

Йәшереп ҡуйырлыҡ эш хаҡы ла алғаны юҡ бит инде - “колхозник”. Баҡтиһәң, теге юлы 400 һум тапҡан булған! Бер һыйыр алырлыҡ аҡсаны нисек йәшермәк кәрәк?! Етмәһә, өй һалып сыҡҡас, ике-өс йыл буйы һыйыр малдарыбыҙ үрсемәй ине. Һуғымлыҡ алһаҡ та килешер ине бит. Юҡ, тапманы барыбер ул аҡсаны. Һарай түбәһенә бит һалам түшәйҙәр. Шунда тыҡҡайным, тип эҙләһә лә насип булманы – эсә алманы. Ә ҡағыҙ аҡсаларҙы сысҡандар “сәлдергәндер” тип уйлайым.
Кеше хаҡы ебәрмәй инде ул, зыян күреүсенең дә рәнйеше төшкәндер. Ә мин бушҡа ҡайғырып торманым, “шул кәрәк һиңә” тинем дә, оноттом.
Ауыл апайы.
Сығанаҡ: https://vk.ru/bashdonya?w=wall-202792286_53181