0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
5 Июнь 2018, 12:45

№4. Һәнәк әйтһә - ХАҠ әйтә

*Кесе йома йәкшәмбегә ҡара­ғанда ла яҡшыраҡ, сөнки йәкшәм­белә иртәгә – дүшәмбе, ә кесе йома­ла иртәгә – йома. *Иттән, иттарттырғысҡа барыр­ға теләйһеңме, тип һорамайҙар...

ҺӘНӘК ӘЙТҺӘ – ХАҠ ӘЙТӘ!



*Кесе йома йәкшәмбегә ҡара­ғанда ла яҡшыраҡ, сөнки йәкшәм­белә иртәгә – дүшәмбе, ә кесе йома­ла иртәгә – йома.

*Иттән, иттарттырғысҡа барыр­ға теләйһеңме, тип һорамайҙар.

*Алдаша белмәү дөрөҫөн һөй­ләүгә сәбәп түгел әле.

*Дүшәмбенән яңы тормош башлау туйҙырҙы. Шишәмбегә күсәм.

*Наркозды ауырыуҙар операция ваҡытында хирургтар менән һуғыш­маһын өсөн бирәләр.

*Күләүектәрҙе урап үтә баш­лағас, бала саҡ тамамлана.
Читайте нас: