

– Ә ниңә? Һеҙ бит эш ваҡытында һөйләшергә рөхсәт итмәйһегеҙ, – тине үпкәле тауыш менән икенсеһе.
– Күңелегеҙ булғансы һөйләшегеҙ, тик төшкө аш ваҡытында, – тинем бер аҙ асыуланып.
Теге юлы, ысынлап та, уларҙы шелтәләп алдым. Нисә ҡараһаң да гәпләшеп сәй эсеп тик ултыралар. Был бит эш күрһәткесебеҙҙе төшөрә, планды үтәп өлгөрмәйбеҙ. Шуны аңламай, үпкәләйҙәр. Оҙаҡ ҡына уйлап йөрөнөм дә, төшкө ашты иҫәпләмәгәндә, сәй эсеүҙе көнөнә ике тапҡырға ғына ҡалдырҙым. Әммә һис алдан килеп ултырыштар ойоштора башларҙар тип көтмәгәйнем. Ярай, эш ваҡытында эшләһәләр булды. Шулай тип уйланым да үҙемдең кабинетыма индем.
Тик тиҙҙән бындай иртәнге сәйҙәр ҙә эшмәкәрлегебеҙгә ҡамасаулауы асыҡланды: иртәнсәк һөйләшеп туя алмай, былар барыбер көнө буйы урындарында ултырған килеш, йә береһенең өҫтәле янында йыйылып хихылдығы сығып, ниҙер бышылдашалар. Бер аҙна эсендә пландан ныҡ ҡына артта ҡалдыҡ. Әрләп тә ҡараным. Әммә улар:
– Ә нимә? Сәй эсмәйбеҙ бит! Эш башланыр алдынан нимә менән булыуыбыҙ – һеҙгә ҡағылмай, – тиҙәр бер тауыштан.
– Һуң һеҙ бит аҙаҡ өҫтәл эргәһендә йыйылып, шул әңгәмәгеҙҙе дауам итәһегеҙ, – тип әйтеп ҡарайым.
– Беҙ эш буйынса һөйләшәбеҙ! – тип, ғәйептәрен танырға теләмәйҙәр.
Башҡа бәхәсләшеп торорға хәл дә, дәрт тә булмағас, уйланым-уйланым да бер ҡарарға килдем. Өсөһөн өс айырым бүлмәгә ултырттым. Тәүге аҙнала эштәр шәп барҙы, план үтәлде, хахылдашып ултырыуҙар бөттө. Шуларҙың хәбәр һатып ултырыуҙары ни тиклем ҡамасаулаған булған, тип ҡыуанып бөтә алманым. Әммә тиҙҙән берәм-һәрәм урындарынан юҡ була башланылар. Ун биш-егерме минут табып булмай. Йомошоң булһа, әйҙә, көтөп ултыр инде килгәндәрен. Был ни хикмәт тиһәм, был өсәү сиратлап бер-береһенең бүлмәһендә йыйыла икән. Етмәһә, яңы бүлмәләрендә ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла үҙҙәренең серҙәштәре итеп алып, эштән айыра башланылар. Ярһып быларҙы әрләп ташланым:
– Кем һеҙҙең өсөн эшләргә тейеш! Был һеҙгә ғәйбәт ояһы түгел! Эшләгегеҙ килмәһә – вон! Ниңә мин һеҙҙе бүлмәләр буйлап эҙләп йөрөргә тейешмен? Күпме ҡабатларға була?!...
Тауышым бөткәнсе әрләнем дә быларҙы төрлө ҡаттарға ултырттым. Етмәһә, юрый ирҙәр янына. Улар менән, исмаһам, теләһә нәмә һөйләшеп, хәбәр һатып ултырмаҫтар. Күптән шулай итәһе булған! Эштәр гөрләп китте! Бер шелтәһеҙ эшләйҙәр. Ғәйбәт сәйнәп, сәй эсеп ултырмаһалар, ана бит, ҡайһылай шәп хеҙмәткәрҙәр! Профессионалдар! Бер нисә ай йырлап эшләнек. Бер көндө өсөһө бер юлы бүлмәмә инделәр ҙә:
– Беҙҙе егеттәргә күсереп ултыртыуығыҙға ҙур рәхмәт, – тимәһендәрме!
– Күрәһегеҙме, һөйләшеүҙәр күпме ваҡытты сарыф иткән, – тинем эре генә. – Эштәребеҙ гөрләп тора, ир-аттар менән кеше сәйнәп ултырып булмай шул. Артабан да шулай дауам итһәгеҙ, шәп премия ла яҙырмын!
– Эйе, ир-аттар менән кеше сәйнәп ултырып булмай... Тик... Беҙ декретҡа китәбеҙ, – тинеләр.
Бер аҙға өнһөҙ ҡалдым. Эй, Алла! Хәҙер өс кешегә, өс белгескә алмаш эҙләргә кәрәк... Шунда сәй генә эсеп ултырһаларсы...
Айгөл СӘЛӘХОВА.