй айырма бар? Бына шуны уйлап ултырам: беҙҙең тауыҡтар хәләл күкәй һаламы икән? Сөнки әтәсте керәшен Гена бабайҙан һатып алғайныҡ. Ә ниндәй була ул хәләл туңдырма? Тағы шуныһын аңламайым: хәҙер хәләл ҡаш яһау модаға инде. Йөндө йолҡорға ярамай. Был тәндәге бөтә йөнгә лә ҡағыламы? Тырнаҡты ла буярға ярамай, ә битте ярай... Аңламайым бит...
 
Биттәге йыйырсыҡтарҙы укол ярҙамында тигеҙләргә ярамай, сөнки был “Аллаһтың биргәненә ҡаршы килеү” тип һанала икән. Миңә шулай аңлаттылар. Ә ниңә теште яматырға ярай? Әйҙә, серей бирһен шунда...”, - тип яҙа ул.
 
Ҡыҙыҡ фекерҙәр, шулай бит?! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Тыуған төбәгегеҙҙә дингә ҡарата ниндәй йолалар бар? Ҡорбан аштары нисек үтә? 
 
Фото: ya.ru/images/
Автор:
Читайте нас