+16 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
26 Июня , 09:10

Тәүге 39 йылы ғына ҡыйын

Бер таныш ағайыбыҙ ҡатыны менән үпкәләшеп килгән дә, һыр бирмәгән була, әммә күренеп тора: эше – эш, ашы аш түгел. Йөрөй-йөрөй ҙә “Бына, еңгәң әйтә...” тип хәбәр башлай. “Еңгәм”дең үҙен күреү түгел, исемен дә белмәйем, әммә ағайҙы ваҡыты-ваҡыты менән һелкетеп ала торған холҡо барлығын беләм. Әлеге дауылдың сәбәбе – ауыл. Ағай йәйҙең һуңғы көндәрен ауылда тыныс ҡына ятып үткәрмәксе, “еңгә” ебәрмәй.

Тәүге 39 йылы ғына ҡыйынТәүге 39 йылы ғына ҡыйын
Тәүге 39 йылы ғына ҡыйын

Сәбәптәре күп: баҡса, машина кәрәк, уға күңелһеҙ, яңғыҙ өйрәнмәһен һәм башҡалар.
--Һағынып ҡайтыр инем бына... Һағынғы килә еңгәңде, һағынып та булмай... ғүмер буйы эргәлә йөрөгәс🙊, — тип көйәләнеп китә лә, ҡапыл ғына кире ҡайта:
--Былай еңгәң хөрт кеше түгел ул, үҙемә лә оҡшап китә әле...☺
--Үҙегеҙсә ҡыланһағыҙ ҙа ҡуйһағыҙ, ни хәл итә ала һуң ул? Был йәштә, моғайын, өйҙән ҡыуып сығармай, айырылмай, ташлап китмәй. Үлтермәҫ тә инде? 😄Ярар үпкәләп алыр, ярар әрләп алыр - һеҙгә же не привыкать, - тип көләм.
--Әллә... Үҙемсә итеп ҡарағаным юҡ, бер тапҡыр ҙа...
Унан фәлсәфәүи итеп кенә һығымта яһап ҡуя:
--Ҡатын менән йәшәүҙең тәүге 39 йылы ғына ҡыйын, ҡалғанына өйрәнәһең икән.
--Нисә йыл йәшәйһегеҙ һуң?

Автор:
Читайте нас