Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
5 Июнь 2018, 17:49

Аҡыллы ҡатын

Ҡунаҡхананың ике урынлыҡ номерына командировкаға килгән ирҙәр урынлаша. Беренсе көндә үк уларҙың береһе күршеһе етенсе төшөн күреп ятҡанда таң алдынан ғына пәйҙә була. Иртәгәһен икенсеһе һуң ғына ҡайта, шулай ҙа күршеһе уяу, сөнки көнө буйы йоҡо һимерткән.

– Ҡала менән таныштыңмы әллә? – тип ҡыҙыҡһына ул, шикләнеп.
– Беләһеңме, уңайһыҙ хәлгә тарыным – иҫемә төшөргө лә килмәй! Бик мөләйем ханым менән таныштым. Урамда йөрөнөк. Үҙҙәренә саҡырҙы. Өҫтәл артында ултырабыҙ. Ҡапыл ишектә ҡыңғырау!
– Йә, Хоҙай! – ти ханым. – Ирем отпускыһынан ваҡытынан алда ҡайттымы икән ни? Йә, тыныслан. Бына үтек, бына һиңә кер, үтекләү таҡтаһы – үтеклә, өндәшмә!
Үтекләйем. Алпамышалай кәүҙәле ир инде лә: “Был кем?“ – тип һораны. Мин ҡурҡы­шымдан саҡ үлмәнем! Хужабикә уға тыныс ҡына яуап бирҙе: “Ә мин “Изге хеҙмәттәр бюро”һынан кеше саҡырҙым, үҙем өлгөрә алмайым. Төштән бирле эшләй, оҙаҡламай бөтөр инде…” Ярай әле, аҡыллы ҡатын тура килде, юҡһа, бөткәйнем”, – тип тамамланы һүҙен үҙ башына бәлә эҙләүсе.
– Эйе, Светка, бер ваҡытта ла юғалып ҡала торған ҡатын түгел, – тип зәһәр көлдө күршеһе.
– Ысын әртис!
– Уны һин дә беләһеңме ни?
– Нисегерәк әле!
– Бөгөн һин үтекләгән керҙе кисә мин таңға ҡәҙәр йыуҙым!
Т. КӘБИРОВ.
Читайте нас в