+19 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
10 Июля , 13:00

Бензинды кем ашаған?

Һарыҡты кем ашағанын беләбеҙ, ә бына бензинды ла ашайҙармы икән – ҡайҙа була һуң? Телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап, ошо хаҡта уйланып ултырған Сабур ҡатынының тауышынан тертләп китте:– Урам тирәһенә сығырлыҡ түгел, үлән минең ҙурлыҡ булып бара. Шуларҙы ҡасан сабырға итәһең, минең, йығылып, берәй ерем һынғанды көтәһеңме?– Һуң, триммер менән сабырға бензин кәрәк, канистр менән яҡын да ебәрмәйҙәр бит заправкаға...

Бензинды кем ашаған?Бензинды кем ашаған?
Бензинды кем ашаған?

Сабурҙың аҡланыуы ҡатынын ярһытып ҡына ебәрҙе, уның ирен нәмә тип битәрләгәнен тәфсирләп яҙып тормайыҡ. Һөҙөмтәһе шул булды – теүәл ун минуттан Сабур машинаһына ултырып ҡапҡанан сығып та китте. Автозаправкалағы иллеләп машинаны күреп, ул рулен ҡабат йорто яғына борорға уйлағайны ла, ҡатынының ярһыған йөҙөн күҙ алдына килтергәс, сиратҡа баҫырға булды. Теүәл ике сәғәт үткәс, ул инде кассир ҡаршыһында баҫып тора ине. Хәҙер нисек тә багажниктағы ун литрлыҡ канистрҙы асып, тултырыу әмәлен күрергә кәрәк. Йөрәк дөп-дөп тибә, ҡулдар ҡалтырай, аяҡтар атламай. Ябай эштә йөрөгән кешенең шул инде, урлашырға өйрәнмәгән. Егерме литрҙы ағыҙып, пистолетты багажниктағы һауытына йүнәлтеүе булды, арттағы бер нисә водитель ҡәнәғәтһеҙлек белдерә башланы. Уңарсы булмай, оператор йүгереп килеп етте, әллә ҡайҙан тәртип һаҡсылары пәйҙә булды. Ҡысҡыр­ҙылар, оялттылар, кем икәнлеген төшөндөрҙөләр.
Иртәгәһен яңылыҡтар ҡарарға телевизорын тоҡандырған Сабур, канистрына бензин тултырып торған әҙәмдә үҙен танып, ултыра төштө. “Бына шундай әҙәм аҡтыҡтары арҡаһында тыуҙы был ҡытлыҡ”, тигән һүҙҙәрҙе зәңгәр экрандан ишетеп, күҙ алдары ҡараңғыланды. Урамға сыҡҡайны, күршеһе, уны күрмәмешкә һалышып, йортона инеп китте. Яҡындағы магазинға кергәйне, һатыусы уға ашарҙай итеп ҡараны, һатып алыусылар, уның яғына ымлап, шыбырҙашып хәбәр һатты. Бер нәмә алмайынса, ишек алдына сыҡҡас, ниндәйҙер сәүек эт килеп сыҡты ла уға ҡарап өрөргә тотондо. Күрәһең, бензин көрсөгө уға ла ҡағылғайны.

Кәкре Бөкриев.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас