+19 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
28 Мая , 09:15

АЯТ

Уйлап-уйлап ултырам да: “Йәш саҡ – алйот саҡ”, тип бушҡа әйтмәй­ҙәр икән, тип тағы берҙе уйлап ҡуям. Был хәл яңы ғына өйләнешеп, матур ғына итеп тормош көтөп йөрөгән саҡта булды. Ни бысаҡты йүнләп үткерләй, ни балтаны йүнләп һаплай белмәгән саҡ. Хатта йүнләп сөйҙө лә ҡата белмәгән осор. Мәйтәм, йәш саҡта тормош көтөүҙең күп нәмәһен белмәйһең икән шул. Бигерәк тә, беҙҙең быуын дини яҡтан белемһеҙ булды. Сөнки заманында ул тыйылған ине. Аңлатҡан-өйрәткән кешеһе булмағас, ҡайҙан ғына беләһең инде, дин ҡағиҙә-тәртиптәрен. Хәҙер әҙ-мәҙ беләм дә ул. Әммә эш үткән. Сөнки дини белемһеҙлеккә бәйле был хәл күптән инде тарих биттәрендә урын алып өлгөргән. Бына ошо хәлде һөйләмәксе булам да инде мин һеҙгә.

АЯТАЯТ
АЯТ

Бер көн, туйҙа әйтелгән теләктәрҙе теүәл үтәп, беребеҙ – “ут”, икенсебеҙ “һыу” булып, һыу эскеһеҙ итеп донъя көткән мәлдә беҙгә ҡайнаға килеп инде. Былай ул миңә яҡын ҡайнаға түгел. Алыҫ ҡына ҡайнаға. Сыбыҡ осо, тиһәң дә була. Сер итеп кенә әйтәм, хатта ҡайнаға тимәһәң дә була. Ә, шулай ҙа, мин уны, әҙәпле кейәү булараҡ, һаулыҡ һорашып, яҡты йөҙ менән ҡаршы алдым. Хатта, тәртипле кейәү булараҡ, сәй эсергә саҡырҙым. Хәл-әхүәлде әҙерәк һорашып ултырғас, бер-ике сынаяҡ сәй эскәс, ҡайнаға сынаяғын түңкәреп ҡуйҙы ла, миңә борола төшөп, төп йомошон әйтте.
– Шәмбе көн, теүәл ун икегә, беҙгә аятҡа килегеҙ.
Мин бер генә мәлгә аптырап ҡалдым. Ә, шулай ҙа, ышаныслы яуап бирҙем:
– Ярай, барырбыҙ, ҡайнаға. – Итәғәтле кейәү булараҡ, шартына килтереп, өҫтәп ҡуйҙым. – Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, ҡайнаға. Тәрбиәле кешегә, моғайын, артыҡ булмаҫ. – Беҙҙе кешегә һанап...
Түр башынан төшөп килгән ҡайнаға артабан һөйләргә мөмкинлек бирмәне.
– Ярай, булды, булды, кейәү, аңланым. Ҡыҫҡаһы, көтәбеҙ.
Ҡайнаға шәп-шәп атлап китеп барҙы. Ә мин аптырап тороп ҡалдым: ә нимә була ул аят? Һис кенә лә ишеткән нәмә түгел бит әле. Башты тырнап апаруҡ торҙом мин тышта. Ҡунаҡҡа оҡшаш берәй табынмы икән? Әллә йыйылышҡа оҡшаш берәй йыйынмы? Әллә һайлауға оҡшаш берәй нәмә булып, мине "аҡһаҡал" итеп һайларға уйлайҙармы икән? Әллә һабантуйға оҡшаш берәй ярышмы? Әллә, төнөн йәшертен генә йөрөп, "Буржуйҙарға көн бөтһөн" тигән листовка-фәлән йәбеш­тереүме икән? Үҙегеҙ ҙә ишетеп торҙоғоҙ бит. Ҡайнаға: “ун икегә килегеҙ”, тине. Әгәр көндөҙгө түгел, ә төнгө ун икегә йыйылырға булһа... Аптырай биреп өйгә инәм. Кәләш шул арала һауыт-һабаны йыуып өлгөргән. Уларҙы түңкәреп, өҫтөнә таҫтамал да ябып ҡуйған.
– Ҡара әле, уйламағанда-нитмәгәндә ағайым аятҡа саҡырып ҡайтты бит әле.
Беҙ бер аҙға тын ҡалдыҡ.
– Ҡара әле, хәҙер нимә эшләрбеҙ икән?
Мин йөҙөмә мөмкин тиклем уйсанлыҡ сығарып, әйтеп ҡуйҙым.
– Ҡара әле, тип тормайбыҙ инде, барабыҙ.
Кәләш тағы уйға батты. Нимәлер һорарға теләгәне хатта йөҙөнә сыҡҡан. Аят нимә ул? Бына ошо һорау борсой уны. Әммә нисек һорарға ғына белмәй. Һорамаһа ғына ярар ине, тием, эстән. Әммә минең өмөт аҡланманы.
– Ҡара әле, аят тигәне нимә була?
Мин аптырап киткән кеше булдым. Хатта усты усҡа һуғып ебәргән булдым.
– Һә-ә-ә-әй, шуны ла белмәйһеңме ни?
Кәләш бер килке миңә текләп тора ла уфтанып ҡуя.
– Ҡара әле, уны һин дә белмәйһең икән.
Нишләп белмәй ти, беләм, тип әйтеүҙән файҙа юҡ. Белмәгәс, нимә тип әйтәһең инде. Бер аҙ тапанып, бер аҙ башты тырнап торғандан һуң мин дә көрһөнөп, урындыҡ ситенә сүгәләй төштөм.
– Белмәйем шул... аяттың нимә икәнен...
Сәйҙе яңыртып ебәрҙек тә икәүләп уйға баттыҡ. Ысынлап та, ул аят тигәне нимә була икән? Хәҙерге заман булһа, интернет селтәрҙәренән яуапты һә тигәнсе табып алыр инек тә бит. Әммә беҙҙең заманда улай мөмкинлек булманы. Күрше-фәләндән һорашыр инең, бер төрлө уңайһыҙ һымаҡ.
“Оят, аятты ла белмәйҙәр!” Бына ошондай теләһә нәмә һөйләп сығарырға улар күп һорамаҫ. Ауыл ерендә кеше һүҙенә бер ҡалһаң, оҙаҡ сыға алмай йөрөйһөң бит ул. Шуға беҙ бер кемгә өндәшмәҫкә, бер кемдән дә һорашмаҫҡа булдыҡ. Был серле аятҡа ун икегә түгел, ә ярты сәғәткә алдараҡ барырға ҡарар иттек. Әгәр төнгө ун икегә килергә кәрәк була ҡалһа, берәй сәбәбен табып, ҡайтыр ҙа китербеҙ. Әгәр көндөҙгө ун икегә була ҡалһа, артыҡ зыян юҡ. Ярты сәғәт ваҡыт һә тигәнсә үтә лә китә. Хәҙер шәмбе тиҙерәк кенә етһен инде. Үлтереп аятты күрге килә!
Шәмбе көнө урамды бер итеп этеп йөрөп, “матай”ҙы тоҡандырып алдым да кәләште һәм бәләкәй малайҙы ултырта һалып, һә тигәнсә ҡайнағаларға барып та еттем. Алдан һөйләшкәнсә, теүәл ун икегә түгел. Ә теп-теүәл ун икенсе яртыға. Ҡайнаға беҙҙе ҡолас йәйеп, әйҙүкләп ҡаршы алды.
– Әйҙүк, әйҙүк, һаумыһығыҙ, үтегеҙ. Йә, шунан, нисек килеп еттегеҙ? Юл нисек? Мал-тыуар нисек? Күршеләр нисек? Үҙегеҙ нисек? Малай үҫәме? Иртә килеүегеҙ бик һәйбәт булды...
Мин башҡа яғын тыңлап торманым. Тиҙерәк өй яғына ҡарай уҡталдым. Сөнки унда мине серле аят көтә. Өйгә ингәс... бер килке аптырап торҙом. Ултырғыстар теҙелгән, өҫтәл ҡуйылған. Ә ашамлыҡ-фәлән юҡ. Аят тигәне ошолайыраҡ буламы икән! Ашау булмай икән, тип көрһөнөп ҡуйҙым. Белгәндә сәй эсеп киленә ине. Ҡара әле, өҫтәлдә тош-тош урында бәләкәй генә һауыттарҙа нимәлер ултыра. Нимә икән? Ипләп кенә телдең осо менән генә тәмләп ҡарайым. Тоҙ икән! Бөтәһендә лә тоҙ булып сыҡты. Тимәк, тип уйлап ҡуям мин, бөгөн беҙ күмәкләшеп тоҙ ялайбыҙ! Аят тигәндәре ошолай була, күрәһең. Мәйтәм, берәй беҙгә лә туғандарҙы аятҡа саҡырып алыр кәрәк. Әҙерләнәһе-нитәһе түгел, тоҙ ултыртаһың да ялатаһың да ҡайтараһың! Берәү әйтмешләй, этем рәхәте.
Шул саҡ күҙем өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ битенә төштө. Тәҙрә-ишек яғына күҙ һалғандан һуң, ҡағыҙ битен ҡулыма алам. Ҡара әле, ниндәйҙер исемлек бит был. Фәлән – фәләндең улы, төгән төгәндең ҡыҙы, тип яҙылған унда. Ниндәй исемлек икән? Мин бер аҙға уйға ҡалам. Шунан еңел һулап ҡуям. Был бит ҡунаҡтарҙың исемлеге! Ну-у-у баш та инде үҙемдә, тип үҙемде маҡтап ҡуям. Ә, шулай ҙа, был исемлектә нимәлер етмәгән һымаҡ. Нимә етмәй икән? Иғтибар менән тағы берҙе уҡып сығам. Шунан тағы берҙе... Ҡара әле, тип маңлайға һуғып ҡуям, был исемлектә мин юҡ бит! Ҡайнаға беҙҙе, бәлки, килмәҫтәр, тип уйлағандыр инде. Шуға күрә беҙ юҡтыр. Мәйтәм, улай булмай. Берәү әйтмешләй, һәр ерҙә тәртип кәрәк. Тиҙ генә ҡәләм таба һалып үҙемде исемлеккә индереп тә ҡуйҙым. Ә, ысынында иһә, мин үҙемде мәрхүм-мәрхүмәләр исемлегенә индереп ҡуйғанмын! Кем белгән инде уныһын.
Бер мәл саҡырылған ҡунаҡтар йыйылып бөттө. Был юлы, алдан килгән – урын өсөн, тигән әйтем, ниңәлер, тура килмәне. Иң үрҙән урын алып өлгөргәйнем ул былай. Килгән ҡунаҡтар инә торҙо, минең менән ололап һаулыҡ һорашып торҙо. Мәйтәм, беләләр, ололайҙар (ә кем белгән инде муллаға тәғәйен урында ултырғанды). Бер мәл өйгә ҡайнаға килеп инде. Миңә текләп торғандан һуң ҡырҡа әйтеп ҡуйҙы:
– Кейәү, һинең урының бына ошонда!
Нишләйһең, табындың иң түренән уның иң ситенә күсеп ултырырға тура килде. Ярай, мәйтәм, ҡайнаға, беҙгә тағы килерһең әле. Һинең дә урын булыр ситтә. Бына бер мәл саҡырылған ҡунаҡтар тамам йыйылып бөттө, буғай. Әммә улар үҙ-ара шыбырҙашып һөйләшеп тик ултыра. Әллә тағы берәүһен көтәләрме икән? Түрҙә ултырһам, мин дә, кеше һымаҡ, һөйләшеп ултырыр инем. Ҡайнағаны әйтәм, бер урында тыныс ҡына ултыра алмай. Өйҙән бер сыға, бер кире килеп инә. Кемделер көтә, тигән уй дөрөҫ булып сыҡты. Шул мәл, әссәләмәғәләйкүм, тип берәү килеп инде. Мулла икән! Уға ҡайнаға урынды табындың түренән (әлеге лә баяғы, минең тәүге урынды) бирҙе. Мулла, тамаҡ ҡырып, башҡаларға күҙ йөрөтөп сыҡты ла төп һүҙен башланы.
– Йә, йәмәғәт, булмаһа, башлайыҡ.
Мулланың нимә һөйләгәнен, нимә аңлатҡанын һөйләп тормайым. Оҙаҡ булыр. Бына бер мәл мулла барыбыҙға ла күҙ йөрөтөп сыҡты ла һорау бирҙе:
– Барығыҙ ҙа тәһәрәтлеме?
Был һүҙҙе ишетеү менән бер нисә кеше ырғып тороп тышҡа сығып китте. Мулла нишләптер миңә бик һынамсыл текләп торҙо ла тәғәйен һораны:
– Тәһәрәтең бармы?
Мулланың нимә талап иткәнен мин ҡайҙан ғына беләйем? Мейе тегеләй-былай уйлаған арала минең күҙҙәр уның башындағы түбәтәйгә төштө. Моғайын, һүҙ түбәтәй тураһында баралыр, тигән елле фекер килде башҡа.
– Бар!

Ҡалған яғын тын ғына ултырһам да була ине. Мулла миңә һаман шикле текләп ултырғас, аптырағандан өҫтәп ҡуйҙым:
– Тик өйҙә ятып ҡалған!
Мулла аптырап китте. Ә, шулай ҙа ҡәтғи талап ҡуйҙы:
– Нисек өйҙә ятып ҡалған? Тәһәрәтһеҙ булмай!
Мин аптырай биреп унан һорай ҡуйҙым:
– Ошонда ғына эшләһәм буламы?
Мулла аптырауҙан саҡ артына ҡолап китмәне, буғай.
– Нимәне?
Мин тыныс ҡына яуап бирәм.
– Тәһәрәтте!
Мулла нимә әйтергә белмәй ыҡ-мыҡ иткән арала кеҫәнән ҡулъяулыҡ сығара һалып, уның дүрт мөйөшөн төйөнләй һалып, башыма ҡаплап та ҡуйҙым. Һәм муллаға өндәштем.
– Бына хәҙер мин тәһәрәтле!
Мулла ҡайнағаға борола төшә һәм унан һорай ҡуя.
– Был кем ул?
Ғүмере тотлоҡмаған ҡайнаға тотлоғоп алды ла китте.
– Ке-ке-ке...
Шул саҡ мулла ҡайнағаның арҡаһына йоҙроғо менән мул ғына итеп тондорҙо. Миңә һуҡһа, билләһи, үпкә осоп сығып китәр ине. Ә ҡайнағаның ауыҙынан һүҙҙәр генә осоп сығып китте. – Ке-йәү була беҙҙең!
Шул арала сығып киткән ҡунаҡтар кире килеп инеп, үҙ урындарын алып өлгөрҙө. Мулла миңә ҡарап торҙо ла ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
– Ярай, йәмәғәт, аятты дауам итәбеҙ.
Ҡалған яғы шыма ғына китте былай. Тәүге ҡытыршылыҡ баяғы исемлекте алғас башланып китте. Аяттың тәртибе буйынса ҡайнаға һәр "ҡунаҡ"ты әйтеп тора. Ә мулла уларҙың һәр кеменә айырым, әмин, тип ултыра. Ҡайнаға һуңғы "мәрхүм"гә килеп еткәс, тағы тотлоғоп алды ла китте! Ахырҙа мулла исемлекте уның ҡулынан һыпыра тартып алып, минең исем-шәрифте ап-асыҡ итеп әйтте лә, әмин, тип битен һыпырып та ҡуйҙы. Ҡайнаға уның еңенән тарта-тарта саҡ әйтә алды.
– Һу-һу-һуңғыһы кәрәкмәй.
– Нишләп кәрәкмәй.
– Ул әле ү-ү-үлмәгән.
– Нисек үлмәгән?
– Ул а-а-ана ултыра.
Мулла бер – миңә, бер – ҡайнағаға ҡарай, бер исемлеккә ҡарай. Шунан аптырай биреп һорай ҡуя.
– Ә кем яҙған уны?
Ҡайнаға миңә төртөп күрһәтә.
– Ү-ү-үҙе яҙған!
Мулла ҡайнағаға өндәшә.
– Кейәү тиһеңме?
Ҡайнаға тотлоға-тотлоға яуап бирә.
– У-у-ул миңә яҡын ке-ке-кейәү түгел. А-а-алыҫ ҡына ке-ке-кейәү була. Сыбыҡ осо инде шунда. Ке-ке-кейәү тимәһәң дә бу-бу-була!
Үәт, әй, тик торғанда кейәүлектән дә төшөп ҡалынды. Мин, ни эшләргә белмәй, аптырағандан, ашъяулыҡтағы тапты уң ҡулдың һуҡ бармағы менән тызып алдым да киттем. Ул арала, нишләптер, һул ҡолаҡ ҡысып алды ла китте. Уныһын һул ҡулдың һуҡ бармағы менән соҡой башланым. Етмәһә, ара-тирә иҫнәп тә ҡуям шунда. Мулла бер килке мине йәлләп ҡарап ултырҙы, буғай. Шунан ҡайнағаға борола биреп, унан һорай ҡуя.
– Ә былай уның бөтәһе лә "өйҙә"ме?
Ҡайнаға өндәшмәй. Бары тик яурындарын күтәрә биреп, кире төшөрөп ҡуя.
Мулла һығымта яһап ҡуя.
– Киленгә түҙемлек бирһен инде.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киленгә кемдер түҙемлек бирмәй. Тик ултырһа ла булыр ине. Әммә ул мулланың һорауына асыҡлыҡ индереп ҡуя:
– Өйҙә берәү ҙә ҡалманы. Бөтәбеҙ ҙә бында. Ана, малай аласыҡта йоҡлап ята.
Мулла бер миңә, бер кәләшкә күҙ йүгертеп алғандан һуң, уфтанып ҡуя.
– Матур йәшәгеҙ инде. Икегеҙ ҙә пар килгәнһегеҙ былай.
Ошо урында халыҡтың "Ә, шулай ҙа..." тигән тапҡыр һүҙҙәрен тағы бер әйтер инем. Ә, шулай ҙа... йәш саҡта бер аҙ алйот булырға кәрәктер. Юғиһә һағынып һөйләрлек хәл-ваҡиғалар ҡайҙан ғына булһын инде...

Әғләм ШӘРИПОВ.

Автор:
Читайте нас