– Кемде «әсәй» ти һуң ҡан балаң? – тип һораным әүәлге апаруҡ яҡын, хәҙер ниңәлер ятһыраған танышымдан.
– Әлбиттә, тәрбиәләгән әсәһен. Донъяға тапҡанын түгел... Мин уның менән һөйләшкәнем юҡ. Күстәнәстәр тейәп барған булам да юлда әбей-һәбейгә өләшеп китәм. Ҡурҡам мин улымдан...
Баҡһаң, меҫкен ҡатынҡай, хәйер, меҫкен түгел, тормошта, матур ғына йәшәп яталар, һылыу ҡыҙ үҫтерәләр – улын боҫоп ҡына күҙәтә лә тәртәләрен кирегә бора имеш: тәүҙәрәк – балалар баҡсаһында, хәҙер – мәктәптә, тәнәфескә ҡыңғырау шылтырағас.
– Әле һигеҙ йәшлек баланан ыжлайһың. Улың ун һигеҙгә еткәс, нишләрһең? – тигән булдым.
– Әлләсе... – Әлеге «әлләсе» тигән һүҙ уны гүргә ингәнсе ғазаплар һымаҡ тойолдо миңә.
Ҡунаҡҡа килгән ҡарт әбейҙе – әсәләрен – күмәкләп бик ҡәҙерләп оҙаталар. Поезд ҡуҙғалып китә, бала-саға ҡул болғай. Ҡайтыуға боролалар, ҡараналар. Бәй...
– Ҡәйнәмдең поезы бына лаһа! – ти кейәү кеше. – Посадка саҡ бөтөп тора...
Ҡыҙының шул саҡ йөрәге өҙөлөп төшә яҙа:
– Ниндәй поезға ултырҙы? – тип һорай уныһы – белмәй оҙатыусылар.
– Ҡайһы вагонда, нисәнсе урында? – ошо һорауҙарға ғына теүәл яуап бирәләр.
– Үҙе атлаймы? Һәйбәт һөйләшәме? Ҡайһылайыраҡ килбәте? – Вокзалдағы полиция үҙҙәренсә ҡыҙыҡһына. – Ике-өс поезд үткән, асыҡлағансы байтаҡ ваҡыт уҙасаҡ.
Әбейҙе көткән туғандарына телеграмма һуғалар. Төн йоҡламай, илашып бөтәләр. Ике көндән һуң ғына күрше өлкәләге өйөнә ҡайтып инә «сәйәхәтсе».
Юлда әҙәм балаһын хәтәр-хәүеф тә, хата-аймылыштар ҙа һағалай шул.
Бер ҡыш ҡатыным ипле генә һүҙ башланы.
– Һуңғы юлы ҡайҙа барҙың әле, балыҡҡа тим?..
– Тә-әк, Ҡандракүлгә барылды... – булды яуабым. – Ә юҡ, Ҡамышлыға.
– Шулайҙыр тигәйнем дә, – көлөмһөрәй хәләл ефетем.
– Ә ниңә төпсөнәһең? – Ҡылтайып сыҡты тауышым.
Аңлатты. Баҡһаң, таң һарыһынан эшкә китеп барышлай уртаҡ танышыбыҙ мине автобуста күргән. Әҙәм ҡурҡытырлыҡ кейенгән булғанмын: өҫтөмдә – төҫө уңған ҡабарынҡы әрме бушлаты, аяҡта – төплө быйма, башта – күпте күргән кәпәс, ҡулда – таушалған ҙур сумка. Кешенән уңайһыҙланып, миңә сәләм дә бирмәгән теге. Танымаһын, йә кеше алдында һүҙ ҡушыр тип, минән йөҙ сөйөрөп үк ултырған. Үҙе уйлана икән: «Яҙыусы башы менән ниндәй хәлгә төшкән, эй, меҫкен! Ошолай ҡиәфәттә эшкә китеп бармаһа... Эскегә һалышты микән ни? Бисәһе ни ҡарайҙыр? Әрләйем әле үҙен бер тотоп...»
Осраша ике әхирәт. Теге ханымдың мине ҡасан, ҡайҙа күреүе асыҡланғас, рәхәтләнеп көлөшәләр, ҡатыным үҙенсә аҡлана:
– Ул ни, яңы кейемдән балыҡ ҡурҡа, ти ҙә, иҫкерәк ҡалын кейемдәрен ташламай шул.