+22 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
29 Июля , 19:30

Уйылдан ҡарт лаҡаптары

Уйылдан ҡарт менән Рамаҙан олатай Аҡҡош күленә өйрәккә һунарға барғандар. Өйрәктәрҙе күргәс, шыуышып яҡыныраҡ барып атырға ҡарар итәләр. Уйылдан ҡарт шаулап, артын күтәреп шыуыша. Рамаҙан олатай уға: «Уйылдан, боҫ, боҫ», – тип әйтеп ҡарай. Ә ул: «Ниместән ҡурҡмағанды, өйрәктән ҡурҡып тормайым инде», – тип, һикереп тороп атлаған, өйрәктәр ҡурҡып осоп киткән, һунар шуның менән бөткән.***

Уйылдан ҡарт лаҡаптарыУйылдан ҡарт лаҡаптары
Уйылдан ҡарт лаҡаптары

Уйылдан ҡартты һуғыштан һуң колхоз председателе итеп һайлайҙар, сәркәтип итеп Күҫәпҡолов Камил ағайҙы ҡуйғандар. Бер көн Рамаҙан олатай кәнсәгә барһа, Уйылдан ҡарт, әлиф менән таяҡты айырмаһа ла, гәзит уҡып ултыра. Камил ағайға гәзиттәге машина һүрәтен төртөп күрһәтеп:
– Был машина ҡайһылай ныҡ ауған, – тип әйтә, ти, ә үҙе гәзитте баштүбән тотҡан булған.
***
Уйылдан ҡартты, председатель булғас, Баймаҡҡа, район үҙәгенә, эш буйынса саҡыртҡандар. Ул барғас, ҡунаҡ йортонда ғүмерендә беренсе тапҡыр карауатта йоҡлаған. Янғаҙыға кайтҡас, «унда түрәләр тик карауатта йоҡлайҙар» тип һөйләгән. «Мин дә хәҙер – түрә, ҙур етәксе», – тип өйөндәге урындығын емереп, «тиҙәк һәм таҡтанан» карауат эшләп, шунда йоҡлай башлаған.
***
Бер көн почта аша район үҙәгенән телеграмма килгән. Ул, уҡый белмәгәс, етди ҡиәфәт менән, тотоп:
– Мәскәү белде минең турала, хәҙер ҡуймаҫтар инде, – тип әйткән.
***
Бер көн, мунсаға барып ҡайтҡас:
– Ҡатыным кисә мунса яҡты, бер сана утынды бөтөргән. Ташы ут кеүек ҡып-ҡыҙыл, түҙерлек түгел. Ҡараһам, шул ташында бер баҡа (тәлмәрйен) дер ҡалтырап өшөп ултыра, – тип әйткән.
***
Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Уйылдан ҡарттан нимә күргәнен һорағандар. Ул аптырамай:
– Мәскәү аша үткәндә, Сталин мине танып, ҡул болғаны, туҡтап, инеп, хәлен белеп сыҡтым. Кабинеты ҙур, миҙал менән тулы һандығын асып күрһәтте, теләгәнеңде ал, тине. Береһен һайлап алдым, бына тағып йөрөйөм, – тип күкрәгендәге миҙалды күрһәткән.
– Рейн йылғаһына барып еткәс, ҡараһам, бер нимес ҡармаҡ менән ярҙа балыҡ тотоп ултыра. Йүгереп барып артына бер типкәйнем, әйләнеп ҡарап миңә: «Ошо Торҙас типһә, ныҡ тибә торған», – тип әйткән, имеш.
***
Янғаҙыла матур ҡатын-ҡыҙҙы күрһәләр, «Их, сәстәре!» тип әйтәләр. Был әйтем Уйылдан ҡарттан ҡалған, хәҙер лаҡапҡа әйләнгән. Уның ҡатыны, Наҡия апай, тифтан ауырып, сәсһеҙ ҡалған, шуға күрә гел яулыҡ ябынып йөрөнө. Улы Фәрит беренсе тапҡыр кәләшен өйөнә алып ҡайтып, ата-әсәһе менән таныштыра. Ҡарт матур, оҙон ҡара сәсле киленен күргәс:
– Их, сәстәре! – тип ысҡындырған, түҙмәй.
***
Уйылдан ҡарт бер тапҡыр Рамаҙан олатайға үгеҙен һуйышырға ярҙам һорап килә.
– Күп ашаттым, өлкән, дейеү пәрейе кеүек, нимә эшләргә белмәйем, – тип әйткән. Рамаҙан олатай бысаҡ, арҡан тотоп, үгеҙ торған кәртәгә бара.
– Яҡын барма, ҡапыл асма кәртә ишеген, өҫтөңә һикерер, – тип уны Уйылдан ҡарт ҡурҡытҡан. Рамаҙан олатай ипләп ишекте асып ҡараһа, унда яп-ябыҡ, үлер сиккә еткән башмаҡты күрә. Ул: «Һиңә ышанған – мин – алйот», – тип үсегеп, өйөнә ҡайтып киткән.

Вәғиз ТИМЕРБУЛАТОВ.

Автор:
Читайте нас