

– Шатлығым менән уртаҡлашырға керҙем, күршекәйем! – ти был ҡуйынынан бер «ярты» сығарып.
– Бик мәслихәт! – тигән булдым, үҙенә һораулы ҡараш һирпеп, – Атҡа менгәндәй булғанһың!
– Һиии, ат имеш. «Салауат Юлаев» «Барыс»ты етегә дүрт менән еңде! Минең өсөн шунан да ҙур ниндәй шатлыҡ булыуы мөмкин?!
Сираттағы командировканан ҡайтып, ихатамда ваҡ-төйәк эш менән булашып йөрөйөм. Бер заман күршемдең урамында кинәт дауыл ҡуптымы ни! Иң башта бик яман итеп оятһыҙ һүгенгән тауыш ишетелде. Унан һауаға берәм-һәрәм аяҡ кейемдәре һәм төрлө һауыт-һаба осто. Ҡайһылыр мөйөштә әрнеп-әрнеп эт сәңкелдәне, ҡойма буйлап һыҙғырып бесәй сабып үтте. Артабан был мәхшәр һарайға күсте. Ҡура эсенән пыр туҙышып әтәс-тауыҡтар осоп сыҡты һәм кәртә емереп һыйырҙар тулашты.
Ул көндө беҙҙең команда «Аҡ Барс»тан 6:3 иҫәбе менән еңелгән ине.
Ишдәүләт ағайығыҙ.