

Ошо мәктәптә ғүмер буйы китапханасы булып эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы ағинәй Мәүлиҙә Аллаярованың һүҙҙәрен тыңлаһаң, йөрәк һыҙа. «Был бит бер төпкөл ауыл түгел, – тип набат һуға ағинәй. – Беҙҙең Дыуан-Мәсетле – тирә-яҡтағы алты ауылды берләштереп торған иң боронғо төйәк! Был – райондың ҡапҡаһы! Элек, колхозлашыу заманында, Дыуан-Мәсетле тотош район үҙәге булған!»
Шундай бай тарихлы, оло дәрәжәле ауылда мәҙәниәт усағы булмауы – аяныслы хәл. Ошо тупраҡтан сыҡҡан күренекле шәхестәрҙе барлаһаң, түрәләрҙең креслоһы шығырҙарлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанды етәкләгән мәшһүр дәүләт эшмәкәре Сабир Ваһапов – ошо ауылдыҡы! Өфө ҡалаһындағы Өфө фән һәм технологиялар университеты кеүек иң ҙур, мөһабәт уҡыу йорттарының биналарын проектлаған арҙаҡлы архитектор Барый Кәлимуллин – ошо ауылдыҡы! Социалистик Хеҙмәт Геройы Ричард Аллаяров, Дыуан-Мәсетле мәктәбендә уҡып сыҡҡан легендар осоусы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латыпов, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал! Уйлаһаң – уйылып китерлек: тотош республиканы күтәргән дәүләт эшмәкәрҙәре, ҙур уҡыу йорттары һалдырған бөйөк архитекторҙар сыҡҡан ерҙә бөгөн балалар өсөн бер клуб һалып булмаймы? Дыуан-Мәсетле ауылы уҙаманы Рев Сәлим улы Хәкимов та хакимиәткә барып мөрәжәғәт иткән һайын, етәкселәрҙең һаман шул бер иҫке йырҙы йырлауынан туйған: «Аҡса юҡ! Киләһе йылға күсереп торабыҙ...» Түрәләр, туҡтағыҙ! Халыҡты алдап арымайһығыҙмы? Иҫегеҙгә төшөрәйек: Республика Башлығы Радий Хәбиров районға килгәнендә халыҡ алдында ап-асыҡ итеп: «Яңы Мөслим һәм Дыуан-Мәсетле ауылдарында яңы Мәҙәниәт йорто һалдырасаҡмын!» – тип ныҡлы вәғәҙә бирҙе! Түрәләр, Башлыҡтың ошо вәғәҙәһен үтәү – һеҙҙең бурыс, хат өҫтөнә хат яҙған халыҡтан ҡасып йөрөү менән мәсьәләне хәл итеп булмай бит.
Вәғәҙә үтәлмәгәс, бөгөнгө мәҙәни тормош мәктәптең подвалына төшөрөлгән! Республика конкурстарында дәрәжәле гранттар яулап ҡайтҡан данлыҡлы ағинәйҙәр ошо көндәрҙә сүп-сар араһында репетиция яһарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрен дә шунда үрергә мәжбүр. Элекке ауыл клубы директоры, баянсы Данис Абдулхаҡ улы Кәримов етмешенсе йылдарҙағы гөрләп торған хорҙарҙы, костюмдарҙы, бильярд өҫтәлдәрен һағына. Уларға алмашты нисек тәрбиәләргә, бөгөнгө йәш быуын мәҙәни яҡтан ҡайҙа үҫешһен?
Киләһе йылға Дыуан-Мәсетлеләге изге белем усағына 150 йәш тула. Тик күңелдәрҙә ҡыуаныс тойғоһо юҡ. Мәктәп иҫке, капиталь ремонттың күптән булғаны юҡ. Юбилей форсатынан файҙаланып, халыҡ мәктәпте яңыртыуҙы һорай.
Әйткәндәй, Ринат Камал кабинетын асҡан ошо тантаналы сараға Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге вәкиле лә килгәйне. Килде, күрҙе, халыҡтың һүҙҙәрен тыңланы. Тик шул ултырыуҙан ары ҡуҙғалырмы эш? Тыңлаусылар күп тә, эшкә тотоноусыһы күҙгә салынмай шул.
Әгәр спорт залы булған заманса клуб төҙөлһә, йәштәр ҡалаға ҡасмаҫ, район ҡапҡаһы булып торған ошо боронғо ауылда тормош ҡабаттан гөрләр ине. Сабир Ваһапов менән Барый Кәлимуллин үҙ ерендәге бындай хәлде күрһә, хакимиәттә ултырғандарҙың ҡолағын ныҡ ҡына тартыр ине, буғай! Радий Хәбировтың күрһәтмәһен үтәп, клуб төҙөргә һәм мәктәпте яңыртырға ваҡыт етте!
Байым РӘХИМЙӘНОВ.