

— Һылыу, бына үҙегеҙҙең кемлегегеҙҙе белгегеҙ килһә, ауылдашыңдан йә булмаһа күршеңдән һора, — ти.
— Нисек итеп, апай? — тип һорау бирәм.
— Бына, шулай. Бер көн үҙемдән бер нисә йорт аша йәшәүсе ҡатынға шылтыраттым. Әлбиттә, тауышымды икенсе төрлөгә үҙгәрттем, — тип һөйләп китте.
— Алло, һаумыһығыҙ? Был кемдәргә килеп эләктем әле? — тием.
Шылтыратыу ҡылғас та уҡ теге яҡтан яуап бирҙеләр. Фамилияһын әйтеп, ҡатын үҙен таныштырҙы.
— Мин яңылышҡанмын икән, апай. Һеҙ белмәйһегеҙме икән Ҡолоевтарҙы? — тип һаман һорау бирәм.
Теге яҡтағы тауыш:
— Беләм. Белмәгән ҡайҙа? Беҙҙән дүрт өй аша ғына йәшәйҙәр. Ә һеҙ уларҙың кемеһе булып сығаһығыҙ? — тине.
Мин һаман тауышымды үҙгәртеп:
— Бер кеме лә түгел. Ҡасандыр дауаханала ятҡайныҡ. Хәлен беләйем тиһәм, бер ҙә генә телефонын алмай, — тием.
— Ул аламалар менән бәйләнеп, һылыуҡайым, һиңә нимәгә? Бик әшәке әҙәмдәр бит. Икеһе лә килешкән. Әллә ниндәй таныштары арҡаһында мәктәпкә эшкә урынлаштылар ҙа. Үҙҙәрен бик һауалы тотоп киттеләр. Әйтәүер бисәһе: «Балаларым, йә булмаһа эш буйынса», — тип сыға ла китә торғайны. Баҡһаң, больницала йәшеренеп дауаланып йөрөгән икән. Үкһәү! Көнө-төнө уларҙың ҡапҡа төбөнән машина өҙөлмәй. Гел ҡунаҡ. Тамаҡты нисек еткерәлер? Эсәләр бит. Хатта загул менән киткән саҡтары була.
Ә мин теге яҡтан һорайым:
— Атаҡ, мәктәптә икеһе лә уҡытыусы, нисек эсәләр? — тием.
Теге апай:
— Һуң, директор туғандары. Уның ауыҙын ҡаплар өсөн ит бирәләр. Ире ауылдың ата ҡарағы. Төнө буйы йөрөп, кешенең малын урлап һуйып, ҡырға оҙата, тиҙәр.
Ҡыҙыҡһынып:
— Урлағанын берәү күреп тотҡанмы, әллә, апай? Ҡалай ҡурҡыныс әҙәмдәр икән!
Теге апай:
— Эйе, һылыуым. Һин улар менән бәйләнмә, яҡшыраҡ булыр. Бик аламалар. Урлашҡанын берәү ҙә тотмаған да, күрмәгән дә, был кеше һүҙе инде. Яңыраҡ өйөнөң башын тимер менән ябып ҡуйҙылар. Газ керттерҙеләр. Аҡса ҡайҙан килһен башҡа? Уҡытыусының ғына аҡсаһы кәпейкә хәҙерге заманда. Бына, һылыуым, һин үҙең ҡайҙа эшләйһең, мәҫәлән?
Мин яуап бирәм:
— Апай, бер ҡайҙа ла эшләмәйем, ирем ауылда таксист ҡына булып йөрөй. Уның ғына аҡсаһы, тип зарланған булам.
— Шулай шул, һеңлекәш, мин дә эшһеҙ. Хәҙер ауылда эш юҡ бит. Ирем минең дә төрлө ерҙә йөрөй: кемгәлер өй башы ябырға, йә булһа ремонтларға. Ә бына былар икеһе лә эш кешеләре, йәнәһе. Балалары ҡулдарына икмәк тотоп, теләһә ҡайҙа хәйерселәйҙәр. Ҡарау юҡ...
Түҙмәнем был ялған һүҙҙәрҙе тыңлап бөтөрөргә.
— Ярай, апай, бик оҙаҡ булып китте. Рәхмәт, юҡ ваҡытыңды бар итеп, минең менән һөйләшкәнеңә. Иҫән-һау булығыҙ.
Теге апай һаман:
— Эй, һылыуым, ҡайҙан миңә шылтыраттың әле? Үҙемә һинең менән һөйләшеү шул тиклем рәхәт булып китте. Инде минең телефон номерын беләһең. Шулай хәбәрләшеп, яңылыҡтар менән бүлешеп торайыҡ, — тип трубкаһын һалды.
Гәүһәр апай миңә үҙе менән булған хәлде шулай көлөп һөйләне лә, әйтеп ҡуйҙы: «Бына шулай, һылыуҡайым, кемлегеңде белгең килһә, күршеңдән һора», — тип.
Ҡайҙа ла тормош шулай дауам итә инде ул. Ялған һүҙ һөйләүселәр мөйөш һайын. Кемдәрҙеңдер ҡанатын һындырырға тырышалар. Ә минең таныш Гәүһәр апайым бирешә торған ҡатындарҙан түгел. Ул был тормошто матурларға, сәскәгә күмер өсөн тыуған. Күңеле менән дә, эше менән дә саф. Мин уның менән хәбәрләшкән һайын үҙемә көс, йәшәүгә дәрт алам. Ул ишеткән һүҙҙәргә көлөп кенә ҡарай. Сөнки ул һүҙҙәр ялған.
"Икәү генә белер серҙәр бар" төркөмөнән.
Фото: ЯИ