

Камбалаға аҡса күсергән
Эштә бер ир һөйләй:
- Кисә яңылыш ҡына Камбалаға аҡса күсерҙем. Ә мин уны Колобокҡа тейеш инем.
- Шунан нишләнең?
- Нишләйем, Камбалаға шылтыратып, кире күсертеп алырға тура килде. Колобокҡа хәлде аңлаттым.
- Ниңә улай килеп сыҡты һуң?
- Телефонда йәнәш торалар бит...
Беҙ, ғәҙәттә, кешегә исеме менән түгел, ә ҡушаматы менән өндәшергә яратабыҙ. Тик ҡайсаҡ ошо ғәҙәт шулай эште боҙоп та ҡуя.
Мәрйәһе бупылдай
Кәрәҙле телефондар һәм интернет менән ҡулланмаған кеше хәҙер юҡтыр ул. Шулай, әсәйемде лә ватсапп менән файҙаланырға өйрәтеп алдыҡ. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, әсәйебеҙ кинәт "связдан" юғалды. Өйгә ҡайтҡас, телефонын тикшерәм.
"Хатта һәйбәт ине әле, ҡапыл әллә ни булды!" - ти әсәйем, - "Мәрйәһе бупылдай ҙа ҡуя".
Тиҙҙән бының сәбәбе асыҡланды. Баҡтиһәң, баланста аҡсаһы бөткән икән.
Ишдәүләт САФИУЛЛИН.
Фото: https://dzen.ru/