+31 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
25 Августа , 08:25

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АВТОЛЕДИ яҙмалары

“Машиналар үҙегеҙҙән ҡурҡа” Машинаға ултырып алдым. Теүәл бер аҙна элек.Тәүге көн Нуғай ҡасабаһында ҡыҙым йөрөттөрҙө. “Әсәй, шулайт”, “Әсәй, былайт” тип, минән яман үҙе ҡурҡып килә. Тора-бара бының туҡтауһыҙ “әсәй-әсәй-әсәй” тиеүе ҡолаҡ төбөмдә серәкәй бызылдаған һымаҡ була башланы. Тау аҡтарғандай арып ҡайттыҡ, ҡыҙым Ҡара батырҙы (ейәнем) йоҡлатам тип бүлмәләренә инеп бикләнгәйне, мин шым ғына сыҡтым да киттем. Буйтым ғына урап-сурап йөрөп килдем. Минең юғалғанды аңғарған кейәү урамда тора күҙе шар булып. Эргәһенән эре генә елдереп үтеп киттем әле. Ҡайтһам, “ну һеҙ маладис, ҙур юлға сығырға ла була” ти. “Ҡурҡам аҙыраҡ” тием. “Ҡурҡмағыҙ! Урамдағы машиналарҙың барыһы ла үҙегеҙҙән ҡурҡа. Хәҙер уже мин дә ҡурҡам берәй ерҙән ҡәйнәм килеп сыҡмаһын тип”, – тип, ныҡ тынысландырҙы был мине.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АВТОЛЕДИ яҙмаларыМиләүшә ҠАҺАРМАНОВА АВТОЛЕДИ яҙмалары
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АВТОЛЕДИ яҙмалары

Балалар олонан ҡубып, инструктор яллайбыҙ тип башлағайнылар, мин таныш ҡатынҡайымды ире менән саҡырып алып, ирен йәнәшәмә инструктор, кәләшен артҡа штурман итеп ултыртып, бер көн йөрөнөм ҡалала. Икенсе көн әлеге ир-егет эшкәсә оҙатып ултырып барҙы, ҡайтҡанда тағы йәнәшәмдә ултырып ҡайтты. Шаршамбы үҙем генә сыҡтым. Үҙәк баҙар ҡулсаһынан ҡурҡа инем — Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай ағай Матбуғат йорто тирәһен өйрәтеп бер әйләндерҙе, парковкаға машинаны ҡуйыуҙы Илгиз Ишбулатов аңлатты, заправканы иһә Ҡоролтай водителе алып барып күрһәтте. Шуның менән - вәссәләм! Этелә-төртөлә йыбырлап йөрөп ятам. Боролоштарҙа ҡаршылағы ирҙәрҙең нимә тип әрләгәнен быяла аша ирендәренән уҡый алам хәҙер. “Үҙең шундай, үҙең шулай”, тип эстән генә эләкләшеп китәм дә барам.
Бер көн Ленин урамында инспектор туҡтатты. Нимә кәрәк икән быға, ҡайышым ҡуйылған, ипләп кенә киләм, тип һуҡрана-һуҡрана саҡ туҡтаным.
– Бында юл бер яҡлы ғына, – тип тора.
– Нисек улай, ана бит, йөрөйҙәр, - тим инде аптырап.
– Былары автобустар. Һеҙ ҙә автобуста киләһегеҙме? – ти.
Автобуста булмағас, өндәшмәнем инде, “Һы” тип ҡуйған булдым. Бәйләнеп торманы шулай ҙа, ҡала юлдарын, юл хәрәкәттәрен ныҡлап өйрәнегеҙ, тине лә, ҡағыҙҙарымды бирҙе.

Тәртип һаҡсылары менән осрашыу

Ялға Бөрйәнгә ҡайтырға булдым. Иптәшкә ике ҡустым ултырҙы. Хатта “шәп” кенә барҙым. Туғыҙ сәғәт кенә. Төнгә ҡалдым. Машинаһыҙ юлдарҙа иркенләберәк киләм. Байназар тауын төшкәндә ҡаршыға бер машина килә ине, ҡустым “фарыңды яҡынға күсер ҙә ситкәрәк тарт” тип шылдыртты, әммә тау түбәнгә ҡапыл ғына булманы , бик әкрен күстем. Бына бер мәл артымдан, мигалкалар менән, нимәлер ҡысҡыртып, бер машина төшмәһенме.
– Туҡта! Һиңә туҡтарға ҡуша, — ти ҡустым.
– Кем ҡуша? – Мин һаман нимә шаулағанын аңлай алмайым.
– ДПС килә ҡаршыға тинем бит. Шул арттан эйәрҙе.
Яҡшылап ишетмәгәнмен икән әйткәнен. Бара биреп саҡ туҡтаным. Мөләйем генә башҡорт егете килеп торҙо:
– Апай, документтарығыҙҙы ҡарайыҡ әле.
Алып бирҙем хәҙер.
– Әйҙәгеҙ, беҙҙең машинаға үтеп ултырайыҡ әле.
Бик итәғәтлеләр килеп үҙҙәре.
Эстә планшет аша тикшереп таблица тултыралар икән. Икәүҙәр.
– Ҡасандан танытмағыҙ бар?
– Иҫләмәйем инде ҡапыл. Яҙылмағанмы шунда?
– Руль артында ниндәй стаж?
– Биш көн.
Егеттәр бер-береһенә ҡарашып алды.
– Шул көйө Бөрйәнгә сығырға булдығыҙмы?
– Килеп еткәнмен бит инде. Берәүҙе лә тапаманым, бәрҙермәнем...
– Нишләп туҡтамайһығыҙ сигналға?
– Мин һеҙҙе ҡайҙан беләйем һуң?
– Беҙ һеҙҙе беләбеҙ бит, — бик кинәйәле генә йылмаялар былар.
– Уртанан киләһегеҙ. Эсмәнегеҙме? – ти ишшеү берәүһе.
– Эсмәйенсә саҡ әле бында, — тиһәм, көлгән булалар.
– Үҙегеҙҙең һыҙаттан ғына йөрөгөҙ, уртанан түгел. ДПС туҡтата икән – туҡтағыҙ, былай алыҫ китмәгеҙ, — тип шелтәләне егеттәр хушлашыр алдынан, унан ҡустыларыма ла өндәштеләр: — Берегеҙ ултырығыҙ рулгә, апай арыған...
Былар киткәйне, тәки үҙем ултырып барып еттем. Икенсе көн ауылдағы ҡустым ҡаршы сығып тора:
– Миләүшә Ҡаһарманова руль артында килә тип тотош районды ҡамап торалар, ти.
– Ыста! Кем әйтә?
– ДПС хәбәр итте.
– Уффф! Әллә берәй чатҡа ҡуйғандармы ҡағиҙәләрҙе боҙа тип?
– Юуҡ, таныш егеттәр улар. Үҙемә генә әйттеләр. Апайыңдан ҡасып саҡ ҡаяға менеп китмәнек, ялтанып ҡалдыҡ, артынан ҡыуып көскә туҡтатып алдыҡ тиҙәр... Ха-ха-ха!
— Ваще улай булманы! Көлөгөҙ әле, көл...

Запас тәгәрмәс

Хәҙер нисек итеп запас тәгәрмәсте тапҡанымды яҙам һеҙгә. Ауылға ҡайтып барам бер мәл. “Шәп” барам инде, сәғәтенә 40-50 саҡрым менән. Юл насар, соҡор-саҡыр. Бер мәл экранымда яҙыу сыға, һикертә, уҡый алмайым. Шулай ҙа бер юлын уҡыным: низкое давление, шина... Был машинаның давлениеһы бармы инде ишшеү, тип уйлап барам. Шинаһы нимә әле ул, тип иҫләй алмайым. Ишеткәнем бар бит инде ул һүҙҙе, нимә һуң әле ул? Шулай бара торғас даңғыр-доңғор иттек. Инде ауыл юлына боролғас тынысланып телефонына текәлгән ҡустым ҡысҡырып ебәрҙе: “Туҡта! Тәгәрмәс тишелгән бит!” Төшөп ҡараһаҡ, ысынлап, үҙем яғы алғыһы бәлшәйгән.
– У-уй, нишләйбеҙ инде? – тием.
– Запас тәгәрмәсте ҡуябыҙ, — ти ҡустым.
– Юҡ ул миндә.
– Барҙыр ул, яңы машина бит, булырға тейеш.
– Ҡайҙа булырға тейеш?
– Багажникта, — тип сумкаларҙы бушата башланы арттан.
– Ул багажникты мин көн һайын асам, тәгәрмәс һынлы тәгәрмәсте күрер инем инде, — тим.
– Хәҙер, — тип, был сумкаларҙы алып бөтөп, багажниктың иҙәнен ҡутара башланы. Бына бер мәл ҡараһам – аҫта үҙе бер келәт икән. Тәгәрмәсе лә, әллә ниндәй тимер-томоро теҙеп кенә һалынған.
– Ыста! — тием бот сабып, — Кисә үлһәм бынау сама нәмә тейәп йөрөгәнемде белмәй үлер инем...
Ул арала арттан бер машина килеп туҡтаны, уҡытыусыбыҙ үҙебеҙҙең, Марс ағай икән. Төшә килеп ярҙамлаша башланы. Ҡаршынан икенсеһе килеп туҡтаны, уныһы сәпсим бер туған ағайым, балыҡҡа китеп бара икән. Йәһәт кенә алмаштырҙылар.
– Йыртҡансы килгәнһең, — тип шелтәләй ағайым.
– Давление, шина тип әллә нимәләр яҙа... Аңлап була что ли ундайҙы... Ябай ғына яҙырға булмаймы шуны?
– Нисек тағы? Алғы һул тәгәрмәс тип тороп әйткән.
– Тәгәрмәсең тишелде! Туҡта, тип кенә ҡысҡырһа һуң, — тип аҡланам инде.
Ярай, тәгәрмәсен ямап, дискыһын төҙәйтеп, йүнләп ебәрҙеләр ул яҡтан.

Күҙгә күренмәҫ автобус

Эш боҙоп та алдым. Уныһын да яҙайым әле. Ҡалаға килеп ингәс беренсе күперҙә автобусты төкөнөм бер көн. Ҡараңғыла күпергә менеп еткәнемде аңламай, һуң аңғарып, үҙ һыҙатымдан икенсегә сығып, арттан килгән автобусты күрмәй... Үҙем яҡ морондо эләктерҙем. Автобус водителе һөйләй:
– Ситкәрәк тайшандым да, барыбер ҡыуып еттегеҙ. Ярай әле тәгәрмәскә эләктегеҙ.
— Һеҙҙе күрмәнем шул, - тим.
– Нисек инде улай? Был бит ҡалалағы иң ҙур автобус! — тип аптырай был.
Күрмәнем баяғыны, ысын.
– Һеҙ ГАИ-ға, автобусты күрмәнем, тип тормағыҙ инде, танытмағыҙҙы алып китерҙәр, туҡтап өлгөрмәнем, тигеҙ, — тип өйрәтә хәҙер был мине.
Беҙ шулай һөйләшеп торған арала, тирә-яғына сигналдар ҡуйылған, тик торған автобустың икенсе яғына бер машина бәрелеп китте. Унан да күҙе шарҙай булған бер ҡатын килеп сыҡты:
– Ой! Мин һеҙҙе күрмәнем!
– Был ни хәл! Ҡоторған бисәләр һөжүме булды был! Автобусты ла күрмәгәс!
Бөтөнләй көйә лә, ҡурҡа ла алманым, ҡайтып ултырғас ҡына, машинаның хаҡын иҫләп, һиңмайлығыма ҡайғырып, илап алдым. Йомшарғайным – ауырыным. Машинам ремонтта ултырып, үҙем системалар алып саҡ һауыҡтыҡ. Һағынып бөттөм дөлдөлөмдө.

Машинала – бесәй

Әле кисә балалар бесәйҙәрен бер аҙнаға алып тороуҙы һораны ла, барып алдым. Уныһын һауытҡа ултыртып, өҫтөн сепрәк менән бәйләгәндәр ине. Бына был юлда даһыр-доһор тулап, һауыты менән иҙәнгә ҡолап, йырып килеп сыҡты ла, тажылдап тәҙрәнән-тәҙрәгә ырғый. Унан дерелдәп миңә һыйына, башымда йөрөй инде. Шаҡ ҡатып тик киләм. Ҡулды рүлдән ысҡындырыу юҡ. Ниһайәт, алдыма менеп, түшемә тырнаҡтары менән сат йәбешеп ултырып алды. Имен ҡайтып етһәм, был бесәйҙе үлтерәм дә, балаларҙың кәрәген бирәм, тип киләм инде. Өйгә ингәс саҡ ысҡындырып алдым. Ҡурҡҡан! Йәлләнем инде, ярай... Ҡара батырҙың бесәйе бит инде, ни хәл итәһең, ҡәҙерле ҡунаҡ булып түрҙә ята, ана.

Автор:
Читайте нас