

Бәй, был ни хәл? Ни арала кәңәшмә тамамланған, ә Хыялбай әллә ҡайһы арала эш хаҡының яртыһын түләп торған фатирға ҡайтып та еткән. Ишекте асып ебәрһә... Гөлкәй йылмайып ҡаршылап тора, ҡулында бала. Ниндәй ҡыуаныс! Баҡһаң, ул донъялағы иң сибәр ҡыҙҙың йөрәген яулаған, мөхәббәт емеше булып улдары тыуған.
– Хыялбай, эш хаҡыңды күтәрмәнеләрме, фатир хужаһы аҡса һорап килгәйне, һыуытҡысыбыҙ буш, балаға дарыуҙар кәрәк, – тип теҙеп китте ҡатыны, бары менән тамаҡ ялғап алғас.
Хыялбай уфтанып ҡуйҙы. Мөхәббәтең менән ҡыуышта ла йәшәргә була, тип, ҡайһы иҫәре әйтте икән? Нәмәне уйлаһаң да – юҡ, фатир ҙа, машина ла. Эшләп йөрөгән көйгә, кредитҡа батты бит! Бынау директор кеүек эш хаҡы ал ине ул. Әрәмтамаҡтар, бер нәмә лә ҡулығыҙҙан килмәй, тип өҫтәл төйөргә булдырыр ине! Тылсымға эйә булып, бармаҡ шартлатып ҡына директор булһа, бөтә хыялдары тормошҡа ашыр ине...
Бәй, ул директор креслоһында ултыра ла баһа! Өҫтөндә – ҡиммәтле костюм, ҡулында – миллион һумлыҡ сәғәт! Ҙур фатиры ғына түгел, ҡала янында зиннәтле йорто ла бар! Вәт, әй, ағайығыҙ тормоштоң артына тибеп кенә йәшәй! Шул саҡ өҫтәлдәге телефондарҙың береһе шылтыраны.
– Хәйерле көн, министр менән тоташтырам! – тине трубкалағы мөләйем тауыш.
– Тыңлайым! – тине Хыялбай, үҙенең көр тауышына үҙе һоҡланып.
– Тыңламайһың шул әйткәнде, көндәлек ябай эштәрҙе лә етәкләп йөрөп күрһәтергә кәрәк! Пландар үтәлмәй, гранттар алғанығыҙ юҡ, проекттарығыҙҙы ташҡа үлсәйем. Коллективтағы һәр бишенсе кешене тиҙ арала ҡыҫҡартырға ҡушҡайным, ҡолағыңа ла элмәйһең. Дәүләт бюджеты Әндрәй ҡаҙнаһы түгел, ниндәй заманда йәшәгәнде беләһең. Ошоно ла эшләмәһәң, вазифаңды ҡалдырыу тураһында уйлай башларға әҙер тор!
Теге яҡта трубканы шарт иттереп һалып ҡуйғас, Хыялбай бер талай аптырап ултырҙы. Ҡара һин уны, директорҙы ла ихласлап һүгәләр икән! Һәр бишенсене эштән ҡыу, имеш! Бына хәҙер ултыр инде башыңды тотоп, кемдең ҡарғышын алайым, тип. Ҡатыны, ял йортона бергәләп барайыҡ, ваҡыт юҡ, эш күп, тип сәбәп тапма, тигәйне түгелме әле? Шундай мәлдә китеп барһаң урыныңа кеше табасаҡтар бит. Нисек дорфа һөйләшә был министр, атаһынан ҡалған урында ултыра, тиерһең! Хыялбай үҙе министр булһа белер ине ни эшләргә! Их, бармаҡ шартлатып, тылсымлы һүҙҙәр әйтеп шул вазифаны эләктер ине!
Бәй, ул зиннәтле батша һарайын хәтерләткән ҙур бүлмәлә ултыра бит! Өҫтөндә – Италияла махсус тектерелгән хәтәр шәп костюм, ҡулында – Мәскәүҙәге фатир хаҡылай сәғәт, өҫтәле лётчик кабинаһын хәтерләтә. Бына өс кеҫә телефонының береһе шылтыраны. Ҡатыны Гөлкәй икән:
– Һиңә Италиянан шылтыратам, Испанияла ятып ялҡтым. Биш көндән Парижда мода аҙналығы башлана, уны ҡалдыра алмайым бит инде, алдараҡ барып, унда берәй йорт ҡарай торормон, юҡһа шунда барған һайын, хәйерсе һымаҡ, ҡунаҡханала йәшәйем. Йүнле кеше ҡатындарын шәхси самолетта ғына йөрөтә, ҡайҙа ул миңә ундай бәхет! Аҙаҡ Японияға китәм, юғалтып торма. Һине саҡырмайым, барыбер, ваҡыт юҡ, ти ҙә тораһың, минең менән парлашып йөрөргә яратманың инде. Пока! Онотоп торам, Парижда йүнле йорт тапһам, аҡсаны күпме, ҡайҙа күсерергә икәнен әйтермен. Әҙер тор.
Хыялбай эстән генә һүгенеп ҡуйҙы. Ниндәй тормош был! Ҡатынын ике-өс айға бер яҙа-йоҙа күреп ҡала, улы аҡсаһы бөтә башлағас ҡына атаһы барлығын хәтеренә төшөрә лә, миллионлап давайлай.
Мейестән яңы “бешеп” сыҡҡан министрҙың борсоулы уйҙарын бүлеп, кабинетҡа секретарь ҡыҙ инде лә бер ҡосаҡ документтарҙы өҫтәлгә һалды:
– Хыялбай Томанаевич, ике директор, өс инвестор, дүрт эшҡыуар ҡабул итеүегеҙҙе көтөп ултыра. “Үҙе” төштән һуң кәңәшмә үткәрә, уға тиклем ике ултырыш, өс осрашыу планлаштырылған...
Туҡтауһыҙ һөйләгән секретарға ҡарап, Хыялбай уфтанып ҡуйҙы. Ниндәй гонаһтары өсөн Хоҙай уға күтәрә алмаҫлыҡ йөк бирҙе икән? Көн яңы башлана, ә ул үҙен тәүлек буйы сабып арыған эттәй хис итә, хатта эргәһендә торған сибәр ҡыҙ ҙа, тәҙрәһенән күренеп торған шәмдәй төҙ ҡарағайҙар ҙа, ҡоштарҙың сут-сут һайрауы ла тулҡынландырмай уны. Бер нәмәһеҙ егет сағында ул бәхетлерәк ине, донъя малын ейәндәренә етерлек йыйҙы, ҙур карьера эшләне – ә күңелдә бәхет тигән нәмәнең остоғо бармы һуң? Их, ваҡыт күп, көс ташып торған йәш саҡтар ҡайҙа һуң? Бармаҡ шартлатып ҡына, тылсым ярҙамында шул саҡтарға әйләнеп ҡайт ине!
– Хыялбай, аҡылыңа зыян килмәгәндер бит? Берсә бармаҡ шартлатаһың, берсә хырылдайһың! Бәлки, эштән китеп, туйғансы өйөңдә йоҡларға кәрәктер һиңә, бер кем дә борсомаҫ!
Директорҙың көслө тауышынан һиҫкәнеп киткән Хыялбай, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, арлы-бирле ҡаранып, бер аҙ иҫәңгерәп ултырҙы ла, һикереп торҙо:
– Иптәштәр, йоҡлап ятыр мәл түгел, булғанына шөкөр итеп, юғын булдырырға тырышып йәшәйек! Тылсым таяғы бары үҙебеҙҙең ҡулда!
Барса халыҡ, аптырап, бығаса тауышы-тыны сыҡмаған егеткә төбәлде. Секретарь Гөлкәйҙең ҡарашында ғына ҡыҙыҡһыныу сатҡылары сағылғандай итте.