+17 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
2 Июля , 08:50

ИКЕНСЕ БЕРӘҮ ҮПКӘЛӘР ИНЕ

Мөнирә Ғәли ҡыҙы үҙен сәхнәнән иғлан иткәндәрен түҙемһеҙлек менән көттө. Тамашасылар ана ҡайһылай күп йыйылған, ҡаланың бөтә мәҙәни ойошмаларының етәкселәре килгән. Шулар алдында сығыш яһау үҙе ни тора! Мөнирә Ғәли ҡыҙы хәҙер ябай кеше түгел: күптән түгел ул республиканың юғары исеменә лайыҡ булды – Башҡортостандың халыҡ йырсыһы. Хәҙер уны ҡайҙа ла оло ихтирам менән ҡаршы алалар, иң алғы рәткә ултырталар, иң беренселәрҙән булып һүҙ бирәләр. Ә нисек матур яңғырай бит әле: “Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Мөнирә Сабирова”. Алып барыусы ауыҙынан ошо һүҙҙе ишетергә теләп, май ҡояшылай йылмайып ултыра бирҙе ул. Мөнирә Ғәли ҡыҙы матур итеп урынынан тороуын, шунан артҡа әйләнеп, уны алҡыштарға күмгән тамашасыларға ҡул болғағандан һуң ғына сәхнәгә күтәрелеүен, ҡайнар телмәр тотҡандан һуң йәнә ҡул сапҡан кешеләргә ипле генә итеп, өс тапҡыр баш эйеүен күҙ алдына килтерҙе...

ИКЕНСЕ БЕРӘҮ ҮПКӘЛӘР ИНЕИКЕНСЕ БЕРӘҮ ҮПКӘЛӘР ИНЕ
ИКЕНСЕ БЕРӘҮ ҮПКӘЛӘР ИНЕ

Бына булған етәкселәр бер-бер артлы сәхнәгә менеп, төшөп бөттө. Хәҙер инде уның да сираты етер. “Кит инде, ошо хужа-мужаларҙы ниңә сығаралар икән? Халыҡты биҙрәтеп, юҡ-бар һөйләй ҙә торалар. Улар бит мине ишетергә, мине күрергә килә... Шуны ла аңламайҙар! Ҡулдарына саҡ ҡына власть килеп эләктеме, әллә кем була ла китәләр”, – тип эстән уйлап ултырҙы...
Ниһайәт, алып барыусы:
– Ошоноң менән сарабыҙҙың рәсми өлөшө тамам, хәҙер сәхнәбеҙ түренә яратҡан артистарыбыҙҙы саҡырырға рөхсәт итегеҙ, – тип иғлан итте.
Мөнирә Ғәли ҡыҙы арҡаһын турайтыбыраҡ ултырҙы, сәстәрен һыйпаштырҙы, күлдәгенең итәген рәтләне лә урынан һикереп торорға әҙерләнде. Тик алып барыусы уны түгел, икенсе халыҡ йырсыһын иғлан итте. “Эйе шул, тәүҙә уны саҡыралар инде, минән өлкәнерәк бит”, – тип ҡәнәғәтһеҙ генә тыңланы ул өлкән коллегаһының сығышын. Был ағай сығышын тамамлағас, Мөнирә Ғәли ҡыҙы йәнә урынынан осоп китерҙәй булып, үҙен иғлан иткәндәрен көттө. Әммә был юлы ла уны түгел – икенсе халыҡ йырсыһын саҡырҙылар. “Моғайын, исемде минән алдараҡ алғанға шулай ҡуйғандарҙыр”, – тип сәхнәлә тороусыға нәфрәт менән ҡараны ул. Сығышын тыңлап та торманы.
Өсөнсө булып та Мөнирә Ғәли ҡыҙын саҡырманылар. “Минән алда ошо бисараны ҡуйҙылармы?! – тип ҡара янды ул эстән. – Кит, тауышы юҡ, буйы-һыны юҡ! Халыҡ йырсыһы исемен нисек алғанын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ! Тфү!.. Бында тамашасы мине тыңларға килгән, ми-не!”
Ғәрлегенән шунда уҡ саранан сығып китергә уйлағайны. Тик тамашасыларҙың алҡыштарын, мәҙәни ойошмалар еткселәренең ризаһыҙ ҡараштарын күҙ алдына килтерҙе лә тынысланды. “Ярай инде, мин тип килгәндәр бит. Күңелдәре булһын, сығыш яһайым инде...” – тип уйланы ул.
Бына биш-алты кеше сығыш яһағас, уны ла иғлан итте алып барыусы:
– Сәхнәгә республикабыҙҙың атҡаҙанған йырсыһы – Мөнирә Сабированы саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ, Мөнирә Ғәли ҡыҙы.
Мөнирә Ғәли ҡыҙы аптырап ҡалды. Шулай ҙа бер нисә секундта үҙен ҡулға алды ла сәхнәгә күтәрелде. Тамашасыларҙың алҡышлағанмы, юҡмы икәнен дә аңламаны. Барыһы ла томанда кеүек тойолдо. Шартлатып алдан әҙерләгән телмәрен әйтте лә урынына кире төшөп ултырҙы. Уның кәйефе бөтөнләй ҡырылды. Үҙен шул хәтлем кәмһетелгән итеп тойҙо. Сара аҙағынаса нисек ултырғанын аңламаны. Башында уйҙар буталды. Ул эстән генә: “Атҡаҙанған йырсы? Атҡаҙанған? Мин бит... Мин бит халыҡ йырсыһы! Халыҡ! – тип ҡабатланы. – Был сценарийҙы ниндәй наҙаны яҙҙы икән?! Алып барыусыны әйтәйем! Ул бит кемдең кем икәнлеген белергә тейеш! Ниңә төҙәтеп әйтмәне ул?!” – тип һыҙланды.
Сара тамамланыуға Мөнирә Ғәли ҡыҙы ҡыҙыу ғына түгел, ярһыу ине. Ул урынынан һикереп торҙо ла сәхнә артына атылып, алып барыусыны эләктереп алды:
– Әйт әле, һеңлем, кем был сценарийҙы яҙҙы?
– Э-э, ә-ә, – алып барыусы ҡыҙ юғалып ҡалды.
– Һуң мин бит, ни тиһәң дә халыҡ йырсыһы, ә мине атҡаҙанған ғына тинең!
– Мин яҙманым бит, ойоштороусылар...
– Яҙмаһаң да, ундай нәмәләрҙе белергә тейешһең инде. Мәҙәниәт тирәһендә йөрөйһөң бит... Юҡ, мин үпкәләмәйем ул. Ул исемһеҙ ҙә мине беләләр. Шулай ҙа киләсәккә белеп ҡуй!
Мөнирә Ғәли ҡыҙы алып барыусыны тамам аптырашта ҡалдырып, нисек килеп баҫҡан, шулай тиҙ генә юҡ булды. Хәҙер ул ойоштороусыларҙың береһен тотоп алды:
– Ҡустым, ниңә мине бөгөн халыҡ йырсыһы тип иғлан итмәнеләр? – тине уҫал итеп.
– Уй, апай, яңылышлыҡ киткәндер, – тип аҡланды тегеһе.
– Ундай яңылышлыҡ булырға тейеш түгел. Миңә ул исем юҡҡа бирелмәгән...
– Ғәфү итегеҙ, Мөнирә апай.
– Юҡ, мин үпкәләмәйем, ул исем миңә кәрәк тә түгел. Шулай ҙа бирелгәс, иғлан итһендәр инде. Ярай, минең менән яңылыштығыҙ, аңлап ҡабул итәм. Башҡа берәү булһа, скандал ойошторор ине!
– Улай ғына хәлдәр була инде, апай...
Ойоштороусы сәбәбен табып, Мөнирә Ғәли ҡыҙы янынан китә һалды. Ә халыҡ йырсыһы һаман тыныслана алманы. Шуға ла етәксе кешене табып, эргәһенә килде.
– Туғаным, хеҙмәткәрҙәреңде шелтәләп ал аҙыраҡ, – тине йылмайырға тырышып.
– Нимә булып китте, Мөнирә Ғәлиевна, – тип аптыраны уныһы.
– Бөгөн мине атҡаҙанған тип иғлан иттеләр, – тип етәксе күҙенә баҡты. Уныһы “шунан нимә?” тигән ҡараш менән торғас, дауам итте, – ә мин бит халыҡ йырсыһы, ни тиһәң дә. Ярай, мин исем артынан ҡыуған кеше түгел. Үҙеңә туранан тура килеп әйтеп торам. Икенсе берәү булһа шау-шыу ҡуптарыр ине...
Етәксе кешегә халыҡ йырсыһы алдында ғәфү үтенеүҙән, шау-шыу ҡуптармағанына рәхмәт әйтеүҙән башҡа бер ни ҡалманы. Бер аҙ тынысланған Мөнирә Ғәли ҡыҙы сәхнә артынан кире тамаша залына сыҡты. Халыҡ таралыша башлаған, шулай ҙа унда-бында журналистар интервью ала. Форсатын файҙаланып, Мөнирә Ғәли ҡыҙы ла бер журналисты эләктерә һалып алды. Бөгөнгө сара тураһында һорауға ул, ипле генә йылмайып:
– Сара бик матур үтте. Мине, халыҡ йырсыһы урынына, атҡаҙанған тип кенә иғлан итһәләр ҙә, кәйефем бер ҙә ҡырылманы. Ул исемдәр миңә кәрәкмәй ҙә инде, халыҡ мине былай ҙа белә, – тип кетерләп кенә көлөп ҡуйҙы. – Ойоштороусыларҙы аңлайым. Ярай, минең менән яңылышҡандар, икенсе берәү булһа, иреш-талаш сығарыр ине. Исем артынан сабып йөрөгәндәр, награда өсөн эшләгәндәр бик күп, мин халҡым өсөн хеҙмәт итәм. Исемдәр булды ни, булманы ни...

А. Сәләхова.

Фото: ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас