

Вокзалға йүгерәбеҙ. Бер сәғәттәй ваҡыт эсендә залдарҙы ҡат-ҡат урап сығабыҙ, автобус көткән пассажирҙарҙан һәм милиционерҙарҙан һорашабыҙ – бер кем дә күрмәгән.
Иремдең эш телефонын табыу өсөн өйгә йүгерәм. Ишекте асыу менән телефон шылтыраны. Трубканы алам – элемтәлә ҡайным:
– Ейәнсәремде ҡаршы алдым, һәйбәт килеп еткән. Ниңә өләсәһе тороп ҡалды? Ниңә баланы үҙен генә ебәрҙең, юғалып ҡуйһа, – тип һорауҙарын теҙҙе.
Әллә аҡылдан яҙа башланым инде, тип уйлайым. Трубканы ҡыҙыма биреүен һораным.
Баҡтиһәң, автобусҡа инеп килгән өләсәһен күргәс, ҡыҙым ултырғыстар араһына йәшенгән икән. Өләсәһе уны күрмәгән. Ейәнсәрен тапмағас, салон буйлап тағы бер нисә мәртәбә үткән дә, автобусты туҡтатып, төшөп ҡалырға мәжбүр булған.
– Ниңә улай иттең инде? – тигән һорауға ҡыҙым:
– Өләсәйем йыуан бит, миңә уның менән ултырыу ҡыйын, – тине.
Б. ШАЙМОРАТОВА.