

– Һаумы, ҡәйнәм, – тип шатланып ҡаршы алдым. – Килеп ҡалай һәйбәт иттегеҙ әле, һағынып бөткәйнем.
– Өйөң нишләп һаҫыҡ? – Ҡәйнәм минең шатлыҡты уртаҡлашырға ашыҡманы.
– Һаҫыҡ? – Юрый еҫкәнеп ҡараған булдым. – Май еҫе ул, тәмле, бөгөн ҡоймаҡ бешерәйем тигәйнем.
Үҙем халат итәге менән танауымды һөртөп алған булдым.
Ҡәйнәм миңә ерәнеп ҡарап торҙо.
– Башыңда нәмә ул? Әҙәм көлкөһө!
– Бик һәйбәт нәмә ул, сәс бөҙрәләнеп тора, матур булайым, тигәйнем.
– Ошо халат буламы? Ҡайһы сүплектән таптың уны?
– Өләсәйем яратып кейә торғайны уны. Хәҙер мин дә яратам, сәскәһе матур, эйеме?
Ҡәйнәм тотлоға башланы.
– А... А... Аяғыңда нәмә ул тағы, а... а... аламағолош?!
– Тәпешкәләр, матур бит икеһе лә, үҙемә бик оҡшай, шулай итеп кейеп алдым әле.
– М... М... Мәсхәрә... Ирең алдында ла шулай йөрөйһөңмө?
– Гел былай матур булып булмай инде, төрлө саҡ була...
Ҡәйнәм өлгөрөп етте, шикелле. Ауыҙын асып, миңә ҡарап, оҙаҡ ҡына һүҙ әйтә алмай торҙо.
– Йә! – бүтән һүҙ таба алманы ҡәйнәм.
– Йә, – йомшаҡ ҡына итеп яуап бирҙем мин.
– Ошонда ишек төбөндә тоторға итәһеңме, оялмай?
– Юҡсы, ҡәйнәм, ни эшләп улайтайым. Әйҙәгеҙ, нәмәнән башлайбыҙ?
Был һорауға ҡәйнәм аптырап, ҡыҙарынып китте. Ни өсөн килгәнен һиҙерҙәр тип уйламағайны бит инде ул.
– Аңламаным был һүҙеңде, нәмә тинең ул?
– Былай ғына, – тигән булдым. – Ә һеҙ нәмә уйланығыҙ?
– Уйламаным бер нәмә лә, килергә ярамаймы ни?
– Ниңә ярамаһын, ярай. Һеҙ килгәс, күңелле булып китә.
Ҡәйнәм оҙаҡ итеп мине бер нисә тапҡыр баштан аяҡ ҡарап сыҡты.
– Ни ереңә ҡыҙыҡҡандыр инде улым. Әҙәм көлкөһө бит, хәстрүш.
– Яратам, ти бит. Үҙенән һорағыҙ.
Мин нисек тә көлөп ебәрмәҫкә саҡ-саҡ түҙеп торам.
Ҡәйнәм, мине этеп ебәреп тигәндәй, алға үтте лә, аш бүлмәһенә барып керҙе. Иҙәндә ҡәйнәм өсөн генә тип тыштан алып кергән ҡом-балсыҡ аяҡ аҫтында шығырҙап ята.
– Иҙәнде һепереп булмаймы?
Ҡәйнәм бер һары балсыҡ киҫәген тибеп ебәрҙе, ул һауаға осоп китте лә, тәҙрә төбөнә менеп ятты.
– Мин бында килеүгә өс көн генә бит әле, йәкшәмбе һеперермен тигәйнем. Ай аҙағында йыуып та алырмын әле, бәлки...
Ул арала ҡәйнәм һыуытҡыстың ишеген асып ебәрҙе. Унда бер икмәк киҫәгенән башҡа нәмә юҡ ине.
– Был нәмә? – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡәйнәм. – Был нәмә?
Мин дә һыуытҡыс эсенә башымды тығып ҡараған булдым.
– Икмәк.
Әҙерәк тотоп ҡараным.
– Ҡата башлаған икән. Күптән яталыр инде. Ҡатҡан икмәк.
Өйҙә икенсе һыуытҡыс бар икәнен белмәй торһа ла ярар. Ҡәйнәм килеүгә бөтә ризыҡты шунда күсереп ҡуйғайным.
– Ни эшләп раковина бысраҡ һауыт-һаба менән тулған?
– Йыуылмағанғалыр инде, – бошонмай ғына әйтеп ҡуйҙым.
– Вис ошаҡлайым улыма, вис. Йәшәмәһен был бисә аламаһы менән.
Ҡәйнәм зыр әйләнеп алды.
– Китәһегеҙ инде, ә? Сәй ҙә эсмәйһегеҙме?
Ҡәйнәм ҡабаттан әйләнеп алдыма килеп баҫты.
– Сәй? Һинең сәйең бармы ни, йүнһеҙ?
Мин, уйға батҡан кеше кеүек, оҙаҡ ҡына бер нөктәгә ҡарап торҙом.
– Дөрөҫөн әйткәндә, белмәйем. Шулай ҙа, эҙләп ҡарарға кәрәк.
Бөтә шкафтарҙы шаҡ-шоҡ асып-ябып оҙаҡ ҡына сәй эҙләнем.
– Таптым, – тип ҡысҡырҙым, бер башланған әсмүханы ҡәйнәм алдында һелкетеп. – Хәҙер сәйнүкте генә эҙләп табам да...
Сәйнүк табылып, ҡайнап сыҡҡас, ҡәйнәм, сәйҙе нәмә менән эсәбеҙ, өйҙә ризыҡ заты күренмәй бит, тип ҡыҙыҡһынды. Мин һыуытҡыстан ҡатҡан икмәкте килтереп сығарҙым.
– Бына бит. Эҫе сәйҙә ебетеп алһаң, бик шәп була ул. Өләсәйем, беҙ шулай сәй эсә инек тип һөйләй торғайны.
Эйелеп, ҡәйнәмә сәй яһап тора инем, башымдағы бер бигуди шәшкегә килде лә төштө. Дөрөҫөн әйткәндә, башымды үҙем һелкетеп алғайным, бик йәтеш булды. Ҡәйнәм, йәшелле-күкле тауыштар сығарып, эләгә-тәгәрәй сығып китте. Тәҙрәнән ҡарайым, ул телефондан шылтырата, улына инде, мине ошаҡлай.
Кис, ирем эштән ҡайтҡас, рәхәтләнеп көлөштөк. Ҡәйнәм булғанын күпкә арттырып һөйләгән икән, үҙем дә аптыраным. Мине хәҙер ул «ҡатҡан икмәк» тип йөрөтә, ә үҙе беҙгә аяҡ та баҫмай.