Власть ҡайҙалыр нимәлер урларға мөмкин булған ерҙә барлыҡҡа килә.
– Доктор, мин эш хаҡы алыу менән туҡтауһыҙ көләм.
– Бигерәк һәйбәт! Көлөү ғүмерҙе оҙайта!
– Йәғни пенсияға тиклем етәмме?
– Әлбиттә! Унда тағы ла көлкөрәк буласаҡ.
Тиҙҙән квартплатаны айҙыҡын айға түләп барыусылар менән һалым инспекторҙары ҡыҙыҡһынасаҡ: аҡсаны ҡайҙан алалар икән?
Мин – ҙур түгел, ләкин һин мине шунда уҡ күреп ҡалаһың. Мине юғалтыу еңел, ләкин һин мине баһалайһың һәм юғалыуыма юл ҡуймайһың. Бөгөн мин булдыра алмайым, ғәфү ит. Бишендә банкомат янында осрашырбыҙ. Һинең яратҡан эш хаҡың.
– Уның “Лексус”ы бар ине, урланылар, иртәгәһенә үк яңыны һатып алды.
– Ҡулсатырҙы юғалтҡас, минең менән дә шундай хәл булды.
– Уның хаҡында бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтә алмайым.
– Әлбиттә. Әйтһәң, шунда уҡ эштән бушата.
– Һаумыһығыҙ, мин һеҙгә иҙән йыуыусы кәрәк икән, тип ишеткәйнем.
– Ядро физикаһы буйынса фән кандидаты.
– Беҙ һеҙҙе эшкә алмаясаҡбыҙ.
Иң мөһиме – отоу түгел, ә ҡатнашыу. Граждандар, лотерея билеттары һатып алығыҙ, лотерея бизнесын үҫтереүҙә ҡатнашығыҙ!
Халыҡтар берҙәмлеге – поликлиникала район хакимиәте башлығы менән бергә табипҡа сиратта тороу ул.
Элек мин көләмәстәрҙе бушҡа уҡый инем, хәҙер беҙҙең эштә интернет ҡуйҙылар. Уны беҙгә хеҙмәт хаҡы өсөн ҡуйҙылармы икән ни?
– Отпускыла тағы ла Таиландҡа бараһыңмы?
– Бик кәрәге бар ине! Үҙебеҙҙең тәбиғәткә етә буламы һуң! Теләһәң, урманда бәшмәк йый, теләһәң, күлдә балыҡ тот… Шәп бит, ә!
Трамвайҙа әбей егеттән үтенә:
– Улым, тәҙрәне яп әле, тышта һыуыҡ.
Егет әбейгә ғәжәпләнеп ҡарай:
– Әбей, һин үҙ аҡылыңдамы, мин тәҙрәне япҡас, урам йылынамы?
– Бөтә ерҙә лә беренсе урын биләү оҡшаймы?
– Әлбиттә! Беренсе рәттән һәр ваҡыт яҡшы күренә!
– Доктор, һеҙ тәҡдим иткән таблеткалар миңә бик килеште.
– Ни хәл итәһең, ундай хәлдәр ҙә була.
– Егеттәр! Тығынырға берәй нәмә бирегеҙ әле! Астан үләм бит инде!
– Шамғол, һинең өсөн бер ни ҙә йәл түгел, һуңғы күлдәгемде һалып бирәм! Ашайһыңмы?
Кисә тәҙрәне йыуғайным, шунда уҡ таң ярты сәғәткә алдан ата башланы.
Дүрт йәшлек малай әсәһенә: “Миңә ҡысҡырма! Мин һиңә атай түгел, ауыҙымды йомоп тормам!”
– Миңә минеке: “Плита янынан кит, һинең урының диңгеҙ буйында”, – ти.
Ағайың булыу ҡалай һәйбәт. Ни кейеп йөрөрөңдө алдан белеп тораһың.
– Саҡ ҡына ояла белер инең, – ти атаһы улына. – Мин һинең йәшеңдә алдашмай инем.
– Ә ҡасан алдаша башланың? – тип ҡыҙыҡһына улы.
Пассажир станция дежурныйына:
– Поезд ярты сәғәткә һуңлай.
– Борсолмағыҙ, һеҙҙең билет өс тәүлек буйы ғәмәлдә.
– Эйе-е-е, бәхетте аҡсаға һатып алып булмай.
– Аҡсаңды миңә бир, бының нисек анһат ҡына эшләнгәнен күрһәтәм.
– Мәктәптә ниндәй яңылыҡтар бар? – тип ҡыҙыҡһына атаһы улынан.
– Беләһеңме, атай, беҙҙең уҡытыусы бик көнсөл икән.
– Мине кластан ҡыуып сығарған һайын: “Ах, мин һинең атайың булһаммы!” – ти.
– Беҙҙең олатай васыятын биш мәртәбә күсереп яҙҙы инде.
– Үҙе ғәйепле. Башҡорт теле уҡытыусыһына өйләнмәһен ине.