

– Әсе генә, – тип йылмайып, икмәк ҡаба һалдым.
– Эйе-эйе, шулай булырға тейеш. Был рецепт әллә ҡытайҙарҙыҡы, әллә кореяныҡы, – тип аңлатты Динә. – Беҙгә ят ризыҡ булһа ла, ҡунаҡтар яратып ашаны. Аша-аша...
Хужабикәне уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмайым тип, ашауымды дауам иттем. Динә минән күҙен алмай:
– Шунан нисек, тәмлеме? Хәтәр аш бит, эйеме? Ғүмерҙә лә ундайҙы ашағаның юҡтыр әле?
– Эйе, – тип ризалаштым, телемде лә тоймай. Ныҡ тырышһам да ашап бөтөрә алманым. – Өҫтәлең бай, башҡа ризыҡтарға урын ҡалмаҫ атыу, – тип аҡландым.
Динә көсләшеп торманы, алдыма төрлө турамалар теҙҙе. Һәр береһен ауыҙ итеп ҡараным. Ауыҙыма ҡалаҡ ингән һайын Динә:
– Шәпме? Тәмлеме? Оҡшанымы? – тип һорауҙар яуҙырҙы. Бер турамаһы ныҡ тоҙло, икенсеһе ғәләмәт боросло, өсөнсөһө шәкәрле булыуына ҡарамаҫтан, “эйе-эйе” тип кенә ултырҙым...
Ниһайәт, өҫтәл артынан тороп, диванға күстек. Динә шунда уҡ алдыма фотоальбом сығырып һалды.
– Бында минең балаларым, – тип һөйөндө ул. – Быныһы ҡыҙым. Сибәр, эйеме? “Һылыуҡай” конкурстарында еңерлек ҡыҙ, шулай бит? Киләсәктә берәй модель булыр ул, ивет?..
– Эйе, – тим, яп-ябай ҡыҙ һүрәтенә ҡарап.
– Быныһы улым, – тип дауам итте Динә. – Красавчик! Үҫкәс, артынан өйөр-өйөр ҡыҙҙар йөрөр инде, ивет? Тик бындай егеткә “Мисс Йыһан” ғына кәләш роленә барыр ул, шулаймы?
– Эйе, – тинем, яп-ябай малай фотоһына текләп.
– Ә был минең ирем, – тип йылмайҙы Динә. – Көслө беләктәрен күрәһеңме? Шунда уҡ эшлекле, алтын ҡуллы икәне тойола, эйеме?
“Ҡул – ҡул һымаҡ”, – тип уйланым да йылмайып, баш ҡына һелктем.
Фото ҡарап бөткәс, Динә миңә йорт-ҡураһын күрһәтергә булып китте. Ишек алдына сыҡҡас:
– Эй, яратам ауыл тормошон! Саф һауа, ҡоштар һайрай, машинаның һаҫыҡ төтөнө юҡ... – тип тетелдәне Динә.
– Ауылда рәхәт шул, – тинем иркен тын алып.
– Өйөбөҙ хан һарайы һымаҡ, ивет? Ошолай үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә?!
– Эйе, -тип ике яҡлы ауыл йортона күҙ ташланым.
– Быйыл күп итеп сәскәләр ултырттым. Шаулап үҫһәләр, күҙ яуын алырлыҡ буласаҡ. Мин нимә ултыртһам да үҫә ул, шулай бит? – тип көлә-көлә ҡап –ҡара тупраҡлы түтәлдәрен дә күрһәтте...
Шулай ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалдым. Хушлашыр ваҡытта Динә миңә:
– Алмайым, тимә. Минең бит, йомарт икәнемде беләһең дә инде, эйе бит? – тип күстәнәс бирҙе. Рәхмәттәремде әйтеп, ҡайтырға сыҡтым. Шул уҡ көндө Динә социаль селтәрҙә яҙма ҡуйған ине:
“Күптән күрмәгән әхирәтем килеп, шатландырҙы. Мине эй, маҡтаны ла маҡтаны, маҡтаны ла маҡтаны, хатта уңайһыҙ булып китте, рәхмәт инде үҙенә! Яңы рецепт менән аш бешергәйнем, хәтәр тәмле аш, ғүмерҙә лә ундайҙы ашағаным юҡ, тине. Ә ҡыҙыҡайымды ғәләмәт сибәр, ти! Матурлыҡ конкурстарында еңеүҙәр яуларға ғына тыуған, тимәһенме! Киләсәктә модель булыр тип фаразлай. Улымды ла ҡоро ҡалдырманы. Үҫһә, артынан өйөр-өйөр ҡыҙҙар йөрөйәсәк, ҡатыны “Мисс Йыһан” титуллы ғына булырға тейеш, ти! Иремдең фотоһын күрһәткәйнем, таныш түгелдәр бит, алтын ҡуллы икәне ана шул фотонан күренә, тисе! Ысынлап та, ирем эшлекле шул!
Ә беҙҙең ауылды һуң, ҡайһылай оҡшатты. Бында, ти, саф һауа, ҡоштар һайрай, ҡаланың һаҫыҡ еҫе лә юҡ, ти. Бәләкәй генә йортобоҙҙо ла хан һарайы менән тиңләне. Әле яңы-яңы сәскән түтәлдәргә һоҡланды: “һин нимә сәсһәң дә үҫә”, – ти. Киң күңелле шул әхирәтем! Алмайым тиһә лә, ауыл ризығынан күстәнәстәр һалдым. Баш тартып торманы, йомартлығыңды белеп торам тип, һалып алды. Рәхмәт, әхирәт, мине ҡыуандырып, килеп йөрө!
Ғөмүмән, мине кем килһә лә маҡтай ҙа маҡтай. Хатта күҙ тейеп ҡуймаһын тип ҡурҡҡан саҡтар булғылай... Үҙемдең күҙем теймәй ул, былай. Туғандарым да шулай ти...”
Заһиҙә МУСИНА.