

Ошондай кешеләр, ысынлап та, байтаҡ ҡына икән. Күп тә үтмәй яҡын-тирәләге райондарҙа уның даны таралып өлгөрҙө. Бик ныҡ ышаныусылар хатта был әҙәмдең ғүмере буйына хәрби табип булып хеҙмәт иткән тигән уйҙырма ла тарата һалдылар.
Үҫмер сағынан алып тракторҙа ла, йә башҡа колхоздың ауыр эштәрендә тир түккән Басир ҙа тубыҡтары һыҙлауға зарлана һуңғы йылдарҙа. Халыҡ медицинаһын һанға һуғыу түгел, өшкөрөүҙе төкөрөүҙән айырмаған ир заты ла ошондайыраҡ хәбәргә ҡолаҡ һала башлар бер саҡ, тип кем уйлаһын инде. Ауылынан алыҫ түгел ҡасабала Фердинант исемле бағымсы бар икәнен ул да ишеткәйне. Телефондан һөйләшеп алдан яҙылырға кәрәклеген дә һөйләгәйне таныш-белештәре. Элегерәк бындай мөғжизәләргә бик шикләнеп ҡараһа ла, ваҡыт уҙыу менән Басирҙы ла ниндәйҙер бер көс шул яҡтарға һөйрәй башланы.
Басир йәкшәмбе иртүк йөҙ саҡрымда ятҡан ҡасабаға юлланды. Өр-яңы машинаһына алты тоҡ тоҙ тейәне, ҡатыны ултырҙы, уларға Ансаф күршеһе эйәрҙе.
Сәғәткә яҡын дауам иткән дауалау сеансы файҙаһыҙға үтмәне. Басирҙың маңлайына энә ҡаҙап башын рәткә килтерҙе, ҡатынына массаж бик килеште буғай, күршеһе гипноздан һуң “бүтән эсмәйем” тип ант итте.
– Исемеңде тыуған сағыңда әбей ҡушҡан, ир мулла саҡыртып яңынан әйттер! – тине бағымсы бер ни тиклем процедураларҙан һуң Басирға.
Һуңынан да өшкөртөлгән тоҙҙарҙы күтәреп, дауалаусыны ризалатып ҡайтырға сыҡҡанда:
– Килеп йөрөгөҙ! – тип оҙатып ҡалды хужа кеше.
Киләһе йома Басирҙар табын ҡороп мулла саҡырҙылар. Исемен яңынан ҡуштырғас, алтмыш ике йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңы тыуған сабыйҙай итеп хис итте үҙен. Хәтере яҡшырып киткәндәй булды. Сөнки уға тыуған саҡта исемде Сәләх мулла үҙе ҡушты, тип әсәһенең һөйләгәне иҫенә төштө. Ҡатыны ла көн дә массаж яһата хәҙер Басирҙан. Ансаф күршеһе ашҡаҙанын яндырып операция эшләтте, инде ай эсмәй. Тик Басирҙың ғына тубыҡтары бер аҙ һыҙлап тора тороуға.
– Тегендә әллә тағы берҙе барып килергәме икән, – тип уйлана башланы ул һуңғы ваҡытта.
– Теге ваҡыт исемеңде һорамай ҡалғанмын да баһа. Миндә инде ғәйеп! Исемең дөрөҫ түгел бит, сөнки унда “сир” һүҙе бар, – тип ҡурҡытып ҡуйҙы был юлы барғанында Фердинант табип. Басирҙың тәне буйлап ниндәйҙер бер һалҡын ел үтеп киткәндәй булды, тамағына төйөр ултырҙы. “Бөгөн үк мулланы күреп яңы исем әйттерә һалыр кәрәк. Үлеп ятыр эш юҡ инде!” – тигән уйҙар йүгерҙе уның башынан.
Сығып барышлай Басир урамда торған кешеләргә күҙ һалды. Күрше ауылдан килгән Баттал да үҙ сиратын көтә икән.
– Исемең дөрөҫ ҡушылмаған бит! Бында “ат” һүҙе бар, хайуан исеме булырға тейеш түгел. Етмәһә “тал” һүҙе, арығанлыҡты аңлата, үҙе ағас исеме... Тиҙ арала исемеңде үҙгәртергә кәрәк! – бағымсының Батталға әйткән был һүҙҙәрен Басир ишетмәне. Был ваҡытта ул ҡайтыу яҡҡа елдерә ине.
Бер нисә көндән Сағанлы ауылында Басир Батталға, Һабанлыла Баттал Басирға әйләнде. Шунан һуң әйтеп ҡара инде мөғжизә юҡ, тип.