+27 °С
Болотло
Шулай ҙа була!
20 Август , 09:20

Мин нисек байыным?

Телевидение студияһы. Алып барыусы менән уның ике ҡунағы инеп ултыра, кейем­дәренә микрофондарҙы бер­кетәләр.Алып барыусы. Хөрмәтле телевизор ҡараусылар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға “Мин нисек байыным?” тип аталған тапшырыуҙың сираттағы сығары­лышы. Белеүегеҙсә, беҙ студияға үҙ эшендә ҙур уңышҡа өлгәшкән йәштәрҙе саҡырабыҙ. Бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ – Әлиә менән Мансур Баевтар.

Мин нисек байыным?Мин нисек байыным?
Мин нисек байыным?

Әле саҡ утыҙға аяҡ баҫырға йыйынһалар ҙа баш ҡалабыҙҙа хәтәр фатирҙары, ҡала янында ике ҡатлы зиннәтле йорттары, һәр береһенең шәп машиналары бар, йылына бер-ике тапҡыр сит илдәрҙә ял итергә лә өлгөрәләр. Әйҙәгеҙ, ошо уңыштың сере менән уртаҡлашығыҙ әле. Әлиә, һеҙ ҡайҙа уҡынығыҙ, алған белемегеҙ бөгөнгө ҡаҙаныштарығыҙға юл асҡандыр?
Әлиә. Һаумыһығыҙ. Мин филология факультетын тамамланым. Бынан тыш, театр студияһына, бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Бала саҡтан китаптар уҡырға яраттым, мода менән ҡыҙыҡһындым, кино, сәнғәт йондоҙҙары тормошон ҡыҙығып күҙәттем. Былар барыһы ла бөгөнгө эшемдә ярҙам итә. Бөтәһе лә клиент өсөн, ул һәр саҡ хаҡлы, тигән девиз буйынса эшләйбеҙ бит. Улар күтәргән һәр теманы күтәреп алырға әҙер булырға тейешһең. Бигерәк тә институтта өйрәнгән психология буйынса дәрестәрҙең файҙаһын ныҡ күрәм.
Алып барыусы. Рәхмәт, яуабың тапшырыу ҡараусыларға оҡшағандыр. Мансур, ә һин ниндәй белем тауҙа­рына күтәрелдең?
Мансур. Мин мәктәпте алтын миҙалға тамамланым, Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән өсөн Мәс­кәүҙәге билдәле университеттың математика факультетына ҡабул иттеләр. Еңел атлетика буйынса разрядым да бар, университеттың йыйылма коман­даһында йүгерҙем. Әлеге эшемдә тиҙ һанай белеү, шәп физик әҙерлек ныҡ ярҙам итә. Һөнәрҙе дөрөҫ һай­лағанмын, тим.
Алып барыусы. Бына ошондай йәштәр – илдең киләсәге! Белемле, аҡыллы егет һәм ҡыҙҙарҙан өлгө алырға кәрәк! Әйтегеҙ әле, карьера эшләү ауыр булдымы?
Әлиә. Әллә ни түгел. Мәктәптә бер йыл уҡыттым да, курстар тамамлап, башта ике йыл хужаға, һуңынан үҙемә эшләй башланым. Уҡытыусыныҡына ҡарағанда, эш хаҡы ике тапҡырға артығыраҡ булыуы ҡыҙыҡтырғайны.
Мансур. Мин дә бер йыл космос аппараттары менән шөғөлләнгән ғилми-тикшеренеү институтында аптырап йөрөнөм дә, аҡса айҙыҡы-айға етмәй башлағас, әлеге эшкә тотондом. Ғилми хеҙмәткәр булған ваҡыт менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк эш хаҡы ала башланым.
Алып барыусы. Ә һеҙ ҡайҙа, кем булып эшләйһегеҙ һуң?
Әлиә. Мин маникюр эшләйем.
Мансур. Мин – курьер.
Алып барыусы. (Йөҙө үҙгәреп китә). Әстәғәфирулла! Үәт, замана! Һау булығыҙ, хөрмәтле телевизор ҡараусылар! (Режиссерға табан боролоп) Ошондай йәштәр – илдең киләсәге, тигәс, тапшырыу тамам булһын. Уф, ярай әле, тура эфир түгел. Ней, Мансур, ҡайһы компанияла курьер булып эшләйһең, ағайыңды ла алмаҫтармы икән? Йәш саҡта мине йүгереп ҡыуып етеүсе булмай торғайны, былай!

Марат Әминев тыңлап торҙо.

Автор:
Читайте нас