+16 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
28 Сентября , 06:55

Концерт

Ҡатнашалар:– Ринат – 45 йәштәрҙәге ир.– Гөлназ – ҡатыны, 40 йәштәрҙәСәхнәлә: бүлмә. Гөлназ көҙгө алдында биҙәнә, Ринат диванда телефонын ҡарап ултыра.Гөлназ: (сәғәтенә ҡарап) Ринат, әҙерһеңме? Концертҡа һуңлайбыҙ бит!Ринат: Әҙермен... Биш минут элек үк әҙер инем.Гөлназ: (көҙгөгә ҡарап) Был күлдәк миңә килешәме? Юҡ, ул түгел... Әллә быныһын?Ринат: (телефонынан айырылмай) Барыһы ла килешә, Гөлназ. Тәүгеһен кей.Гөлназ: Тәүгеһе ҡайһыһы? Ун минут элек кейгәнемме, юҡмы, әллә ошомо?

Добавить в предпочтительные источники Google
КонцертКонцерт
Концерт

Ринат: (күңелһеҙ) Күк төҫтәгеһе...
Гөлназ: Ул күк түгел, фирүзә! Ә фирүзә был сараға тап килмәй. (тағы күлдәк алыштыра) Ә быныһы нисек?
Ринат: (телефонынан башын күтәреп) Ғәжәп! Киттек инде?
Гөлназ: Туфлиҙарымды таба алмайым. Ҡайҙа һуң улар?
Ринат: (боролоп) Аяғыңда түгел­ме?
Гөлназ: Ул тәпешкә! Туфли кәрәк миңә, концертҡа барғанда сәпәнләп йөрөмәйем инде.
Ринат: (уфтанып) Гөлназ, концерт 7-лә башлана. Ваҡыт уже – 18:45. Беҙ һаман өйҙә!
Гөлназ: (тыныс) Әйҙә, ашыҡ­майыҡ. Иң һуңғы сығышҡа барып өлгөрәбеҙ.
Ринат: Унан ни файҙа?! Барма­йыҡ та ҡуяйыҡ әтеү!
Гөлназ: (ҡул һелтәп) Беренсе бүлектә – артистар үҙҙәренең билдәһеҙ йырҙарын ғына баш­ҡара. Иң ҡыҙығы – аҙаҡта!
Ринат: (аптырап) Ә... логика ҡайҙа?
Гөлназ: Логика – ҡатын-ҡыҙҙа түгел, ул ирҙәрҙә. Бына һин миңә әйт, ниңә беҙ ғүмерҙә бер тапҡыр ҙа ваҡытында сыҡмайбыҙ?
Ринат: Сөнки һин сәғәтенә ун тапҡыр күлдәк алыштыраһың!
Гөлназ: (тыныс ҡына) Дөрөҫ. Ә ниңә мин күлдәк алыштырам? Сөнки һин миңә бер тапҡыр ҙа «һин бөгөн бик матурһың» тип әйтмәйһең.
Ринат: (тешен ҡыҫып) Һин бөгөн бик матур... беренсе күлдәгеңдә лә, икенсеһендә лә, хатта тәпешкәлә лә!
Гөлназ: (йылмайып) Рахмәт. Ә хәҙер туфлиҙарымды эҙләйек.
Ринат: Улар – ишек төбөндә! Һин уларҙы үҙең ҡуйҙың!
Гөлназ: Ҡайһы ишек төбөндә? Өйҙөкөмө, әллә балкондыҡымы?
Ринат: (күҙҙәрен йома) Балконда...
Гөлназ: Шулай тип, әйтһәңсе! (балконға сығып, туфли кейә) Бына, әҙермен!
Ринат: (сәғәтенә ҡарап) 19:15. Концерт башланды.
Гөлназ: (шат) Бара, әйҙә, иң ҡыҙығына өлгөрәбеҙ!
Ринат: Нимәһенә? Антракт­ҡамы?!
Гөлназ: (серле йылмайып) Юҡ, киләһе тапҡырға билет алырға!
Ринат: (башын тотоп) Ирҙәрҙең ниңә концертҡа йөрөргә яратмауының сәбәбен аңланым.
Гөлназ: Ниңә?
Ринат: Сөнки улар концертҡа тиклем үк концерт ҡарай!

Байым РӘХИМЙӘНОВ.

Автор:
Читайте нас