

Иглин районы хакимиәте белгестәре зарланыусыларға аҡыллы кәңәшен еткергән. Борон халыҡ һыуҙы йылғаларҙан ташып эскән, шуға күрә берәй шишмә эҙләп тапһындар! Мәсьәлә контролдә, барыһы ла яйланыр, тип йыуаталар. Мискә менән һыу килтерергә лә уйлашалар, имеш. Ғөмүмән, был мәсьәлә менән хакимиәтте һәр ваҡыт борсомай, “Водоканал”ға мөрәжәғәт итергә ҡушҡандар.
...Өсөнсө көн өйҙә һыу юҡ. Шишмә эҙләргә хәл етмәй, машинаға ултырып сығам, тиһәң, бензин юҡ. Аяҡ һуҙһаң – мәсьәләне ҡаты контролдә тотҡан чиновниктар алдында оят.