

Килгән ҡунаҡтарыбыҙ ҡәнәғәт ҡалды. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа үҙ кешеләр ине. Бергәләп йырлап, һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙең кеүек асыҡ кешеләр булыу – үҙе бер бәхет бит әле. Киләсәктә аралашып йәшәргә кәрәк. Әммә туй үпкәһеҙ булмай тиҙәр, хаҡ икән.
Мәжлестән һуң, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, балалар менән туйҙан килгән аҡсаларҙы, бүләктәрҙе барларға ултырҙыҡ. Күпселеге конвертҡа аҡса һалған. Хәленән килгәнсә, кем күпме бирә ала инде. Шулар араһынан 400 һум ғына һалынған бер конверт сыҡты. Асҡас, йығылып китә яҙҙыҡ! ⚡⚡⚡
Ҡайһы хәйерсеһе мыҫҡыл иткәндер? Исемен яҙмаған. Күтәренке кәйеф бөтөнләй юғалды. Ҡоҙағыйҙар алдында оят бит әле. Уларға ла уңайһыҙ булды. Мин тиҙ генә үҙебеҙҙең яҡтан килгән туғандарҙы, дуҫтарымды барларға тотондом. Береһе лә улай эшләргә тейеш түгел кеүек. Беҙ бит туйға иң-иң тигәндәрҙе генә саҡырҙыҡ. Туғандар араһынан да йылдар буйы һыналғандар менән генә аралашабыҙ. Мин шулай тигәс, ҡоҙағыйға тағы ла уңайһыҙыраҡ булып китте. «Тимәк, беҙҙең яҡтан шулай эшләгәндәрме инде?» – тип аптыраны.
Улар ҙа ҡоҙа менән һәр килгән парҙы күҙҙән үткәрҙе. Тик шулай мыҫҡылларлыҡ кеше тапманылар. Фотоларҙы ла бергәләп ҡараныҡ. Килгән һәр ҡунағыбыҙҙың тормоштары яҡшы. Бер кем дә эшһеҙ ҙә, ризыҡһыҙ ҙа түгел. Парлап килгән һәр ғаиләлә машина бар. Ҡайһыһы шулай эшләне икән? Инде аҡсаларын йәлләп, бирәһеләре килмәһә, бөтөнләй бирмәһәләр ҙә, һүҙебеҙ булмаҫ ине. Күңелендәге теләктәрен открыткаға ғына һалып, шуны баҫып уҡып бүләк итһәләр ҙә, рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ булмаҫ ине.
Ә бына былай мин быны мыҫҡыл итеүгә тиңләйем. Ҡоҙа менән ҡоҙағый алдында уңайһыҙ булып ҡалды. Улар беҙҙең нәҫелдән, ә беҙ уларҙыҡыларҙан шикләнгән кеүек килеп сыҡты. Оноторға тырышһам да, башымда гел ошо хәл тора. Ирем менән дә был турала һөйләшмәйбеҙ, оноторға тырыштыҡ. Ә шулай ҙа уйҙан сыҡмай.
Шулай шул, бик яҡын тип йөрөгән туғандарҙың, дуҫтарҙың эсендә ни барын белеп булмай. Әллә беҙҙән көнләшәләрме? Күҙгә ҡарап йылмайһалар ҙа, ә артыңда икенсе төрлө уйҙа икәндәр. Берәү арҡаһында хәҙер барыһына ла шикләнеп ҡарайым.
https://vk.com/yasmine_gazeta?w=wall-216849486_1849&z=photo-216849486_457239177%2Fee95162525b51999f2