+31 °С
Ясно
Шулай ҙа була!
25 Августа , 06:46

Марат КӘБИРОВ ЯРАТЫУ

Үҙен яратҡан кешеләр була. Бер ҡараһаң, был насар ғәҙәт түгел инде, һәр кем үҙен яратырға тейеш, үҙен яратмаған кеше бүтәндәрҙе лә ярата алмай. Бының шулай икәнен хатта психологтар ҙа ишеткән һәм хәҙер аҙым һайын ҡабатлайҙар: “Кеше үҙ-үҙен яратырға тейеш”, – тиҙәр. Был егеттең үҙен яратыуы шул тиклем көслө, уны күрмәй ҡалыу мөмкин түгел ине. Беҙ әле ул ваҡытта студент саҡ, тулай тораҡта йәшәйбеҙ. Бер бүлмәләшебеҙ башҡа уҡыу йортона күсте лә уның урынына яңыны индерҙеләр. Сәсе матур итеп таралған, йөҙө алһыуланып тора, өҫтөндәге кейеме энәнән генә төшкән, затлы хушбуйы аңҡып тора. Ҡупшы егет, ҡыҫҡаһы. Бер ҡарауҙан уҡ беҙҙең бүлмә кешеһе түгеллеге аңлашылды. Ул ваҡытта беҙ психология менән таныш түгел һәм кешенең үҙен яратырға тейешлеген бик белеп бөтмәй инек. Ауыл балалары бит инде.

Марат КӘБИРОВ ЯРАТЫУМарат КӘБИРОВ ЯРАТЫУ
Марат КӘБИРОВ ЯРАТЫУ

Шул кисте үк тормоштан арттараҡ ҡалыуыбыҙҙы самалай башланыҡ. Был сәсен йыуа ла әллә ниндәй хуш еҫле нәмәләр һибеп киптерә. Шунан битенә крем һөртә. Маңлайына, бит остарына, күҙ төптәренә, ҡулдарына, аяҡтарына тиклем... Уларҙы ыуалап, массаж яһап ала. Йөрөгән ҡыҙы барҙыр инде, шуның янына йыйыналыр тип уйлайбыҙ. Һуңынан бер сәғәт самаһы ял итеп ултыра ла, ҡолаҡтарына мамыҡ тығып... йоҡларға ята.

Иртән уянғас, көҙгө алдына баҫып, оҙаҡ ҡына йәнә үҙенә ҡарап тора. Нисә сәғәт буйы күрмәгәс, һағыныуы ла көслөлөр инде, күҙҙәре моңһоу. Битенең, муйынының һәр күҙәнәген тикшереп сыға. Шунан уларҙы ниндәйҙер хуш еҫле мамыҡ менән нәмәләрҙер һиптереп һөрткәләй ҙә йыуынырға китә. Йыуынып килгәс, көҙгө алдына баҫып кейенә… Юҡ, кейем һайлай башлай. Берһен алып кейә, көҙгө ҡаршыһында бөтөрөлә, шунан карауатына ҡуя ла тағы икенсеһен ала… Шунан тағы… Өҫкө кейемен һайлағас, салбарҙарын алмаштырырға тотона. Инде кейенеп бөттө, сығып китә тип кенә торғанда берәйебеҙҙең аҫтыртын йылмайыуын күреп ҡала ла яңынан башлай.

Сәйер булып тойолһа ла, беҙ бының гигиена икәнен самалайбыҙ инде. Үҙебеҙ ҙә һаҫыған йолҡоштар түгел. Хатта көҙгө алдына баҫып, сәғәттәр буйына кейем һайлауын да аңлайбыҙ. Шул тиклем кейемдәребеҙ булһа, бәлки, беҙ ҙә һайланыр инек. Тик уға үҙенең шулай ҡыланыуы ғына түгел, ә беҙҙең һушыбыҙ китеп ҡарап ултырыуыбыҙ ҙа ҡыҙыҡ. Һуңыраҡ аңланыҡ, уға һоҡланыу, маҡтау һүҙҙәре лә кәрәк икән! Быны белгәс, һөйөндөрөргә тырыша башланыҡ. Һоҡланабыҙ. “О, был кейемең бигерәк матур! Ҡайҙан алдың?” – тигән булабыҙ. Теге шатланып һөйләп китә. Был бик затлы туҡыманан бик шәрәфле оҫталар теккән кейем икән, итәк аҫтынан ғына һатыла… Ул үҙенең матур кейемдәре, уңыштары, ҡылған изгелектәре, әйбәт яҡтары тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Ҡайсағында унан уҡыу буйынса ла һорайбыҙ. Ул һөйләй. Һорағанды белмәһә, еңел генә үҙе белгән темаға күсә лә шуны һөйләй. Уның белеменә һоҡланған булып ултырабыҙ. Беҙгә лә ҡыҙыҡ, теге лә бәхетле. Үҙен маҡтағанды, күккә күтәргәнде, һоҡланғанды ярата бит инде. Уға бөтә донъя үҙенең дауамы булып тойола.

Ғәйепләп яҙыу түгел инде был. Яратыуға бөтә кеше лә мохтаж. Мин дә һәр кемгә бәхетле мөхәббәт теләйем. Һөйгәнегеҙ һеҙҙе шул егет үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын!

Фото: ru.pinterest.com

Автор:
Читайте нас