+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Туҡтауһыҙ көләм
5 Июнь 2018, 13:02

Хәйҙәр ТАПАҠОВ. ТӘҮБӘГӘ КИЛЕҮ. ЮМОРЕСКА.

Горбачевтың эскелеккә ҡаршы яу асҡан мәле. Ә беҙ йәмәғәтселек, партия ағзалары үҙ сиратыбыҙҙа теләйбеҙме быны, әллә юҡмы, генераль секретарь оран һалып бойорғас, һө­жүмгә күтәрелмәй хәлебеҙ юҡ. Милиция начальнигы менән кабинетымда әңгәмә ҡороп ултыра инек туҙыныу­ҙанмы, әллә һуғышыуҙанмы сәс-башы ял­быраған тәбәнәк буйлы Гөлбикә еңгә йомро ҡаластай тәгәрәп килеп инде лә ауыҙына медицина бирсәткәһе кейҙе­рел­гән өс литрлыҡ банканы алдыбыҙға тыпылдатты:– Нәһерҙе ҡоротто, сәсемде ағартты, нервыларымды ашап бө­төрҙө, сараһын күр, ҡәйнеш, ағайың нисәнсе көн бал әсетеп эсеп тик ята!

ХӘЙҘӘР ТАПАҠОВ
ТӘҮБӘГӘ КИЛЕҮ
Горбачевтың эскелеккә ҡаршы яу асҡан мәле. Ә беҙ йәмәғәтселек, партия ағзалары үҙ сиратыбыҙҙа теләйбеҙме быны, әллә юҡмы, генераль секретарь оран һалып бойорғас, һө­жүмгә күтәрелмәй хәлебеҙ юҡ. Милиция начальнигы менән кабинетымда әңгәмә ҡороп ултыра инек туҙыныу­ҙанмы, әллә һуғышыуҙанмы сәс-башы ял­быраған тәбәнәк буйлы Гөлбикә еңгә йомро ҡаластай тәгәрәп килеп инде лә ауыҙына медицина бирсәткәһе кейҙе­рел­гән өс литрлыҡ банканы алдыбыҙға тыпылдатты:
– Нәһерҙе ҡоротто, сәсемде ағартты, нервыларымды ашап бө­төрҙө, сараһын күр, ҡәйнеш, ағайың нисәнсе көн бал әсетеп эсеп тик ята!
Милиция халҡына шул ғына кәрәк тә инде, начальник миңә етди итеп ҡараны:
– Хәҙер күрше ауылға барам. Был нәмәне сейфыңа бикләп ҡуй, ҡай­тышлай һуғылып үҙем менән алырмын. Экспертиза үткәргәндән һуң барыһы ла асыҡланыр!
Бер аҙҙан, милиция начальнигы сығып кит­кәс ишектә Гөлбикәнең ире Ғима­летдин үҙе күренде. Ысынлап та, йөҙө шешмәкләнгән, күҙ­ҙәре ҡыҙарған. Инде лә баҙнатһыҙ ҡыймыл­дап ситке ултыр­ғысҡа һаҡҡас , башын ҡуш усланы:
– Нишләйбеҙ, мырҙа, башты Себергә ебәрә бит был ен бисә?!
– Ҡурҡма, һөргөндә һөрһөмәҫһең, иллә башҡаларға һабаҡ булһын өсөн төрмәгә ултыртып алыуҙары, йә мул ғына итеп штраф сәпәүҙәре бар.
Әйткәндәремдең аҙаҡҡылары ғына бының тарҡау зиһенен ҡымырйытты булһа кәрәк, оҙаҡ, айнымай эсеүҙән таушалған йөҙҙә хафаланыу бил­дәләре сағылды:
– Өйҙәге аҡса ай башында уҡ тиненә саҡлы бүленгән, ыштыраф тигәнең ҙурмы?
– Һинең бер айлыҡ эш хаҡың самаһында. Эскән килеш бисәңә ҡул кү­тәр­гән осраҡта тағы икене өҫ­тәйҙәр. Йәмғеһе өсәү була. Сара­һыҙҙың көнөнән, зарураттан шул арауыҡта билеңде биштән быуып ураҙа тоторһоң инде, ағай, эсеүҙе генә түгел, әҙәмсә тәғәмләнеүҙе лә онотоп торорға тура килер.
– Ыштыраф тигән нимәне бер юлы таптырырҙар микән?
– Кисекмәҫтән күмәртәләп талап итерҙәр, шуға һуғымға инселәгән малыңды мөгөҙөнән етәкләп совхоз­ға иткә илтерһең. Контрактация осоронда малын тапшырырға теләү­селәр ғәҙәттә байтаҡ йыйыла торған, ярҙам итермен, ни тиһәң дә сыбыҡ осо туғанһың да бит әле.
Өрәйен алдым, шаңҡыттым Ғима­лет­динде, былай ҙа ҡураныс, йоҡа кәүҙә ҡорҙай ғына булып бөршәйеп ҡалды.
Шымтайыштыҡ. Бер аҙҙан быға йән кергәндәй итте, көрәктәй ус тубыҡҡа шапылданы:
– Һин әйткән нимә ғаилә бөд­жөтынан, беҙҙең кеҫәнән сыға түгелме? Билдәле, бер кемдә лә әндрәй ҡаҙнаһы юҡ! Шул хаҡта уйланымы икән сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа бисура?
– Был миңә түгел, еңгәгә бирелә торған урынлы һорау.
– Тағы өҫтәп нимә ҡылырҙар икән?
– Гәзиткә яҙып район шаулатырҙар. Етәксе булараҡ, миңә лә эләгер.
– Ана шуныһынан оялам, ғәрләнәм. Өйләнгән ике улым, бер ҡыҙым барлыҡты тегендә төпсөнөп төбөнә төшмәҫтәр. Институттың һуңғы курсында уҡып йөрөгән төпсөгөмдө киләһе йомала әйттерергә киләләр. Һөйлә­шелгән-килешелгән. Ҡоҙа булаһы кешеләр минең хаҡта нимә уйларҙар инде ошонан аҙаҡ? Дасадны!
– Нимә уйларҙары билдәле, тота­наҡһыҙлығыңды уҡып белһәләр ҙә күҙеңә бәреп әйтмәҫтәр, бары айырым фекер төйнәп күңелдәренә һалып ҡуйырҙар.
– Зитыма тейеп ултырма, мырҙа, йәме, һин йүргәктә ятҡан саҡта мин достоин ир инем.
– Бөгөн достоинһыңмы һуң?
– Бер аҙна туғарылып алдым. Уның ҡарауы башҡа ваҡытта йүгереп йөрөлә, тракторым боҙолмай, һәр саҡ төҙөк, эшкә ҡара таңдан сығам, эңер төшкәс кенә ҡайтып йығылам. Райондан бирелгән Почет грамоталарын, рәхмәт хаттарын әпкиләм, ышанмаһаң.
– Уны миңә түгел милиция начальнигына, район прокурорына күрһә­терһең, бәлки хөкөм сығарғанда ташлама яһарҙар.
– Эйе, улар һине аңланы ти аңламай ҙа. Бына һин үҙебеҙҙең кеше, атайың мәрхүмгә оҡшап мәр­хәмәтлеһең.
– Һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтыраһыңмы?
– Шыпа ла арттырмайым, ызнамы шәп егетһең!
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ниндәй аныҡ йомош артынан сабыулайһың?
– Теге банка ҡайҙа икән?
– Милиция начальнигы үҙе менән алды. Ҡызлауы бөтөп бирсәткә һулығас бал өлгөрөп еткән, әсегән, экспертиза үткәреү ваҡытты оҙаҡ алмаҫ, тигәндәй ҙә булды һүҙ араһында. Аҙна аҙағында килеп алырҙар.
– Кемде?..
– Кемде булһын, һине инде.
– Пагаҙи, ҡусты, кеше йөрөткәнсе, әҙәм күҙенән ҡасып-боҫоп үҙем дә бара алам да инде районға...
– Районға түгел – төрмәгә! Шул тиклем дә бер ҡатлы булырһың икән, ағай, замана тәртиптәрен белеп еткермәйһең. Һине алырға тулы составта милиция нарядын ултыртып рәшәткәле машина ебәрәсәктәр, еңгәне ҡаҡҡан-һуҡҡан кеше булараҡ ҡулыңа бығау һалыуҙары ла бик ихтимал. Совет закондарына ҡаршы сығып эсеп кенә ятма­ғанһың, кеше ғүмеренә ҡурҡыныс менән яна­ғанһың. Ә һин башта мин тумбытҡан төр­мә һүҙенә иғтибар ҙа ит­мәгән булаһың. – Алдымда ятҡан “Һайлауҙар тура­һындағы закон” брошюраһының бит­тәрен асҡыланым. – Был енәйәт ко­дексының нисәнсе статьяһы әле?.. Ә бына был пункт, таптым… Әгәр тән йәрәхәттәре һалынһа, һыҙырыл­ған ерҙәр табылһа, күгәргән таптың ҡан һауыу төҫө асыҡланһа ҡаты режим менән 10 йыл… Еңгәнең сәлә­мәтлеге әлеге көндә сыҙарлыҡтыр? Былай ҡарап тороуға бирешмәгәнгә оҡшаған.
– Суртым булһынмы уға! Асыуым килгәс елтерәтеп кенә ебәргәйнем, бер ергә ҡағылманы ла, һуғылманы ла…
– Шулай уҡмы?
– Әпәкәй менән ант итәм, ҡаҙ мамығынан эшләнгән яҫтыҡтар ятҡан йомшаҡ диванға барып тәгәрәне!
– Тимәк, был һинең файҙаға… Әһә, бынау ерҙә ул хаҡта былай тип яҙғандар… Бисәң ҡазаланмаған осраҡта күп түгел, дөйөм хеҙмәт колонияһында биш йыл ғына улты­рырһың, ағай, ул ни күҙ асып йомған арала үтә лә китә инде. Эшеңде әүҙем ҡарап, судты тиҙерәк үткә­рһәләр, тегендә бындағы һымаҡ тырышып эшләһәң, дәүләт закондарын еренә еткереп үтәһәң, иртәрәк тә сығарырҙар, бәлки.
– Нисек би… биш?!
– Бына уҡы, аҡҡа ҡара менән шулай тип яҙылған.
Ғималетдин ҡул һырты менән йәшкәҙәгән күҙҙәрен ыуҙы:
– Ҡайһылайтып уҡымаҡ, үҙем менән күҙлекте килтермәгәнмен. –Инәлеп ҡараны. – Әллә милитсиә ме­нән ирҙәрсә, килештереп үҙең һөйләшеп ҡарайһыңмы? Беләм, ишетеп йөрөйөм, районда һүҙең үтемле. Баҫырып ҡалдырайыҡ был эште, мырҙа, ғүмерем буйы бурыслы булырмын, тәүбәгә киләм, ант итәм. Әйтеп торам бит, ҡоҙалар көтәбеҙ, йортобоҙға туған-тыумасаны йыябыҙ.
– Ни әмәл ҡылмаҡ, батаны һинһеҙ генә уҡытырҙар.
– Нисек минһеҙ? Берҙән-бер ҡы­ҙым, төпсөгөмә киләләр. Миңә ундай изге ғәмәл башҡаса тәтемәй, аң­лайһыңмы шуны?!
– Аңлайым да бит.
– Аңлаһаң ҡотҡар, эт ашамаҫ харам ит түгелмен. Минең дә ярҙамым тейер, бер һуҡмаҡтан йөрөйбөҙ, бер инештең һыуын һыулайбыҙ.
– Бөгөндән бал әсетмәҫкә, тәмләп ҡарамаҫҡа булып киттең инде? Бүктеңме, әллә бүктерҙеләрме?
– Икмәк өҫтө, инде ауыҙыма ла алмайым!
– Шул һүҙҙәреңде ошо ҡағыҙға теркәп ҡуй әле.
Ҡатҡан бармаҡтары араһына авторучканы ипһеҙ ҡыҫтырып, маңла­йын сирылдырып оҙаҡ мөштөрҙәне Ғималетдин. Мәшәҡәтен ослағас шырт баҫҡан сикәләрен ҡул һырты менән ыуҙы. – Был ижад тигән нимә менән булашҡансы трактор баран­каһын борғослауың мең артыҡ.
– Нимә тип яҙҙың инде?
– Бынан бүтән эсмәҫкә тырышырмын, тинем.
– Тырышып та килеп сыҡмаһа?
– Сыҙармын.
– Балды ҡайһылайыраҡ итеп әсе­теүеңде лә теркәнеңме? Тәжрибә менән уртаҡлашыу ҙа кәрәк бит.
– Шәкәр ҡомона ҡытлыҡ бит бөгөн, шуға сөгөлдөргә ҡалды көн. Ул хаҡта сурытыу килешмәҫ.
– Хәҙер ошо ҡултамғалы тәүбә-хатыңды мөһим ҡағыҙҙар араһына һалып ҡуям. Әгәр бынан бүтән еңгәнең сәсен ялбыратып ауыл Советы һуҡмағын тапатһаң, урынлы-урынһыҙға кәмһетһәң, йәберләһәң минән яҡшылыҡ һәм аяу көтмә, ишетһен ҡолағың!
– Уға бығаса бармаҡ менән дә ҡағылманым, үҙе сыпраңлаҡ фи­ғелле бит. Бөгөн иртән малды көтөүгә ҡыуғас әпәт осоп-ҡунып ҡултыҡ аҫтына килде лә инде, аптыраған көндән бөгәләкләгән алаша ише тыбызыҡлағайным, өлгөргән генә балымды ҡосаҡлап һинең яҡҡа сыҡты ла йүгерҙе, итәгенән эләк­тереп өлгөрә алмай өйәҙәп ятып ҡалдым.
Сейфтан теге банканы сығарҙым:
– Ағай, ҡайт та әсегән бал урынына кеүәҫ тултырып килтер. Ошоноң һымаҡ итеп икмәк һыныҡтарын да төшөрөргә онотма!
– Ә балды… ништәтергә?
– Түгергә!
– Түгергә?! Тотошлайы менәнме?
– Түңкәргәнсе!
– Һе… – Ғималетдин икелән­гән­дәй итеп һалпыш мыйыҡ остарына ҡағылды. – Хәләл ризыҡты улайтып сәс-баш итеү килешмәҫ, гонаһ был, ҡул бармай.
– Хәләл, тинеңме?
– Барыбер хеҙмәт һалдым, тамшанып көтөп йөрөнөм. Аппарат аша ҡыуылған көмөшкә түгел бит, әсет­кенән әтмәләнгән зыянһыҙ бал!
– Улайһа, зыянһыҙ эсемлегеңде ра­йонға алып китерҙәр, шунан күрер­һең был шөғөлөңдөң нимә менән барып бөткәнен.
– Юҡ, бир, лутсы үҙем… – Ағайым банкаһын пинжәгенең сабыуы менән боҫормалап ишек яғына ыңғайланы.
Бер аҙнанан ысынлап та ауылы­быҙҙың урта төшөнә ҡоҙа килеп төштө. Ҡунаҡтарҙы урамда осраттым. Ғималетдин ағайым бөхтә итеп кейенгән, үҙе айыҡтың айығы ине. Аҙаҡтан да әйткән һүҙендә ныҡ торҙо, күҙгә салынып эсеп йөрөмәне.
Читайте нас: