Етерлек тотҡас, ултырып табышты бүлешкәндәр. Ҡайһы берҙәре тәмәке тартырға керешкән. Бер ағай янсығынан тәмәкеһен алһа, махоркаһы еүешләнгән. Был ағайыма: “Мөхәммәтйән, ҡана тартырға бир әле, минеке еүешләнгән”, — ти икән. Ағайым тегенең алдында ятҡан ҙур ғына сорағайына төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, тәмәке бирәм”, — тигән.
Ҡайһылайтаһың, тартҡы килә бит. “Ал, әйҙә”, — тигән теге ағай. Махорка алып, инде гәзитенә урайым тиһә, эшкинмәгән — еүеш икән. Теге тағы: “Мөхәммәтйән, махоркаһын бирҙең, ҡағыҙын да бир инде”, — тигән. Ағайым тағы ла тегенең ҙур ғына көрйә балығына төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, бирәм”, — тигән. Аҙаҡ гәзит биргән дә тегенең балығын үҙенә шылдырып ҡуйған.
Теге ағай махоркаһын төрөп тоҡандырайым тиһә, шырпыһы ла еүешләнгән икән — тоҡанмай ҙа ҡуя. Хәҙер бының шырпыһын һораған. Ағайым тағы тегенең ҙур ғына оптоһона төртөп күрһәткән дә: “Ошо балығыңды бирһәң, бирәм”, — ти икән. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, тартмайынса сыҙай алмаған был ағай һуҡрана-һуҡрана сираттағы табышын быға шылдырған.
Шулай итеп, яр башында ғына йөрөһә лә, ағайым балыҡты башҡаларҙан күберәк тотҡан. Хәҙер беҙҙә йылғаға барыусыларҙы “ошо балығыңды бирһәң” тип оҙатып ҡалалар.