

– Йә аҡсаһын түләгеҙ, йә сығып китегеҙ, – тине водитель уҫал итеп.
Бабай бер секундҡа тынды ла машинанан өндәшмәй генә сыҡты. «Тә-әк, – тип уйланы ул. – Көн уңышһыҙ башланып тора». Шулай ҙа үҙен тиҙ генә ҡулға алып, киләһе һары машинаға ултырып алды. Был юлы водитель аҡсаны алдан һораманы. Адресҡа барып еткәс, әйткәйне, бабай ятлап алған һүҙҙәрен ҡалтыранған тауыш менән ҡабатларға тотондо:
– Һуң, улым, мин бит ябай пенсионер. Аҡсам юҡ... Бер нәмәгә лә аҡса етмәй. Бабайҙы бушлай йөрөтһәң дә булыр ине. Сауап булыр үҙеңә...
Водитель ауыр көрһөндө лә, бының менән булғансы тип, ҡул һелтәне. Ә йылмайыуын йәшерә алмаған бабай вокзал эсенә инде. Шунда уҡ касса янындағы сиратҡа юлланды. Етә барған һайын йөҙөндә йылмайыу юйылды, аҙымдары яйланы, ҡулдары ҡалтыранды. Барып еткәс, тамаҡ ҡырҙы ла барыһы ишетерелек итеп:
– Бабайҙы ғына үткәреп ебәрегеҙ инде. Был тиклем сиратта торорлоҡ хәлем юҡ шул, – тип ялбарҙы.
Сиратта торғандар, әлбиттә, өлкән кешене йәлләп, алдан үткәрҙе. Бабай кассаға килеп, егерме минуттай һатыулашты.
– Һуң минең кеүек бабайҙарға ташлама юҡмы инде? Пенсияны үҙегеҙ беләһегеҙ, өс тин, – тип мыжый-мыжый пенсионер, хеҙмәт ветераны танытмаларын сығарып һәр тәңкә өсөн көрәште. Ара-тирә сиратҡа ла ҡараш ташланы. Аҡсаһын сығарғанда кешеләр яғына борола биреп тороп, ҡалтыраған ҡулдары менән ҡарайып, туҙып бөткән илле, ун һумлыҡтарын иҫәпләргә тотондо. Шунан инде кеҫәһенән яулыҡҡа уралған тинлектәрен сығарҙы. Төйөнсөктө сисә алмай, эргәһендә торған егеткә мөрәжәғәт итте:
– Улым, – тине ул ҡалтыранған тауыш менән. – Бабайыңа ярҙам ит инде. Ғүмер буйы ауыр эштә эшләп, бармаҡтарым эшкинмәй хәҙер...
Егет бер бабайға, бер ҡулъяулыҡҡа төрөлгән тәңкәләргә ҡарап торҙо ла:
– Кире һалып алығыҙ, – тине. – Билеттарығыҙ өсөн үҙем түләйем, хәйер булыр.
Ҡарт ныҡышып торманы. Егеттән ике билет өсөн – үҙенә һәм ҡатынына – түләтте лә, вокзалдан сығыу яғына ыңғайланы.
Был тирәлә ул яҡшы кафе бар икәнен белә. Туп-тура шунда юлланды. Ингәс тә кеше күплеген күреп ҡыуанды.
– Ҡыҙым, – тип инәлде ул кассала ултырған ҡыҙға. – Бабайыңа бер сынаяҡ сәй генә яһап бир инде. Даулением төшөп китте, шәкәрҙе күберәк һал, йәме. Иртәнсәктән бирле ашағаным булманы...
– Илле һум, – тип кассаһындағы төймәләрен шаҡылдатты ҡыҙ.
– Эй, Алла, – тип уфтанды бабай бөтәһе лә ишетерлек итеп. – Бер сынаяҡ сәй йәлме һеҙгә? Мин бит һеҙҙән аш һорамайым. Даулением төшөп китте тимен бит. Иртәнсәктән бирле ашағаным булманы. Бабайға шул сәй генә ҡойоп бирһәгеҙ ҙә булыр ине! Юҡ аҡсам, юҡ, ҡайһылайтайым инде? Пенсия бер нәмәгә етмәй!..
Ҡыҙ уның мыжыуына битараф ҡалды. Бабай унан йәлләү көтмәй ҙә ине. Уға башҡаларҙың иғтибары кәрәк. Шуға ла ашап ултырыусылар яғына боролғас, ҡулъяулыҡ сығарып, күҙҙәрен һөрттө лә таяғына саҡ таянып ишек яғына атланы. Был һөйләшеүҙе ишетеп ултырған йомшаҡ күңелле берәү бабайҙы туҡтатты ла ашарына алып бирҙе. Беренсеһен дә, икенсеһен дә, сәйен дә, компотын да, тортын да...
Бабайҙың ашағанда ҡолаҡтары ғына һелкенеп торҙо. Ҡорһағы тулғас, кикереп алды ла артабан эштәре буйынса китте. Хәҙер ул магазинға юлланды. Бында ул тотошлай спектакль ойошторҙо.
Кассаға ни бары һөт, икмәк, ҡаймаҡ менән килде. Сират ҙурыраҡ булған урынды һайланы ла, ғәҙәтенсә:
– Бабайҙы ғына үткәреп ебәрегеҙ инде. Был тиклем сиратта торорлоҡ хәлем юҡ шул, – тип ялбарҙы.
Мәрхәмәтле кешеләр, әлбиттә, үткәрҙе. Тик бабайҙың ризыҡтарының хаҡын иҫәпләгәс, уның аҡсаһы етмәүе асыҡланды. Ул сиратҡа йәлләнесле ҡарап:
– Бабайҙы ғәфү итегеҙ инде, һеҙҙе тотҡарлайым. Пенсияға тиклем әле бер аҙна бар. Аҡсамды дөрөҫ иҫәпләмәгәнмен... Улым, ҡаймаҡты алып ташла, – тине ул кассирға. – Пенсия алғас алырбыҙ. Әбейем менән миңә ни һөт тә икмәк булһа еткән...
Был юлы уның өсөн ҡаймаҡты түләүселәр табылманы. Әммә бабай шуға иҫәп тота ла ине. Шуға ла магазиндан сығырға ашыҡманы. Тоҡсайын рәтләгән, чек ҡараған кеше булып, ишек төбөндә торҙо. Шул мәл сираттағы бер әҙәм уның янына килде лә:
– Олатай, аңлап торам, пенсия аҙ. Әйҙәгеҙ, ҡабат магазин буйлап йөрөп, нимә кәрәк шуны алығыҙ, мин түләрмен, – тине.
Бабай хәйләкәр йылмайыуын көс-хәлгә йәшереп, инәлтеп торманы. Шунда уҡ тулы кәрзинкә ит, май, йәшелсә-емештәр, башҡа ризыҡтар йыйып алды. Һөҙөмтәлә магазиндан ике ҙур ҡапсыҡ менән сыҡты.
– Был пакеттар менән ҡайтып етеүе рәхәт булырға тейеш, – тип эстән уйланы ла таксистарға һунарын башланы.
– Бабайҙы өйөнә тиклем алып барып ташлағыҙ инде, пакеттарым ауыр, – тип үтенде.
Ризалашҡан берәү табылып, өйөнә алып барып аҡса таптыра башлағас, ҡарт юғалып ҡалманы:
– Эй, улым, аҡсам бөтөнләй юҡ шул. Әбейем ауырый, өйҙән сығып йөрөй алмайым, ошолай бер сыҡҡанда айлыҡ аҙыҡ-түлек алам да, ҡояшты күрмәй йәшәйем. Булған ғына аҡсам ошоларға китте. Әллә бынау колбасаны түләү итеп алаһыңмы бабайҙан? – тип махсус шуның өсөн алдыртҡан арзанлы колбасаһын һуҙҙы. Таксист әллә йәлләп, әллә ерәнеп ҡараны ла, бабайҙы төшөрөп ҡалдырҙы.
Ә бабай, подъезға ингәс, кеше юҡлығын күргәс, арҡаһын турайтты, таяғын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла ике ҡапсығын ике ҡулына тотоп, етеҙ аҙымдар менән бишенсе ҡатҡа ашыҡты. Фатирына менеп еткәнсә туҡтаманы, ял да итмәне, шулай ҙа бер тамсы тире сыҡманы. Фатирына ингәс, ҡатынына мөрәжәғәт итте:
– Билет алдым, иртәгә юллама алып ҡайтырмын. Ял итергә барыу өсөн, һиңә – яңы итек, миңә пинжәк тә кәрәк була... Тағы заказдарың булһа, әйт. Ит тә бөткән, шикелле, баҙарға кереп сығырмын. Күптән йылҡы ите ашағаныбыҙ юҡ...