

Үҙебеҙ ҙә, ситтәрҙән алғансы, таныштарҙан, белгән кешенән алыр инек... Артабан, кем белә, икенсе райондарға сыға башларҙар, ярҙамға ситтә йөрөгән “сибиряктар” ҙа ҡайтыр.
Шулай уйланып йөрөй торғас, бөтә көсөн ошо юҫыҡҡа ебәрергә булды. Урынбаҫарҙарын, ауыл хакимиәте башлыҡтарын эшкә ҡушты. Улары халыҡ араһында ағартыу эштәре алып барҙы, өгөтләне, дәртләндерҙе. Хатта баҙар көнөндә район үҙәгенән ауылдарға автобус йөрөй башланы.
Күп тә үтмәне, баҙар район халҡы менән тулды. Халыҡ, ысынлап та, ихлас һатыу итергә тотондо. Район башлығы был күренеште үҙ күҙҙәре менән күрергә тип, баҙарға сыҡты. Үҙе менән ҡатынын да алды. Геү килгән баҙарҙа кеше туп-тулы, алма төшөрлөк урын юҡ. Рәттәр буйлап, ипләп кенә, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән кешеләрҙе күҙәтеп, һөйөнөп йөрөйҙәр әле. Бына әле үҫенте һатҡан апай янына килеп туҡтанылар.
– Һаумыһығыҙ, апай. Ниҙәр һатаһығыҙ? – тип һораны ҡатыны.
– Һаумы һеңлем, ҡыяр, помидор, гөлдәр һатам әле, – тине уныһы.
– О, гөлдәр? Петуниялар? Эй, яратам шул гөлдәрҙе! Ни саҡлы?
– Ай, һеңлем. Һиңә биш төптө бушлай бирәм, гөлдәр яратҡан кешене мин дә яратам! Мә, ал, ал. Һулып ҡуйһа, икенсе аҙнала кил, яңынан бирермен, – тип ай-вайына ҡарамай, ҡатынға биш төп бушлай үҫенте бирҙе.
Ирле-ҡатынлы, гөлдәрҙе алып, икенсе рәткә китте. Бында һөт, май, ҡорот, эремсек кеүек нәмәләр һаталар...
– Ай, ҡыҙым, әллә ауырлыһың? – тип бер өлкән йәштәге инәй ҡатынды туҡтатты.
– Эйе, – тип йылмайҙы район хакимиәте башлығы ҡатыны.
– Мә, һылыу, һиңә май майы – көнөнә бер ҡалаҡ ашап тор, үҙеңә лә, балаға ла файҙалы нәмә.
– Рәхмәт. Нисә һум минән?
– Ки-и-ит, – тип һуҙҙы инәй. – Әллә аптырап бараһыңмы? Йөклө ҡатындан, бер йомғаҡ май тип, аҡса таптырып ултырмайым инде ул. Иң мөһиме – бәпес имен-һау тыуһын, – тип ныҡышып бушлай май тотторҙо.
Быларҙың һөйләшкәнен ишетеп торған башҡа ҡатындар ҙа, эремсек – баланың һөйәгенә, ауыл һөтө ҡатындың үҙенә файҙалы, әсе нәмә ашағы килгәндә ҡорот ҡабырһың, тип күстәнәс тейәп ебәрҙе.
Ирле-ҡатынлы инде ике тоҡсай йөкмәп, өсөнсө рәткә китте. Уларҙың иғтибарын ит һатҡан ир менән бабайҙың һөйләшеүе йәлеп итте.
– Һин, ҡустым, һарыҡ һатаһыңмы? – тип ҡыҙыҡһынды бабай.
– Һатам, үҙегеҙгә кәрәкме, ағай?
– Биш мең.
– Китсе, биш меңгә һарыҡ һатып алырға, мине иҫәргә һанайһыңмы? Ун меңгә алам.
– Юҡ, ағай, һиңә оялмай, ун меңгә һатмайым инде, – тип ир ҡаршы төштө.
– Һине үҙемә ҡусты итеп алғанмын бит, улай арзан хаҡҡа алмайым тигәс, алмайым! Былай ҙа гел ярҙамың тейеп тора, – тип бабай үсегеп китте.
– Һинеке миңә теймәйме? Ағай күреп, шундай хаҡ ҡуям бит...
Ирле-ҡатынлы, хәл нимә менән бөткәнен тыңлап торманы, артабан китте. Был юлы бал һатҡан егет алдына килеп туҡтанылар.
– Ни саҡлы? – тип ҡыҙыҡһынды район башлығы.
– Өс литрлыҡтары – ике мең, – тине егет.
– Арзан бит!
– Эйе, былары – былтырғы балдар. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә, бушлай, бер бәләкәй банка бирәм, “пробный” булыр, – тип ярты литрлыҡты һуҙҙы. – Тәмләп, ашап ҡарарһығыҙ, оҡшаһа, яңынан килеп алырһығыҙ.
– Һуң, был беҙгә ярты йылға етә, ҡасан һатып алғаныбыҙса әле ул...
– Минең бал йыл әйләнәһе бар, оҡшаһа, эҙләп табырһығыҙ әле! – тип ихласлап быларҙың тоҡсайына балын тыҡты ла, икенсе һатып алыусы менән һөйләшә башланы. Ирле-ҡатынлы, бер-береһенә ҡарашты ла артабан китте.
Ҡул эштәре, бәйләмдәр һатҡан инәйҙәр араһынан үтеп барғанда, бер әбей быларҙы, ҡаршыларына сығып тиерлек, туҡтатты.
– Атаҡ, ошомо беҙҙең килен тейешле кеше? – тип район башлығының ҡатынын тупылдатып һөйөп алды. Был әбей ағинәйҙәр клубында әүҙем эшләй. Район башлығын әллә ҡайҙан танып тора.
– Эйе, апай, киленегеҙ була инде, – тине башлыҡ.
– Тфү-тфү, күҙ теймәһен, ниндәй һылыу! – тип әбей ҡатынға баштан аяҡ ҡараны. – Туҡта әле, киленде, һуң булһа ла, һөйөп алайым, – тип һатыуға һалған ап-аҡ дебет шәлен алды ла, килененең арҡаһына һалып, теләктәрен әйтте.
Шунан ғына ҡатындың йөклө икәнен күреп, маңлайына шап һуҡты.
– Эй, Аллам, бәләкәскә бер нәмәм дә юҡ бит әле, бүләкле итер инем, – тип көйәләнде.
Быны ишеткән эргәһендә торған бер инәй, ялп итеп, эргәләренә баҫты:
– Минеке бар, бынамын тигән кофта менән салбар бәйләнем, ошо бүләк булыр, – тип ҡатынға тотторҙо.
– Эйе, рәхмәт, – тип ағинәй әхирәтенә ҡараны.
– Хаҡын аҙаҡ түләрмен.
– Кәрәкмәй, сабыйға тигәндә – йәл түгел. Аны ни мин мигом бәйләйем бит...
Был инәйҙәр ҙә “кәрәкмәй”, “юҡ, рәхмәт”, “ҡана, хаҡын түләйбеҙ” тигәнгә иғтибар ҙа итмәнеләр. Хатта, йолаһы шулай, бүләкте ҡабул итә белергә кәрәк, тип шелтәләп тә алдылар.
Шулай, баҙар бөтөүгә, ирле-ҡатынлы, әллә нисә тоҡсай тотоп, ҡайтыу яғына юлланды.
– Ҡара әле, әллә күпме әйбер алғанбыҙ, – тине бер аҙ арыған йөклө ҡатын. – Нисә һум сарыф иттек икән?
– Бер тин дә, бер тин дә... Үтә ныҡ йомартбыҙ шул, – тип уфтанды район етәксеһе, башҡорттар араһында эшҡыуарҙар ниңә аҙ булыуын аңлағандай итеп.