

Килен-бала тиҙҙән ҡоҙоҡҡа һыуға барыуҙы үҙ итеп ала. Унда, исмаһам, арттан ҡәйнә эйәреп йөрөмәй! Шулай ҙа ҡайтыуына әбей “дәрес биреүҙе” дауам итә икән. Сәбәбен дә табып ҡына тора.
- Ауыл ерендә һыуҙы кем нисек ташый, күрше-тирә ҡарап тора ул. Бигерәк тә яңы кешене иләктән иләп төшөрәләр. Биҙрәң бүҫкә икән, эй, бының бәхете тулы булмай, тиҙәр. Шуға күрә һыуҙы биҙрәң тулғанса ал, йәме, килен!– ти ҡәйнә, ярты биҙрә һыуға ҡырын-мырын ҡарап.
Бер көн киленкәй һыу буйынан йүгерә-атлай ҡайтып инә лә, башҡортса-сыуашса хәбәр һөйләп ташлай: “Ҡоҙоҡҡа көйәнтәләп бер бөкөрө ҡарсыҡ килде. Билем ауырта, биҙрәләремә һыу алып бир әле, тигәйне, “пускай Әсмә әби бәхетле булсын!” тип тултыраһынан ҡойҙом...” Ҡәйнә был хәбәргә рәхәтләнеп бер көлөп ала...
Шулай йәш кәләш ауылда йәшәү серҙәренә өйрәнеп китә, хатта һуңынан ҡәйнәһен үҙе “уҡыта” башлай. “Пускай Әсмә әби бәхетле булсын” тигән лаҡап был яҡтарҙа әле лә йөрөй.
Лилиә Ғәниева.
https://hakmar.ru/articles/godpoleznihdel/2024-08-10/t-kilen-3880514